Аргиппейҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
[[Геродот]] буйынса, улар барыһы ла, ир-егеттәре лә, ҡатын-ҡыҙҙары ла, тыумыштан пеләш башлы, яҫы танаулы һәм киң эйәклеләр. Агрипейҙар айырым телдә һөйләшә, скифса кейенә, ағас емештәре менән туҡлана. Аҙыҡҡа ҡулланылған ағастың атамаһы — понтик. Был ағас инжир ҙурлығында, уның емештәре баҡса борсағына оҡшаш, әммә эсендә һөйәге бар. Бешкән емеште туҡыма аша һығалар һәм унан «асхи» тигән ҡара һут сыға. Был һутты улар һөткә болғап эсә. «Асхи»ның тѳпрәһенән күмәс әҙерләйҙәр<ref name="herodod"/>. С. Я. Лурье «асхи»ны «әсе» ({{lang-ru|кислый}}) төрки һүҙенә тап килтерә<ref name="lurie"/>, ә телсе [[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Ж. Ғ. Кейекбаев]] буйынса, «асхи» һүҙе [[башҡорт теле]]ндәге «әсе һыу»ҙы ({{lang-ru|кислая жидкость}}) хәтерләтә<ref>''[[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Киекбаев Дж. Г.]]'' Некоторые вопросы изучения башкирских и татарских диалектов. — С. 19.</ref>.
 
''Аргиппейҙар'' термины — «арго» (тиҙ йөрөшлө карап) һәм «гиппей» (ат) [[боронғо грек теле]]нең һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән тигән фараз бар. [[Зәкиев Мирфәтих Зәки улы|М. З. Зәкиев]] буйынса, [[Төркиҙәр|төрки]] яугир [[Боронғо Греция|гректар]] менән танышҡанда, уларҙың кем һин тигән һорауына, үҙен ''ират'' (илде һаҡлаусы) тип яуап ҡайтарған, бында «ар / ир» (ир-егеттәр) һәм «ат». Гректтар бәлки үҙҙәре яртылаш тәржемә иткәндәр, һөҙөмтәлә ''иргиппей / аргиппей'' һүҙе барлыҡҡа килгән.
 
аныҡлаусы һүҙе ''арғы'' (теге яҡ) менән бергә [[этноним]] составына ''пи'' ([[бей]]) төрки һүҙе инеүе мөмкин, был тәржемә иткәндә «теге (арғы) яҡ (тау йәки йылға) бейҙәре»{{sfn|Закиев|2011|loc=Астана|с=257}}.