Чурилов Иван Ефимович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
[[File:Справка семье Чурилова Ивана Ефимовича для получения пособия. Дата выдачи 26 марта 1942 года.jpg|thumb|Иван Ефимович Чуриловтың ғаиләһенә бирелгән белешмә. Бирелеү ваҡыты 26.03.1942]]
== Биографияһы ==
Иван Ефимович Чурилов 1920 йылда [[Башҡортостан]]дың [[Баймаҡ]] ҡалаһында тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан [[Ҡыҙыл Армия]] сафына алына. ВЛКСМ ағзаһы. Баймаҡ тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, тарихсы М.М. Маннаповтың эҙләнеүҙәренән, Чуриловтар ғаиләһе Баймаҡҡа [[Ырымбур өлкәһе]] [[Кваркен районы]] (ул ваҡытта [[Йылайыр кантоны]]) Яңы Кура ауыл советында йәшәгән. Иван йәш саҡтан эшләй башлай. 1934 йылда Түбә руднигында итексе булып эшләй<ref>[http://urgaza.ru/historical-background/mining/218/1548/ Горное дело]</ref>. 11-се гвардия уҡсылар дивизияһының 27-се гвардия уҡсылар полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә. Аҙаҡҡы хеҙмәт урыны 11-се гвардия уҡсылар дивизияһы штабы тип күрһәтелгән<ref name="Память народа"></ref>. Гв. кесе сержанты Иван Чурилов яу яланында ҡаты яралана, алған яраларҙан төҙәлә алмай һәм 1942 йылдың 18 октябрендә госпиталдә вафат була. Смоленск өлкәһе (хәҙер [[Калуга өлкәһе]]) Козельск районы Шемякино (хәҙер бөткән ауыл) ауылында ерләнә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса шул уҡ райондың Славышено ауылында<ref>[https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_zahoronenie260526461/?static_hash=d9e65f4b536d71170b3b7fe8a6b5aa4av1 Документы о захоронении]</ref>). Документтарҙа уның Баймаҡ ҡалаһы Чапаев урамы, 36 йорт, 12 фатирҙа йәшәгән әсәһе Евросинья Дмитриевна Чурилова күрһәтелгән<ref name="Память народа"></ref>.
 
== Хәтер ==