Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Rescuing 4 sources and tagging 1 as dead.) #IABot (v2.0.8
20 юл:
 
== Тормош юлы тураһында ҡыҫҡаса ==
Бикбауов Әбдрәшит Ильяс улы Сембер губернаһының Ст. Зеленовка ауылында (хәҙерге ваҡытта Ульяновск өлкәһе, Иҫке-Кулаткин районы) 1896 йылда тыуған. [[1917 йыл]]дағы революцияға тиклем батша армияһында прапорщик чинында хеҙмәт иткән. [[1918 йыл]]дың йәйендә [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]] сафтарына инә. [[Каруанһарай|Ҡаруанһарай]]ҙа Башҡорт хөкүмәтенең комендант командаһы башлығы булып хеҙмәт итә. Башҡорт Совет республикаһын яулап алыуҙа күп көс һала, Совет власы вәкилдәре менән [[Өфө]]лә, һуңынан [[Сембер]] ҡалаһында Совет власы яғына күсеү тураһында оҙайлы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша (1919 йылдың февраль айында), шул уҡ йылдың 20 мартында Совет Автономиялы Республика ойошторолоуы тураһында Килешеүгә иптәштәре менән берлектә ҡул ҡуя. Артабан, 1919 йылдың март айынан Башҡорт армияһы вәкиле булараҡ Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты янында Башҡорт республикаһы вәкиленең хәрби эштәр буйынса урынбаҫары була. Башҡорт хәрби частарын аҙыҡ-түлек, обмундирование менән тәьмин итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. [[1921 йыл]]дан [[1923 йыл]]ға тиклем Бикбауов [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы| БАССР-ҙың]] халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары була<ref>[http://www.gasrb.ru/histm53.html Персоналии] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20160304115725/http://www.gasrb.ru/histm53.html |date=2016-03-04 }}</ref>.
[[1924]] — [[1926 йыл]]дарҙа [[Мәскәү]]ҙә БАССР-ҙың сауҙа вәкиллегендә экономист-консультант вазифаһын биләй. Ошо уҡ йылдарҙа Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтында белем ала. 1930 йылдың ғинуарында "Солтанғәлиевщина"ла ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм 3 йылға иркенән мәхрүм ителә. [[1933]] — [[1935 йыл]]дарҙа Карелияла һөргөндә була, һуңынан Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. [[1938 йыл]]дың 12 сентябрендә атып үлтерелә. 1989 йылда уның исеме аҡлана.
 
37 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* [http://bashhistory.on.ufanet.ru/Vse/bash20_30/bash20_30.html Образование Башкирской АССР]{{Недоступная ссылка|date=August 2021 |bot=InternetArchiveBot |fix-attempted=yes }}
* [http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ ПРОВОЗГЛАШЕНИЯ СОВЕТСКОЙ АВТОНОМИИ БАШКОРТОСТАНА]
* [http://www.vatandash.ru/index.php?article=1725 К 115-летию со дня рождения видного государственного и политического деятеля М. Д. Халикова] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20160304194309/http://vatandash.ru/index.php?article=1725 |date=2016-03-04 }}
* [http://bashkorttar.ru/?p=302 Большая Башкирия] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20170111230950/http://bashkorttar.ru/?p=302 |date=2017-01-11 }}
* [http://www.gasrb.ru/histm53.html Персоналии] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20160304115725/http://www.gasrb.ru/histm53.html |date=2016-03-04 }}
* {{БЭ2013|index.php/component/content/article/8-statya/2241-bikbauov-bdr-shit-ilyas-uly|автор=Ҡускилдин Д.Ғ.}}
* [http://kitaptar.bashkort.org/files/avtonomiyaly_bashqortostan_bajraghy_astynda._ofo._2009.pdf] Азат Ярмуллин. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө — 2009, 138—139 б.