Дайҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Дайҙар, дактар, дахтар''' ({{lang-fa|داها}}, {{lang-la|Daoi, Daai}}, {{lang-el|Δάοι, Δάαι}})  — күсмә ҡәбиләләр берләшмәһе<ref>Байте // БРЭ. Т. 2. М. ,2005.</ref><ref> Массагеты // БРЭ. Т. 19. М., 2011.</ref><ref> Иссык // БРЭ. Т. 12. М., 2008.</ref><ref>Андроновская культура // БРЭ. Т. 1. М., 2005.</ref><ref> Бактрия // БРЭ. Т. 2. М., 2005.</ref><ref> Бактра // БРЭ. Т. 2. М., 2005.</ref>. Беҙҙең эраға тиклем VII—III быуаттарҙа дайҙар [[Урта Азия]]ның көнбайышында йәшәгәндәр, ҙур ҡәбилә берләшмәләренең ([[массагет]], [[Сактар (ҡәбиләләр)|саҡтар]]ҙың һ.б.) бер өлөшөн тәшкил иткәндәр<ref name="БЭ" />.
 
== Тарихы ==
Дайҙар килеп сығышын тикшеренеүселәрҙең күпселеге  — һинд-иран ҡәбиләләре, ҡайһылары [[төрки ҡәбиләләр]] менән бәйләй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, дайҙар [[Сармат мәҙәниәте]] халҡы компоненттарының береһе булған<ref name="БЭ" />.
 
Тәүге тапҡыр дайҙар Әһәмәниҙәр батшаһы Ксеркс I яҙмаһында  — [[Әһәмәниҙәр дәүләте|Әһәмәниҙәр империяһы]] илдәре һәм өлкәләре исемлегендә телгә алына. Был исемлектә даик ҡәбиләләре саҡтарға күрше була. Дахтар башҡа саҡ ҡәбиләләре менән бергә Дарий III етәкселегендәге Әһәмәниҙәр ғәскәре составында [[Искәндәр Зөлҡәрнәй]]ҙең армияһына ҡаршы һуғыша, шул иҫәптән Гавгамел янындағы алышта ҡатнашҡан. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең армияһы Әһәмәниҙәрҙе тар-мар иткәс, саҡ кавалерияһының ҙур өлөшө гректар яғында күсә. Беҙҙең эраға тиклем 326 йылда дахтар Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең армияһы составында Гидаспа йылғаһы (төньяҡ-көнбайыш [[Һиндостан]]) янындағы һинд раджаһы Порҙың ғәскәренә ҡаршы алышта ҡатнашҡан. Е.  А.  Круглов буйынса, дахтарҙың бер өлөшө Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең һинд яуында ҡатнашмаған һәм [[Көньяҡ Урал]]ға киткән<ref name="Ямаева">{{статья|автор = [[Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы|Ямаева Л. А.]]|заглавие=«Урал-батыр» — эпос кушанской эпохи|ссылка=http://vatandash.ru/pics/pdf/2615.pdf|язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = |том= |номер= |страницы=32-3332—33 |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
 
Беҙҙең эраға тиклем III быуатта дах ҡәбиләләренең береһе  — парндар, уларҙың юлбашсыһы Аршак I Парфиялы башлығында  — башҡа ҡәбиләләр өҫтөндә күтәрелә ([[Парфия батшалығы]]). Парндар бынан алдараҡ үҙен Сәләвкиҙәр дәүләтенән бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән [[Парфия]] (Aparthik) өлкәһенә үтеп инә.
 
Дайҙар [[Антик]] дәүере авторҙарының ([[Геродот]], Берос, Полибий, [[Страбон]], [[Тацит]], [[Птолемей]], Арриан, Руф һәм башҡалар) хеҙмәттәрендә телгә алына<ref name="БЭ">{{БЭ|82511|Дайҙар|автор=Васильев В. Н.}}</ref>.
 
