Зарипов Ғәбделхәй Әхәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл:
== Хәрби хеҙмәте ==
Ғәбделхәй Зарипов Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылдың авгусында Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла<ref>[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/17-lichnyj-sostav-divizii/bukva-z/1388-zaripov-gabdulkhaj-akhatovich?Itemid=104 Зарипов Габдулхай Ахатович.112bkd]</ref><ref name="Зарипов" />. Башта район үҙәге Мишкәлә уларҙы өс көн тоталар: һуғыш режимына, винтовканан атырға, сетерекле хәлдәрҙән сығырға өйрәтәләр.
Ғәбделхай Әхәт улы һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Десантсылар полкында ул разведчик була. Мәскәү тирәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың йәйендә һауа-десант дивизияһын 41-се уҡсы гвардия дивизияһына ҡушып, Сталинград ҡалаһы биләмәһенә ебәрәләр<ref name="Орден">[https://www.bashinform.ru/news/1417547-orden-shaymuratova-vruchen-veteranu-vov-kotoryy-posle-raneniya-voshel-v-sostav-bashkavdivizii/ ] </ref>. Шулай бер разведка барышында Ғәбделхәй Зариповтың отряды фашистарға эләгә. 28 һалдаттың һигеҙе генә әйләнеп ҡайта ала. Ғәбделхәй Әүхәт улы ҡаты яралар менән госпиталгә эләгә. Ун һигеҙе лә тулып өлгөрмәгән егетте дауаланырға тыуған яғына ҡайтаралар. Әммә өйҙә ятыу уға тынғылыҡ бирмәй, ул тағы ла военкомат юлын тапай. 1943 йылда уны данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Туймазы станцияһындағы запас полкына ебәрәләр. Һигеҙ айҙан егет сапер батальоны составында фронтҡа ебәрелә. Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Ғәбделхәй Әхәт улы Белоруссия, Польша, Варшаваны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Бранденбург, Белград, Трептов, Каммин, Гюльцов, Плате, Берлин тирәһендәге яуҙарҙа батырлыҡ күрһәтә. Шулай уҡ Висла, Одер, Варта, Көньяҡ Буг йылғаларын, Освенцим концлагерын азат итеүҙә ҡатнаша. Күп тапҡыр хәрби операцияларҙа була<ref>[https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75-yyl/Shaymoratov-vari-i-259709/?sphrase_id=104620 Йәнтөйәк газетаһы]</ref>.
 
== Наградалары ==