Белорет: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
=== Һыу һурҙырғыс башня ===
[[File:BeloretWaterTower.jpg|thumb|слева|Белореттағы тарихи һыу һурҙырғыс башня]]
Ҡалала 1916 йылда «Вогау и К» тигән Сауҙа йорто хужалары ситтән килтерелгән сифатлы ҡыҙыл кирбестән эклектика стилендә һыу һурҙырғыс башня төҙөтә. Ул ҡаланың иң бейек ҡоролмаһы була һәм Үрге биҫтә тип йөрөтөлгән өлөштә инженерҙарҙың йорттарына, больницаға, ҡунаҡханаға, улус идаралығына, магазиндарға һәм һыу алғыс будкаларына һыу ебәрә. Һыу үткәргестәр 8,4 км оҙонлоҡта булған. Иң өҫтәге күҙәтеү майҙансығында янғын һүндереүсе нәүбәттә торған. 1956 йылда ул һыу биреүҙән туҡтаған, ә 1967 йылда бик ныҡ туҙған ротондаһы һүтеп алынған <ref>[https://www.beloretsk.info/knigi-o-beloretske-i-r-ne/beloretsk-vchera-i-segodnya/572-tom-1-glava-26-vodonapornaya-bashnya ]// Белорецк: вчера и сегодня - Том 1. Глава 26. Водонапорная башня</ref>.
 
2021 йылдың июль айында, реставрациянан һуң, башня асылып, экскурсиялар үткәрелә башлай <ref>https://utv.ru/material/v-bashkirii-vosstanovili-zabroshennuyu-vodonapornuyu-bashnyu-teper-tuda-mozhno-prijti-na-ekskursiyu/ В Башкирии восстановили заброшенную водонапорную башню. Теперь туда можно прийти на экскурсию</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Белорет» битенән алынған