Католик сиркәүе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Zlgll (фекер алышыу | өлөш)
108 юл:
 
Католик Сиркәүенең социаль тәғлимәте тәүҙә [[августизм]]ға, һуңынан [[томизм]]ға һәм бер нисә принципҡа нигеҙләнә, улар араһында [[персонализм]] һәм [[солидаризм]] айырылып тора. Католик сиркәүе дини һәм гуманистик идеяларҙы туплаусы тәбиғи хоҡуҡ теорияһының үҙенсә аңлата. Шәхестең тәүге дәрәжәһе һәм хоҡуҡтары - Алла, әммә кешенең есемен, рухын шәхси һәм социаль яҡтан кәүҙәләндерә, ул уны айырылғыһыҙ дәрәжәгә һәм хоҡуҡтарға эйә итә. Был бөтә кешеләрҙең дә бер тигеҙ, уникаль һәм Аллаға мөнәсәбәте булғанлығы һөҙөмтәһе булды, әммә кешенең ирекле ихтыяры һәм һайлау ирке бар. Гонаһлы булыу кешенең тәбиғәтенә тәьҫир итә, ләкин уның тәбиғи хоҡуҡтарын боҙмай, ә уның (кеше) тәбиғәте кешелек тулыһынса Ҡотҡарылғансы үҙгәрешһеҙ ҡала, хатта Алла ла кеше иркен сикләй, йәки тартып ала алмай. [[Иоанн Павел II]] фекеренсә, «кеше шәхесе— барлыҡ социаль йәмғиәттең принцибы һәм субъекты һәм ул шулай булып ҡалырға тейеш тә».
Икенсе Ватикан соборы һәм энциклик Иоанн Павел II ҡарарҙары тарафынан хөкүмәттең һәм хоҡуҡи характерға бүленеүе яҡланда, вазифалы кешеләрҙең теләге түгел,закондар беренсел булырға тейеш тип билдәләнде. Шул уҡ ваҡытта дәүләттең һәм сиркәүҙең тәбиғәте төрлө булыуын иҫкә алып католик теологтар, үларҙың үҙаллылығын танырға кәрәклеген билдәләй, сөнки дәүләттең һәм сиркәүҙең дөйөм маҡсаты - "хеҙмәт итеү". Бер үк ваҡытта Католик Сиркәүе ябыҡ дәүләткә ҡаршы, йәғни "милли йолаларҙы" дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ҡаршы ҡуя.
 
Көнсығыш католик католик сиркәүҙәренең социаль тәғлимәте тарихи доктриндар [[Рим империяһы]]ның социаль доктринаһы менән айырылмай тип әйтерлек, шулай ҙа ҡайһы бер урындағы сиркәүҙәр халыҡтың тарихи һәм ижтимағи-мәҙәни ысынбарлығына бәйле булған социаль проблемаларға үҙ ҡарашын белдерә. Атап әйткәндә, [[Украина Грек-Католик Сиркәүе]] сәйәси мөнәсәбәттәрҙең биоэтикаға һәм этикаға айырым иғтибар бирә.<ref>{{cite web|url=http://www.cerkva.od.ua/index.php?option=com_content&task=blogcategory&id=40&Itemid=115|title=Социальное учение УГКЦ|accessdate=2013-05-19|archiveurl=|archivedate=}}</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==