Блюхер Василий Константинович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вики-Һаҡлағыстағы 1915_vasily_blukher.jpg рәсеме Rubin16 ҡатнашыусыһы тарафынан юйылған. Ул яҙған сәбәп: per c:Commons:Deletion requests/File:1915 vasily blukher.jpg.
71 юл:
 
1920 йылдың 7 авгусынан алып дивизия Апостолово станцияһында йөктәрҙән бушатыла һәм 52-се латыш дивизияһы артынан Днепрҙың һул яҡ ярына сыға башлай. Ул икенсе эшелонда көстәрен туплай һәм Каховка тирәһендә оборонаға әҙерләнә. 1920 йылдың 7 авгусынд апланлаштырылған һөжүм буйынса Блюхер үҙ ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә: армия командующийы И. П. Уборевичҡа һөжүм әҙерлекһеҙ үткәрелде тип яҙа. Әлеге тәнҡитләү командарм менән Блюхерҙың араһындағы мөнәсәбәттәргә кире йоғонто яһай.
 
[[Файл:Vasily_Blyukher_1921.jpg|мини|310x310пкс|Одессагарнизоны һәм Одесса губернаһы ғәскәрҙәре начальнигы. 1921 йыл]]
Икенсе һөжүм осоронда 51-се дивизияның полктары Врангелдең атлы корпусын (етәксеһе И. Г. Барбович) ҡыйрата һәм Каховка плацдармына сигенәләр. Әлеге плацдармға һөжүм иткән саҡта аҡтар үҙҙәренең бөтә тиерлек танкыларын юғалта.