Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы — версиялар араһындағы айырма

Дәүмәлдә үҙгәрештәр юҡ ,  1 месяц назад
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
{{Ук}}
'''Зарипов Ғәбделхай Әхәт улы''' (27 август 1923 йыл — 24 апрель 2020 йыл)  — [[112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы]] яугиры, рядовой, ҡыҙылармеец<ref name="Зарипов">[https://pamyat-naroda.ru/heroes/person-hero81050602/ Зарипов Габдулхай Ахатович]</ref><ref name="БП">[https://www.moypolk.ru/soldier/zaripov-gabdulhay-ahatovich Зарипов Габдулхай Бесмертный полк]</ref>.
 
== Биографияһы ==
== Хәрби хеҙмәте ==
Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла<ref>[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/17-lichnyj-sostav-divizii/bukva-z/1388-zaripov-gabdulkhaj-akhatovich?Itemid=104 Зарипов Габдулхай Ахатович.112bkd]</ref><ref name="Зарипов" />. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр.
Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр<ref name="Орден">[https://www.bashinform.ru/news/1417547-orden-shaymuratova-vruchen-veteranu-vov-kotoryy-posle-raneniya-voshel-v-sostav-bashkavdivizii/ Орден Шаймуратова вручен ветерану, который после ранения вошел в состав Башкавдивизии]</ref>. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була<ref name="Йәнтөйәк">[https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75-yyl/Shaymoratov-vari-i-259709/?sphrase_id=104620 Шайморатов вариҫы]</ref>.
 
== Наградалары ==
== Ғаилә хәле ==
Ғәбделхәй Зарипов һуғыштан ҡайтҡас ғаилә ҡора. 1965 йылдан Зариповтар ғаиләһе Кесе Нәкәрәк ауылында йәшәй. Тормош иптәше менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр<ref name="Йәнтөйәк" />.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Видео ==
== Сығанаҡтар ==
* [http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/17-lichnyj-sostav-divizii/bukva-z/1388-zaripov-gabdulkhaj-akhatovich?Itemid=104 Зарипов Габдулхай Ахатович]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
{{Портал|Башҡорт атлы дивизияһы}}
19 781

үҙгәртеү