Фондеранцев Герасим Ефимович: өлгөләр араһындағы айырма

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Подполковник
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"'''Фондеранцев Герасим Ефимович''' (1899 йыл, Украина, Кировоград өлкәһе, Яң..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

12:16, 14 июнь 2021 өлгөһө

Фондеранцев Герасим Ефимович (1899 йыл, Украина, Кировоград өлкәһе, Яңы Прага районы, Яңы Прага ауылы[1]- 1982 йыл, июнь )- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Майор Гәрәй Нафиҡовтан һуң 294-се полк командиры. Подполковник. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Александр Невский (1943), III Суворов , Монголия Халыҡ Армияһына 50 йыл (1971) һ.б.ордендар кавалеры [2].

Биографияһы

Герасим Фондеранцев 1899 йылда тыуған. 1918 йылда Украиналағы Николаев ҡалаһы РВК-һы тарафынан армияға алынған. 1918 йылдан 1920 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында граждандар һуғышында ҡатнашҡан.

1941 йылдың 7 сентябренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 20 сентябренән Вязьма янында оборонала торорға тейешле 45-се кавалерия дивизияһының 52-се кавалерия полкы командиры була (дивизияның иҫән ҡалған яугирҙары Вязьма янындағы ҡамауҙан сыға).

1942 йылдың 10 июлендә хәҙерге Липецк өлкәһе Лобановка ауылы өсөн алышта 294-се кавалерия полкы командиры Гәрәй Нафиҡов һәләк булғандан һуң полк командиры итеп подполковник Герасим Фондеранцев тәғәйенләнә һәм 1943 йылдың апреленә тиклем 294-се полк менән етәкселек итә. 1942 йылдың ноябрендә Сталинград өсөн алышта 275-се кавалерия полкы командиры Т.Т.Күсимов ҡаты яраланғас, дивизия командиры М.М.Шайморатов күп яугирҙарын юғалтған ике полкты бергә ҡушып, уның командиры итеп Г.Е.Фондеранцевты тәғәйенләй.

1944 йылдың 14 ғинуарында йәрәхәтләнә. Подполковник.

Биографияһындағы ҡайһы бер мәғлүмәт әлегә ябыҡ.

Наградалары

Ленин ордены (1944)[3]

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1918,1943) [4]

Александр Невский ордены (1943)

III Суворов (1943)[5]

Ҡыҙыл Армияға 20 йыл миҙалы (1918)

Монголия Халыҡ Армияһына 50 йыл (1971)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

В музее знаменитой 112-й Башкирской кавалерийской дивизии встретились дети и внуки воинов

Замир Вахитов. Склоняем головы перед героями