Мәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһында: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Akkashka (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
10 юл:
== Әҫәрҙәренең эстәлеге ==
Мәжит Ғафуриҙың яҙған әҫәрҙәрен һәм мәҡәләләрен һанап сығыу ҙа был тема документаль һәм нәфис проза, шиғыр һәм поэма ижад итеүҙә, драматургияла ни тиклем мөһим булыуын күрһәтә. Һәм эстәлек, формаль мәғәнә яғынан да нәфис әҫәрҙә файҙаланырлыҡ. Уларҙа, художестволыҡ менән бер рәттән һәләкәт тураһында документаль мәғлүмәт тупланған. Уның дөйөм гуманистик масштабы – шәхестең рухи үҙгәреүен, һынылышын анализлау аша асыла. Шуның менән бер рәттән эстәлек аспекты менән тығыҙ бәйләнештә әҫәрҙең стилистика динамикаһында, поэтикаһында үрелгән.
Авторҙың төп художество бурысы ысынбарлыҡты дөрөҫ яңынан тыуҙырыуында. Мәжит Ғафури әҫәрҙәрендә шул замандағы тормош күренештәре етерлек киң һәм тәрән алынған. Бик ҡыҙғаныс картина күҙ алдына баҫа.
Мәжит Ғафуриҙың «Аслыҡ тырнағында» йыйынтығы һәм уға индерелгән «Кеше ашаусылар» поэмаһы һәм аслыҡ тематикаһын асҡан шиғырҙары әҙәбиәт белгестәре һәм әҙәби тәнҡит иғтибарынан ситләтелмәне. Улар тураһында Р. Башкуров, Ф. Ибраһимова, З. Рәмиев һ. б. яҙҙы. Шул осорҙағы барлыҡ әҫәрҙәрҙә һәм Мәжит Ғафури ижадында ла ғалимдар Волга буйындағы аслыҡтың натуралистик картиналары һүрәтләнешен һәм Ғафури шиғриәтендә негатив яғын күрҙеләр. З. Г. Сәләхованың кандидатлыҡ диссертацияһында күҙәтеү предметы булып натурализм, уның төрлө аспекттары тора. М. Ғафуриҙың «Кеше ашаусылар» поэмаһын, татар яҙыусыһы Ғәлимйән Ибраһимовтың «Кешеләр» провесы һымаҡ, тәрән психологизм менән бергә натурализмдың тулы биологик төрө файҙаланылған әҫәр тип дәлилләй.
== Ижадын тәнҡитләү ==
Совет идеологияһы вәкилдәре Мәжит Ғафуриҙы натурализмда ғәйепләүе, хөкүмәт тарафынан ярҙам булдырылыуын тасуирламауы, совет власының сәйәсәтен аңлап еткермәүҙә һәм теманы әҫәрҙә хаталы асыуын тәнҡитләгәнлеге көн кеүек асыҡ.
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
|