Фәҡирлектә үткән тереклек — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
== Сюжеты ==
«Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһе — тәнҡитле реализм өлгөһө. Хикәйәнең сюжеты ул осорҙа ысынбарлыҡта күҙәтелгән реаль тормош күренешен һүрәтләүгә ҡоролған. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булып яңғырай. Төп геройҙары байҙар, муллалар, сауҙагәрҙәр, шәкерттәр булған әҙәбиәт донъяһына әлегә тиклем билдәле булмаған герой — ауыл ярлылары килеп инә.
 
Ниғмәтулла һәм уның ҡатыны Сәрүиҙең ауыр тормошо трагикомик ситуацияларға ҡуйылып бәйән ителә. Ниғмәтулла буран мәлендә вафат була, ә Сәрүи тағы ла бер фәҡир иргә кейәүгә сыға. Әммә уның менән дә оҙаҡ йәшәмәй. низағлашып айырыла. Автор ауылдаштарының ҡатмарлы һәм юҡсылыҡта үткән михнәтле тормошон тәрән теләктәшлек һәм йәлләү тойғолары менән һүрәтләй. Әммә Мәжит Ғафури был ҡараңғылыҡтан сығыу юлын аңлата алмай<ref>[https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]</ref> .
 
== Төҙөлөү тарихы ==
* [[Ашау етмәү]]
== Әҙәбиәт ==
* ''История башкирской литературы''. Т.1: С древнейших времен до начала XX вкека/Мажит Гафури (421—428 с.) — Уфа: Китап., 2012. — 560 с. ISBN 978-5-295-05562-1 (т.1) ISBN 978-5-295-05561-4
* ''Мажит Гафури: новый взгляд на творчество поэта'' / Ф.Ш. Сибагатов. — Уфа: Китап, 2020 — 280 с. ISBN 978-5-295-07507-0
 
== Һылтанмалар ==
* [https://wikisource.org/wiki/Фәҡирлек_менән_үткән_тереклек Фәҡирлектә үткән тереклек]
22 603

үҙгәртеү