Динозаврҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Ниһәйәт → ниһайәт using AWB
Вики-Һаҡлағыстағы Human-eoraptor_size_comparison(v2).png рәсеме Ellin Beltz ҡатнашыусыһы тарафынан юйылған. Ул яҙған сәбәп: per c:Commons:Deletion requests/File:Human-eoraptor size comparison(v2).png.
115 юл:
Динозаврҙарҙы башлыса һәм йыш ҡына ҙур кәүҙәле хайуан тип һанаһалар ҙа, уларҙың күптәре хәҙерге кеше буйы хәтлем генә, ҡайһылары иһә бөгөнгө бесәйҙәр кеүек кенә булған. Ҡасандыр [[Төньяҡ Америка]]ла көн иткән һәм ''Hesperonychus elizabethae'' исеме менән [[2009 йыл]]да тасуирланған динозавр хәҙерге ваҡытта иң бәләкәй тип иҫәпләнә. Уның кәүҙә оҙонлоғо 50 сантиметр, ауырлығы 2 килограмға яҡын булған. Ул, күрәһең, бөжәктәр, ваҡ һөтимәрҙәр һәм динозавр балалары менән туҡланған. [[2008 йыл]]да динозаврҙың шул уҡ Төньяҡ Америкала йәшәгән һәм ''Albertonykus borealis'' исемен алған, ''Hesperonychus'' тип аталғанына ҡарағаанда ла бәләкәйерәк булған тағы бер төрөн тасуирлаһалар ҙа, палеонтологтар был турала рәсми хәбәр таратырға ашыҡмай, сөнки табылған мәғлүмәттәр етди һығымталар яһау өсөн етеңкерәмәй.
 
 
[[Файл:Human-eoraptor size comparison(v2).png|thumb|left|150px|Эорапторҙың ҙурлығы [[кеше]] менән сағыштырғанда]]
Хәҙерге баһалауҙар буйынса, ҡасандыр [[Ер|Ер йөҙөндә]] көн иткән ит менән туйыныусы йыртҡыс януарҙарҙың иң эреһе
[[спинозавр]], ул кәүҙәһенең ҙурлығы күрһәткестәре менән хатта [[тираннозавр]]ҙы ла уҙып киткән булған: оҙонлоғо 16—18 метрға яҡын, бейеклеге 8 метр. Арҡаһы буйлап 1,8 метр бейеклеккә еткән елкән һымаҡ тире һуҙылып торған. Оҙонлоҡтары 13 метрға еткән