Георгий Вылкович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
 
== Биографияһы ==
[[1833 йыл]]да [[Әдирнә|Эдирнела]] тыуа. Атаһы Копривштицаның бик бай һәм абруйлы Чалыковтар нәҫеленән. Вылкович [[Пловдив]]та уҡый башлай, ә 1857 йылда [[Истанбул|Константинополдә]] Хәрби-медицина училищеһын тамамлай. Училищенан һуң хирург булып эшләй һәм Хәрби-медицина училищеһында уҡыта. 1860—1863 йылдарҙа [[Париж]]да хирургияһы буйынса махсуслаша, ә 1865 йылда [[Дамаск|Дамаскиҙа]] үҙәк хәстәхананың баш табибы булып хеҙмәт итә. 1870—1871 йылдарҙа Константинополдә «Хәйҙәр паша» хәстәханаһы директоры булып эшләй. 1872 йылда Вылкович Ғосман армияһында полковник чинына эйә була. 1875 йылда —ағза— ағза-корреспондент, ә 1884 йылда Болгария әҙәби йәмғиәтенең (хәҙер Болгарияның Фәндәр академияһы) ғәмәлдәге ағзаһы. Серб-төрөк һуғышы йылдарында, 1876 йылда Ниш һәм [[София]]ла хәрби госпиталь етәксеһе. 1877 йылда урыҫ-төрөк һуғышы башланғас, Дамаск ҡалаһына күсерелә, армиянан киткәндән һуң Болгарияға ҡайта..
 
Болгарияла Георгий Вылкович Консерватив партия лидерҙарҙың береһе булып китә. 1879 йылда Учредительный йыйылыш ағзаһы итеп һайлана һәм Тырнов конституцияһына ҡул ҡуйыуҙан баш тартҡан ун ике консерваторҙан торған төркөмгә инә. Беренсе Бөйөк халыҡ йыйылышы (1879) һәм өсөнсө халыҡ йыйылышы (1882—1883) депутаты була. 1879 йылда Ауыл хужалығы, сауҙа һәм йәмәғәт биналары буйынса дирекция етәксеһе итеп тәғәйенләнә, ә 1881 йылда — Көнсығыш Румелияның почта һәм телеграф хеҙмәте директоры. Баттенберг (1881—1883) вәкәләтлеге осоронда сит ил эштәре һәм дин министры һәм Дәүләт советы рәйесе (1883).