Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

ғалим
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы (1980 йыл, 25 ноябрь, СССР, РСФСР, БАССР, Өфө ҡалаһы —). Философия фәндәре кандидаты, доцент. Биографияһы Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы 1980 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡа..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

14:53, 11 июль 2021 өлгөһө

Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы (1980 йыл, 25 ноябрь, СССР, РСФСР, БАССР, Өфө ҡалаһы —). Философия фәндәре кандидаты, доцент.

Биографияһы

Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы 1980 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 2003 йылда БДУ-ның философия һәм социология факультетын «Социаль эш» һөнәре буйынса тамамлаған. Шул уҡ 2003 йылда БДУ-ның философия кафедраһы аспирантураһында уҡый башлай һәм уны 2006 йылда тамамлай. 2002—2003 йылдарҙа, студент сағында, һәм 2005—2006 йылдарҙа БДУ-ла аспирантурала уҡыған сағында Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты була. 2002—2003 йылдарҙа В. Потанин фондының степендиаты. 2004-2007 йылдарҙа БДУ-ның философия һәм социология факультетындағы социаль эш кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы булып хеҙмәт итә. 2007-2016 йылдарҙа Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфә ҡалаһындағы филиалында доцент һәм фәнни эш буйынса директор урынбаҫары (2014-2015) була. 2005-2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәгендә кесе ғилми хеҙмәткәр, ғилми хеҙмәткәр, ғилми секретарь була. 2007-2008 йылдарҙа - ГНУ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының "Гуманитар тикшеренеүҙәр институты" директоры урынбаҫары. 2009 йылдың февраленән алып 2016 йылдың февраленә тиклем ГБНУ "Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты" директорының урынбаҫары. 2016 йылдың февраленән алып М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Мосолман белеме биреүҙе үҫтереү Тармаҡ-ара ғилми тикшеренеүҙәр үҙәге директоры. 2017 йылдың июленән башлап М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Рухи хәүефһеҙлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереүҙең Ғилми тикшеренеүҙәр институты директоры. 2019 йылдың мартынан алып 2021 йылдың ғинуарына тиклем - Болғар ислам академияһы (Татарстан) ректоры ( РФ Президенты ҡушыуы буйынса булдырылған федераль проект, Рәсәйҙә ислам белеме биреүҙең юғары баҫҡысы). 2021 йылдың 25 мартынан БАГСУ ректоры. Фәнни тикшеренеү өлкәләре Социаль философия, девиант холоҡ социологияһы, миграция, наркоманияны профилактикалау, конфессия-ара мөнәсәбәттәре һәм экстремизмды профилактикалау. Башҡортостан Республикаһының Наркотиктарға ҡаршы комиссияһы ҡарамағындағы Ҡануниәтте камиллаштырыу эшсе төркөмөнөң ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының Белем биреү һәм фән министрлығы ҡарамағындағы эшсе төркөм ағзаһы. "Образование и духовная безопасность" фәнни журналының баш мөхәррире. 2012-2016 йылдарҙа РФ-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса УФСКН Йәмәғәт советы рәйесе.