Каруанһарай: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Тарих: аныҡлаштырыу
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
40 юл:
}}
 
'''Каруанһарай''' — [[Ырымбур]] ҡалаһындағы [[архитектура]] ҡомартҡыһы. Уны [[XIX]] быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала<ref>[http://oldorenburg.ru/#30 Иске Ырымбур] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20140517145654/http://oldorenburg.ru/#30 |date=2014-05-17 }}</ref>.
 
«Мин [[Һаҡмар (йылға)|Һаҡмар]] аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Каруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған [[Шевченко Тарас Григорьевич|Т. Г. Шевченко]]. [[Философия]] докторы Фёдор Базенер 1842 йылда [[Хиуа]]нан Ырымбурға үтеп барышлай Каруанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. [[Урта Азия]]нан ҡайтып барышлай [[1929]] йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Каруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа.