Буранов Ғилметдин Мостахетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
 
3 юл:
[[File:Двоюродные братья Буранов Гильметдин и Латыпов Мухаметша, пропавшие без вести в годы ВОВ.jpg|thumb|Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған ике туған ағалы-ҡустылы Буранов Ғилметдин (һулда) һәм Латыпов Мөхәмәтша. Һуғышҡа тиклемге фото]]
== Биографияһы ==
Ғилметдин Мостахетдин (документтарҙа атаһының исеме ҡыҫҡартылып алынған: Мостах, Мостафа<ref name="Память народа">[https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_dopolnitelnoe_donesenie8304808/?backurl=%2Fheroes%2F%3Fstatic_hash%3D34136ca897f0e7bac46dc695044c57e1v1%26last_name%3D%D0%91%D1%83%D1%80%D0%B0%D0%BD%D0%BE%D0%B2%26first_name%3D%D0%93%D0%B8%D0%BB%D1%8C%D0%BC%D0%B5%D1%82%D0%B4%D0%B8%D0%BD%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apdv_kart_in%3Apdv_kart_in_inostranec%3Apamyat_voenkomat%3Apotery_vpp%3Apamyat_zsp_parts%3Akld_ran%3Akld_bolezn%3Akld_polit%3Akld_upk%3Akld_vmf%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_rvk_extra%3Apotery_isp_extra%3Asame_doroga%26page%3D1%26grouppersons%3D1&search_view_id=smperson_rvk1074915047 Донесения о потерях]</ref>) улы Буранов 1911 йылда [[Башҡортостан]]дың хәҙерге [[Баймаҡ районы]] [[Ишмөхәмәт (Баймаҡ районы)|Ишмөхәмәт]] (ауылдың икенсе исеме Ҡарамалы) ауылында<ref name="Память народа"></ref> күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Мостахетдин Буранов итексе була. Ғаилә күп балалы булыуға ҡарамаҫтан, әсәһе Рәхимә колхозда ла эшләй. Балалар бәләкәй саҡтан эшкә әрһеҙ булып үҫәләр. Ғилметдин колхозда мал ҡараусы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 20 авгусында БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан [[Ҡыҙыл Армия]] сафына алына<ref name="Память народа"></ref>. «Память народа» сайтындағы документтарҙан күренеүенсә, ул 142-се кавалерия полкында ҡылыссы<ref name="Память народа"></ref> булып хеҙмәт итә. Әлеге полк 34-се кавалерия дивизияһында булыуы мөмкин, сөнки уның составында ғына 142-се кавалерия полкы бар. 34-се кавдивизияның хәрби ғәмәлдәр осоро — 1941 йылдың 3 авгусынан алып 1942 йылдың 30 июленә тиклем Черкассы өлкәһенән Кременчуг, Полтава, Харьков, Краматорск, Северодонецк йүнәлешендә үтә. Буранов Ғилметдин туғандарына һуңғы хатын 1941 йылдың 15 октябрендә яҙа. Хәрби исемлектәрҙән хәбәрһеҙ юғалыу сәбәпле 1942 йылдың 1 ғинуарында төшөрөлә<ref name="Память народа"></ref>.
 
== Хәтер ==