Моргенштерн (музыкант): өлгөләр араһындағы айырма

рәсәй рэп-башҡарыусыһы һәм музыкант
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Моргенштерн (музыкант)" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

07:49, 19 июль 2021 өлгөһө

Моргенштерн (ысын исеме — Алишер Таһир улы Моргенштерн, тыуғандағы фамилияһы — Вәлиев[комм 2];   17 февраль 1998, Өфө) — рәсәй рэп-башҡарыусыһы һәм музыкант. Элгәре әүҙем рәүештә YouTube видеохостингында видеоблогер эшмәкәрлеге алып бара.

Биографияһы

Алишер Таһир улы Вәлиев Өфөлә 1998 йылдың 17 февралендә тыуған[1]. MTV хәбәр итеүенсә, милләте буйынса — «яртылаш рус, яртылаш башҡорт»[2]. Әсәһе сәскә бизнесы менән шөғөлләнгән. Ата-әсәһе айырылышҡан, ә Алишерға 11 йәш тулғас, уның атаһы көслө алкоголизм арҡаһында бауыр циррозынан вафат була [3]. Ул мәктәп йылдарында рэп менән мауыға башлай. 16 йәш тулғас, ул автомойкала эшләгән, тәҙрә йыуған, урамда реклама листовкалары таратып йөрөгән һәм үҙен курьер ролендә һынап ҡараған.

Бала сағынан музыка менән ҡыҙыҡһынған. Иң беренсе клибын «Болоттарҙан өҫтәрәк» исеме менән 2010 йылда төшөргән[4].

2021 йылдың 15 июлендә Моргенштернды Spotyfy стриминг сервисы РФ территорияһында урынлашҡаны бирле Рәсәйҙән иң күп тыңланылған башҡарыусы тип атаған[5].

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

Сығанаҡтар

Һылтанмалар