Беҙҙең эраға тиклем V быуатта боронғо грек тарихсыһы [[Геродот]] тәүгеләрҙән булып «даик» һүҙен этноним булараҡ ҡуллана. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта [[Страбон]] дахтар йәшәгән илде «[[Скифия|Скиф]] Дахаһы» тип атай һәм уны [[Каспий диңгеҙе]]нең төньяғында йәшәгән күсмә ҡәбиләләргә  — [[скифтар]]ға «дайҙар» йыйылма исемен бирә, уларҙың көнсығыш күршеләре тип [[массагет]]тарҙы һәм [[Сактар (ҡәбиләләр)|саҡтар]]ҙы атай<ref name="Даики">{{статья|автор = [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Мажитов Н. А.]]|заглавие=Даики в энтогенезе башкирского народа|ссылка=http://vatandash.ru/?article=2330 |язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = 2013 |том= |номер=9 |страницы= 3—28|doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
 
Беҙҙең эраның II быуатында [[Яйыҡ]] (Даик, Даикс, Даи, Джаик, Заих һ.б.) йылғаһы [[Птолемей]]ҙың картаһында билдәләнә, ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә йылғаның атамаһы «дай/дах» этнонимынан барлыҡҡа килгән (йәки «дах/дак/дай йылғаһы» тип аңлатылған<ref name="Йосопов" >{{статья|автор =[[Йосопов Ринат Мөхәмәт улы|Йосопов Р. М.]]|заглавие= К вопросу об этно- и расогенезе башкир-гайнинцев Пермского края|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/k-voprosu-ob-etnoi-rasogeneze-bashkir-gaynintsev-permskogo-kraya|язык= |издание = Вестник Академии наук Республики Башкортостан |тип = |год = 2010 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>). В.  В.  Бартольд Птолемейҙың картаһындағы «Даикс» һүҙен теркәлгән иң боронғо төрки һүҙ тип баһалай<ref name="Даики"/>. Бынан башҡа Көньяҡ Уралда Яйыҡ гидронимының төрлө варианттары яҡынса 10 ҙур һәм бәләкәй йылғаларҙың атамаларында һаҡланып ҡалған ([[Ыҡ]], [[Оло Эйек|Оло]] һәм [[Кесе Эйек]], [[Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы)|Ыйыҡ]], [[Оло Ыйыҡ|Оло]] һәм [[Кесе Ыйыҡ]] һәм башҡалар), был [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] даик/дах ҡәбиләләренең төбәктең боронғо тарихында ҙур роль уйнауҙары тураһында һөйләй<ref name="МНА">{{статья|автор = [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Мажитов Н. А.]]|заглавие=Современное состояние изучения проблемы происхождения башкирского народа (археологический аспект)|ссылка=http://vatandash.ru/index.php?article=2097|язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = 2012 |том= |номер= 2|страницы= |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
 
== Башҡорттарҙың этногенезында роле ==
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] буйынса, даик ҡәбиләләренең берләшмәһе [[башҡорттарҙың этногенезы]]нда әүҙем ҡатнашҡан.
 
[[Йосопов Ринат Мөхәмәт улы|Р.  М.  Йосопов]] фекеренсә, [[башҡорттар]]ҙың «[[иштәк]]» этнонимы үҙенең сығышы менән дахтарға бәйле. Иштәк  — хешдектәрҙең (йәки хешдахтарҙың) төркиләштерелгән формаһы булып тора, ул [[фарсы теле]]нән «туған», «тоҡом», «бөйөк, ҡеүәтле дахтарҙың, дактарҙың туғаны», бында «хеш»  — «туған, тоҡом», ә «дах», «дак», «дау»  — «бөйөк»<ref name="Йосопов" /><ref>{{статья|автор = Антонов И. В.|заглавие= Р. Г. Кузеев о проблеме ранних тюрков в Волго-Уральском регионе|ссылка=http://vatandash.ru/index.php?article=2200|язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
 
