Сираев Ғәли Фазлый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Сираев Ғәли Фазлый улы 1915 йылда элекке [[Башҡортостан]]дың [[Ҡандра районы]]нда (хәҙер [[Туймазы районы]]) тыуа. Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны составында һуғыша. Хәрби званиеһы — старшина<ref>[http://112bkd.ru/index.php/component/content/article/26-lichnyj-sostav-divizii/bukva-s/1780-siraev-galej-fazdievich?Itemid=104 Шаймуратовцы.СИРАЕВ Галей Фаздиевич]</ref>.
[[1942 йыл]]дың 21 декабренән алып декабрҙең 22-нә тиклем осорҙа бейеклек өсөн һуғышта 2-се эскадрон старшинаһы Сираев Ғәли Фазлый улы һуғыш яланынан ҡоралдары менән 10 яралы һалдатты алып сыға, ике дошман һалдатын юҡ итә. Шәхси составты һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшы ойоштора. Подразделениеның приказы менән [[1943 йыл]]дың [[1 ғинуар]]ында Сираев Ғәли Фазлый улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә<ref>[https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_nagrazhdenie16371357/?static_hash=a0343d94e09a45487c95e103c21df1d6v1. Память народа.Документы о награждении. Сираев Галей Фаздиевич]</ref>.
Сираев Ғәли Фазлый улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
 
== Иҫкәрмәләр ==