Нуҡай ауылы янындағы һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
 
Был һуғыш А. Б. Ҡарамышев исемендәге Беренсе Башҡорт атлылар полкының һәм Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкының РККА –ның 1-се Армияһының Егерменсе Пенза уҡсылар дивизяһы ҡарамағындағы 1-се Көнсығыш атлылар полкы менән уңышлы алыштарының береһе. Был алыш 1919 йылдың 18 ғинуарында Мораҡ биләмәһенең Көньяҡ – Көнбайыш фронтында Ҡыпсаҡ Ҡантоны Нуҡай ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Күгәрсен районы) янында була.
 
Алыш иртән иртүк башлана. Был ауылда биш йөҙләп ҡыҙыл ғәскәрҙәр һалдаттары була. Һөжүм де бер юлы Нуҡай ауылының өс яғынан башлайҙар. Һөҙөмтәлә ауыл башҡорт хәрбиҙәре тарафынан яулап алына.
Алыш ваҡытында ҡыҙыл ғәскәрҙәр яртылаш ҡыйратыла. Ҡалған өоөшө ҡурҡыуҙан һәм күп юғалтыуҙар арҡаһында сигенергә мәжбүр була. Тәртипһеҙ рәүештә тырым тыраҡай Ҡыҙыл мәсет яғына ҡасып ҡотола. Бащҡорттар был алышта ике кешеһен юғалта өс башҡорт яугиры йәрәхәтләнә. Уларға ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙән күп кенә трофей ҡала. Бик күп ҡорал, снаряжениелар, поход хәрби канцелярияһы һәм башҡа монаяттары ҡала.
Ҡыҙылдарҙың ҡасып киткән өлөштәре башҡаса артабан ҡышҡыһын да дауам иткән бер генә алыштарҙа ла ҡатнашмай.
Был алышта ҡатнашыусыларға Башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ә. Вәлиди тарафынан рәхмәт белдерелә. Ун бер офицер юғарыраҡ дәрәжә ала. Шулар араһынан Башҡорт ғәскәрҙәренең Мораҡ төркөмө бпш сардары (баш командующие) поручик Х.Ф. Әлишев штабс ротмистер, юнкер Мөхәммәтов прапорщик дәрәжәләре ала.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==