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] буйынса, дахтарҙың тарихи тыуған ере [[Арал диңгеҙе]]нең көньяҡ өлөшөндә (Каспий диңгеҙенең көнсығыш өлөшөндә) урынлашҡан, улар йәшәгән территория [[Көньяҡ Урал]] далаларын үҙ эсенә алған. [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған]] фекеренсә, был осорҙа Каспий һәм Арал диңгеҙҙәре араһында «Пасакартия» иле урынлашҡан<ref name="МНА" />. Беҙҙең эраға тиклем VII—V быуаттарға ҡараған [[Савромат мәҙәниәте]] генетик рәүештә беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттарға ҡараған [[Сармат мәҙәниәте]]нең алдан килеүсеһе була һәм туранан-тура даик ҡәбиләләре менән бәйле була<ref name="Даики"/>. Шул уҡ ваҡытта антик авторҙарына ярашлы, беҙҙең эраға тиклем VII—V быуаттарҙа савроматтар [[Дон]] һәм [[Волга]] далаларында йәшәгән тип күрһәтәләр<ref name="Согласно Геродоту и Страбону">{{статья|автор = [[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Мажитов Н. А.]]|заглавие=Согласно Геродоту и Страбону|ссылка=http://vatandash.ru/index.php?article=2421|язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = 2014|том= |номер=4 |страницы=30—39 |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
 
Археолог К.  Ф.  Смирнов фаразы буйынса, Көньяҡ Уралда иртә тимер быуатта йәшәгән, савромат һәм сармат археологик мәҙәниәттәрен йөрөтөүселәре булараҡ билдәле булған, ҡәбиләләр «[[Авеста]]» текстарында телгә алыныуы мөмкин, ә антик авторҙары хеҙмәттәрендә «дай/дах/дак» тигән дөйөм исем аҫтында күрһәтелеүе мөмкин. М.  И.  Ростовцев һәм С.  П.  Толстов ошондай уҡ ҡарашлы булғандар. К.  Ф.  Смирнов үҙенең картаһында даик/дах ҡәбиләләрен [[Яйыҡ]] йылғаһы бассейнында урынлаштырған. Ошо уҡ картала төньяҡта Геродот телгә алған исседондар (Яйыҡ/Даик йылғаһының үрге ағымында [[Урал тауҙары]]ның ике битләүҙәре буйлап), ә улар эргәһендә фиссагеттар, [[аргиппейҙар]] һәм аримасптар күрһәтелгән. К.  В.  Сальников буйынса [[Иҫәт]] йылғаһының атамаһы исседон ҡәбиләләренә бәйле<ref name="Даики"/>.
 
С.  Е.  Малов, [[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Ж. Ғ. Кейекбаев]], [[Баскаков Николай Александрович|Н.  А.  Баскаков]] һәм башҡалар буйынса [[скифтар]] осорондағы Көнсығыш Европаның көньяҡ өлөшө күсмә ҡәбиләләре араһында боронғо төрки теле өҫтөнлөк иткән һәм ошо ваҡытҡа ҡарай [[башҡорт теле]] айырым тел булып киткән. [[Руденко Сергей Иванович|С.  И.  Руденко]] буйынса [[башҡорттарҙың этногенезы|башҡорт халҡы этногенезының]] төрки ядроһы беҙҙең эраға ҡарай ойоша һәм киләһе быуаттарҙағы ҡатмарлы ваҡиғалар [[башҡорттар]]ҙың физик тибын да, телен дә, көнкүрешен дә үҙгәртмәгән. Руденко фекеренсә, был этник ядроның төп компоненты Геродот тарафынан һынап үтелгән Көньяҡ Урал далаларының күсмә ҡәбиләләре булған, билдәле булыуынса улар араһында һан буйынса даикҙар өҫтөнлөк иткән. Был фекер менән К.  Ф.  Смирнов килешкән<ref name="Даики"/>.
 
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем V—II быуаттарҙағы даик (прохоровка) археологик мәҙәниәтенә Филипповка, Прохоровка, Иҫке Ҡыйышҡы, Бишуңғар, Переволочан һ.б. ҡурғандары ҡарай. Археологик мәғлүмәттәр буйынса Көньяҡ Уралда ҡула быуатынан алып XV—XVI быуаттарға ҡәҙәр ҡала-ҡәлғәләр булған. Көньяҡ Уралда даик ҡәбиләләре яйлап ултыраҡ тормошҡа күсә, ҡала-ҡәлғәләр төҙөй һәм төбәк халҡының формалашыуында әүҙем ҡатнашҡан. дайҙар дәүерендә Көньяҡ Урал төбәге [[Хәрәзм]] составында булыуы мөмкин, был археологик материалдарҙан тыш, тура тарихи паралелдәр менән дәлилләнә. Беҙҙең эраның башында Ҡаңгөй ([[Ҡаңлы]]лар дәүләте) Урта Азиянан тыш Көньяҡ Уралды үҙ иҡтисади-сәйәси һәм этно-мәҙәни йоғонтоһо эсенә ала<ref name="МНА" />.
 
