Ахунов Фәтхелбаян Ғаян улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
Фәтхелбаян Ахунов ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә вазифа башҡарһа ла эшен еренә еткереп, намыҫ менән атҡара торған кеше. Тырыш, фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ул “[[СССР]]-ҙың [[нефть]] сәнәғәте отличнигы”(1988), “Халыҡты социаль яҡлау буйынса Башҡортостан Республиҡаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре”(1998) исемдәренә лайыҡ була.
== Бүләктәре ==
Фәтхелбаян Ғаян улы [[“Батырлыҡ өсөн”миҙалы]](1974), [[“Почёт билдәһе”]](1981), “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ” (1986) ордендары, һәм бихисап грамоталар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Ҡарткиҫәк урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Руфина Мостафина етәкселегендә үҙенең аҡ бабаһы тураһында инша яҙып, республика конкурсында Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән 11 класс уҡыусыһы Вилена Ахунова Фәтхелбаян Ахуновтың үҙе тураһында һөйләгәндәрен бик яҡшы хәтерендә һаҡлай: “Һәр бер кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй... Мин үҙемдең тормошомдан бик ҡәнәғәтмен. Үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым, сөнки яратҡан ғаиләм , яҡындарым,туғандарым, ысын дуҫтарым бар... Шуныһы ҡыуаныслы, минең тормош юлымда тик яҡшы, асыҡ йөҙлө кешеләр генә осраны...”. Ул хеҙмәте менән башҡаларға, иленә файҙа килтереүенә ҡыуана. Ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, ҡурҡып ҡалмай, тырышлығы менән ҡуйған маҡсаттарына ирешә, яңы үрҙәр яулай, юғары дәрәжәләргә ирешә...