Вәлиев Баҡый Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия лейтенанты, разведка взводы командиры, шайморатовсы
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
"'''Вәлиев Баҡый Вәли улы''' (28 декабрь, 1916 йыл, Таулыҡай, Баймаҡ районы- 2..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

05:11, 11 июнь 2021 өлгөһө

Вәлиев Баҡый Вәли улы (28 декабрь, 1916 йыл, Таулыҡай, Баймаҡ районы- 2007 йыл, Сибай )- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 58 гвардия кавалерия полкы разведка взводы командиры. Гвардия лейтенанты. 1943 йылдың февралендәге дошман тылына рейдтан дивизия байрағын алып сыҡҡан. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944), дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943), дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Биографияһы

Баҡый Вәлиев 1916 йылдың 28 декабрендә Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында донъяға килгән. 1937 йылдан 1944 йылдың 11 апреленә тиклем Ҡыҙыл Армия сафтарында хеҙмәт итә[1]. Фин-совет һуғышында (1939-1940) ҡатнаша.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Т.Т.Күсимов етәкселек иткән 275-се кавалерия полкы (58-сегвардия кавалерия полкы) взвод командиры.

1943 йылдың 10-23 февралендә дошман тылына, Дебальцево станцияһы янына яһаған рейдтан сыҡҡанда уға дивизия командиры Миңлеғәли Шайморатов дивизия байрағын ҡамауҙан алып сығырға бойора. Баҡый Вәлиев был бойроҡто теүәл үтәй һәм дивизия байрағы дошман ҡулына эләкмәй, дивизия хәрби берәмек булараҡ һаҡланып ҡала.

1944 йыл 11 апрелендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһында бойороҡта Овадное өсөн барған алышта ПТР-ҙан дошмандың танкка ҡаршы пушкаларынан үҙе атып, эштән сығарҙы, бер нисә дошман һалдатын юҡ итте тиелә.

Баҡый Вәлиев дивизияла ҡурайсы булараҡ та билдәле була. Днепрҙы сыҡҡанда ул ҡурайын юғалта. Полк командиры Таһир Күсимов уға яңынан ҡурай яһарға ҡуша. Бәреп төшөрөлгөн дошман самолеты көпшәһенән Баҡый Вәлиев яңы ҡурай яһап ала. Ауыр алыштарҙан һуң Дон буйында ялға туҡтағас, Ғайфулла Сарбаев ҡурай тарта, ә Баҡый Вәлиев үҙе сығарған йырҙы йырлай[2] [3].

Наградалары

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)[4]

дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943)[5]

дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6]

Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.»

Медаль «За доблестный труд в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.»

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Валеев Бакий Валеевич

Знамя башкирской кавалерийской дивизии по эстафете передается городм и районам Зауралья