Корренс, Карл — версиялар араһындағы айырма

152 байт өҫтәлгән ,  2 месяца назад
Карл Корренс 1864 йылдың 19 сентябрендә [[Мюнхен]]<nowiki/>да тыуған. Уның атаһы рәссам булған. Бәләкәй сағында уҡ ата-әсәһен юғалтҡан. Уны инәйе тәрбиәләп үҫтергән. Башланғыс белемде [[Швейцария]]<nowiki/>ла Санкт-Галлендә алған.
 
1885 йылдан 1888 йылға тиклем ул Грацта, [[Берлин]]<nowiki/>да һәм [[Лейпциг]]<nowiki/>та ботаника буйынса белем алған.
 
1885 йылда Корренс Мюнхен университетына уҡырға инә. Унда ботаника буйынса Карл Вильгельм фон Негели уҡытҡан; Корренстың ата-әсәһе булмауын белеп, ул уға уҡыуҙа бар яҡлап ярҙам итергә тырышҡан.
 
Негели Карлда үҫемлектәрҙең нәҫеллеге[[Нәҫелсәнлек|нәҫеллек]] билдәләрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Шулай уҡ Корренсҡа диссертация яҙыуҙа ярҙам күрһәткән.
 
1892 йылда Карл Корренс Карла Вильгельм фон Негелиның туғаны Элизабетҡа өйләнгән.
 
== Фәнни эшмәкәрлеге ==
Карл Корренс [[Мүктәр|мук]] һымаҡтарҙы, ылымыҡтарҙы[[ылымыҡтар]]<nowiki/>ҙы, орлоҡло үҫемлектәрҙе өйрәнеү һәм [[микология]] буйынса махсуслаша.
 
Корренстың төп ҡаҙанышы голланд Xуго де Фриз һәм Австрия ғалимы Эрих Чермак менән бер үк ваҡытта Мендель тарафынан асылған нәҫеллек ҡанундарын ҡабатлап асыуға һәм раҫлауға ҡайтып ҡала.. Үҫемлектәр нәҫеллеге хаҡында Корренстың тикшереү эштәренең тәүге һөҙөмтәләре 1900 йылда баҫылып сыға.
 
Карл Корренстың хеҙмәттәре үҫемлектәрҙә[[үҫемлектәр]]<nowiki/>ҙә нәҫеллек билдәләренән: ксения күренештәрен, [[Енес (биология)|енес]] билдәләре формалашыуын, сыбар япраҡлылыҡ һәм плазматик нәҫеллеккә эйә булыу күренештәрен артабан өйрәнеүгә арналған.<ref name="энциклопедия">[[Большая советская энциклопедия]]: В 30 т. — М.: «Советская энциклопедия», 1969—1978.</ref>.
 
Плазматик нәҫеллеккә эйә булыу күренештәренең тәүге дәлилдәрен Корренс 1909 йылда Mirabilis jalapa үҫемлегенең сыбар япраҡлылығына арналған хеҙмәтендә килтерә. Был нәҫеллек нигеҙендә хлоропластарҙың ([[фотосинтез]] процесын башҡарған органоидтар) әсәлек линияһы буйынса ғына күсеүе ята. 1908 йылда Карл тәүге тапҡыр [[Күҙәнәк ядроһы|ядро]] геномы составына инмәгән генды тасуирлап бирә.
 
Корренс хромосомаларҙа[[хромосома]]<nowiki/>ларҙа (1902) гендар алмашыныу (кроссинговер) һәм гендар эләгешеү ҡанундарын һәм үҫемлектәрҙә енес билдәләренең Мендель закондарына ярашлы нәҫелгә күсеү сәбәптәрен бик күптәрҙән алда уҡ аңлау дәрәжәһенә өлгәшкән ғалимдарҙың береһе.
 
== Фәнни эштәре ==
5375

үҙгәртеү