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, даик (дах) ҡәбиләләре берләшмәһе мөхитендә [[Урал батыр|«Урал батыр»]] башҡорт героик эпосы формалашҡан  — улар [[Яҡын Шәреҡ]], Урта Шәреҡ һәм Урта Азия дини-фәлсәфәүи әҙәбиәте фольклор сюжеттарын Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик шарттарына яраҡлаштырған. [[Лариса Ямаева|Л.  А.  Ямаева]] буйынса, «Урал батыр» эпосына [[Ҡушан батшалығы]] менән бәйле булған илдәр һәм ваҡиғалар сюжеттары һуңыраҡ башҡорттарҙың составына ингән саҡ төркөмө ҡәбиләләре аша ингән<ref name="Ямаева"/>. Эпостың төп геройы [[Урал батыр (персонаж)|Урал батырҙың]] улы Яйыҡтың исеме һуңыраҡ дини-мифологик персонаждың  — һыу стихияһы покровителенең исеменә ''Яйыҡ/Йайыҡ ханға'' тиклем үрләй. Һыу илаһы Йайыҡ хан тураһында ышаныуҙар хәҙерге мәжүси [[алтайҙар]]ҙа һаҡланып ҡалған, риүәйәттәр буйынса алтай халҡы составындағы тёлёс ырыуы Уралдан килгән (башҡорттарҙа [[тиләү]] ырыуы бар). Алтайҙарҙың дини инаныуҙарында Йайыҡ хан ниндәйҙер Иҙел тигән ҙур йылғаның ҡурсалаусыһы булып тора, уларға тап килгән гидронимдар тик Көньяҡ Уралда осрай  — «Урал батыр» эпосында Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы ярып йылғаларға асҡан, улар батырҙар хөрмәтенә Иҙел (Ағиҙел), Яйыҡ, Нөгөш тип атала<ref name="Даики"/>. Яйыҡ/Ыйыҡ/Ыҡ/Уҡ/Эйек гидронимдары Көньяҡ Уралда таралыу алған. «Яйыҡ/йайыҡ» этнонимы ара атамаһы булараҡ [[Ырымбур башҡорттары]]нда теркәлгән<ref name="МНА" />.
 
[[Вәхитов Радик Шакир улы|Р. Ш. Вәхитов]] буйынса дай ҡәбиләләренең һәм Яйыҡ йылғаһының исемдәренең оҡшашлығы дайҙар һәм башҡортар араһында генетик туғанлыҡты раҫларға нигеҙ була алмай<ref name="Вәхитов">{{статья|автор = [[Вәхитов Радик Шакир улы|Вәхитов Р. Ш.]]|заглавие= О приоритете филологических методов в исследовании этногенеза башкирского народа|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/o-prioritete-filologicheskih-metodov-v-issledovanii-etnogeneza-bashkirskogo-naroda|язык= |издание = Проблемы востоковедения |тип = |год = 2014 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>. [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Г. Һ. Бохарова]] буйынса, «дай» этнонимын «йайыҡ» һүҙе менән яҡынайтырға ярамай<ref>{{статья|автор = [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Бухарова Г. Х.]]|заглавие= Следы культа ыдук Йер-Суб у тюркских народов в башкирской топонимии|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/sledy-kulta-yduk-yer-sub-u-tyurkskih-narodov-v-bashkirskoy-toponimii|язык= |издание = Вестник Башкирского университета |тип = |год = 2016 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>.
40 юл:
 
== Әҙәбиәт ==
* ''Васильев В. Н., Савельев Н. С.'' Ранние дахи Южного Урала по письменным источникам.  — Уфа, 1993.
 
== Һылтанмалар ==
48 юл:
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]
[[Категория:Урта Азия тарихы]]
[[Категория: Ҡаҙағстан тарихы]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дайҙар» битенән алынған