Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
19 юл:
{{фамилиялаш|Ғабдрахманов}}
 
'''Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов''' ([[1 ғинуар]] [[1935 йыл]] — [[15 октябрь]] [[2013 йыл]]) — [[башҡорт]] композиторы, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның халыҡ артисы (1995).
 
== Биографияһы ==
Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов 1935 йылдың 1 ғинуарында [[Башҡорт АССР-ы]]ның (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) [[Учалы районы]] [[Наурыҙ (Учалы районы)|Наурыҙ ауылында]] тыуған.
 
[[Өфө сәнғәт училищеһы]]н (1965; [[Рафиҡ Сәлмәнов]] класы), [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]]н (1973; [[Заһир Исмәғилев]] класы) тамамлаған. 1961—68 йылдарҙа [[Өфө]]нөң 8‑се музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йылдарҙа [[БАССР]]‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире.
29 юл:
Абрар Ғабдрахманов ижады бай тематикалы булыуы, музыкаль әҫәрҙәр яҙыуҙа күп төрлө формалар һәм алымдар ҡулланылыуы менән айырылып тора. [[Башҡорт]] халыҡ өйҙәренә нигеҙләнгән «Йәмле Яйыҡ буйҙары» (1972) симфоник картинаһын, «Башҡорт бейеүҙәре» (1980) симфоник сюитаһын, 2 скрипка һәм фротениано өсөн «Бейеү ритмдары» (1976) сюитаһын, скрипка һәм фортопиано өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фортепиано өсөн «Башҡорт моңдары» пьесалар циклын (1992) киң билдәле. Уның ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн Концерт (1977), [[Рафаэль Сафин]] һүҙҙәренә «Мәңгелек яралар» (1972), [[Абдулхаҡ Игебаев]] һәм [[Йыһат Солтанов]] һүҙҙәренә «Тыуған ерем — моңло йырым» (1979) кантаталары; [[Хәким Ғиләжев]] һүҙҙәренә «Ер улы — Ил улы» (1986), [[Рәми Ғарипов]] һүҙҙәренә «Туған тел» (1989), [[Назар Нәжми]] һүҙҙәренә «Шағир» (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: [[Рәмил Йәнбәк]] һүҙҙәренә «Ағиҙел», [[Зарема Әхмәтйәнова]] һүҙҙәренә «Аҙашҡанһың, кәкүк», [[Зөһрә Ҡотлогилдина]] һүҙҙәренә «Төштәрҙә генә булһа ла», [[Рауил Бикбаев]] һүҙҙәренә «Туған моңдар» һәм башҡалар. Бынан тыш 50‑нән ашыу башҡорт халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен капелла хоры өсөн эшкәртә («Сибай», «Томан», «Уйыл», «Шәүрә» һ. б.). Балалар өсөн «Һоро муйын» («Серая шейка»; 1987, Д. Н. Мамин-Сибиряктың шул уҡ исемле әкиәте буйынса Г. А. Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса яҙа.
 
1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1981).
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
* Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).
* БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).
43 юл:
 
== Һылтанмалар ==
* {{БЭ|84938}}{{V|21|06|2021}}
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/5187-abdrakhmanov-abrar-kha-uly}}
* [http://wiki02.ru/encyclopedia/Gabdrahmanov_Abrar_Hakovich/t/3286 Габдрахманов Абрар Хакович]
* [http://news.mail.ru/inregions/volgaregion/2/society/15215443/ В Уфе простились с выдающимся композитором Абраром Габдрахмановым]