Аксаков Константин Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
6 юл:
Ғүмеренең баштағы туғыҙ йылын Знаменское-Аксаков ауылында үткәрә. [[1826 йыл]]да, атаһы ғаиләһе менән [[Мәскәү]]гә күсә. 1830 йылдар башында М. П.  Погодин п. м. пансионында тәрбиәләнә. А. Д. Милютин хәтерләүенсә. «шул уҡ ваҡытта [[1831 йыл]]да үҙенең уҡыуға һәләтле һәм отҡор булыуын күрһәтә». [[1832 йыл]]да 15 йәшендә [[Мәскәү университеты]]ның әҙәбиәт бүлексәһендә студент була, профессорҙар Павлов, Надеждин, Победоносцевтарҙа уҡый. [[1835 йыл]]да кандидатлыҡ дипломын ала.
 
Университетта уҡыған саҡта Белинский һәм Бодянский менән бергә Станкевич түңәрәгенә йөрөй. Немец классик фәлсәфәһе (бөтәһенән элек [[Георг Вильгельм Фридрих Гегель|Гегель]]) менән мауыға. Уның йоғонтоһо Аксаковтың [[1846 йыл]]<nowiki/>дағы магистрлыҡ һәм башҡа эштәрендә сағылыш таба. [[1837 йыл]]да Станкевичтың сит илгә китеүе сәбәпле түңәрәк тарҡала һәм Аксаков  славянофилдар: А. С. Хомяков, В. И.  Киреевский, Ю. Ф. Самарин- менән яҡынлаша. [[1838 йыл]]да сит илдә булып, унан биш айҙан һуң ҡайта.
 
К. С. Аксаковтың тәүге шиғырҙары «Телескоп», «Молва», «Московский наблюдатель», «Отечественные записки» журналдарында йыш ҡына «К Еврипидин» псевдонимы аҫтында баҫылып тора. Улар артынан драма әҫәрҙәре: «Освобождение Москвы в 1612 году»,  «Кенәз Луповицкий» комедияһы,  «Почтовая карета» водевиле,  «Олег под Константинополем» пародияһы- баҫылып сыға. [[1842 йыл]]да К. С. Аксаков : «Несколько слов о поэме Гоголя: Похождения Чичикова или мертвые души» тигән тәнҡит мәҡәләһе яҙып сыға. «Москвитянин» журналының 9-сы һанында уның был мәҡәләһе тураһында В. Г. Белинский яҙған хөкөмгә яуап бирә. [[1846 йыл]]да «Московский сборник» баҫмаһында уның өс тәнҡит мәҡәләһе («Имярек» имзаһы аҫтында) нәшер ителә : граф Соллогубтың «Вчера и сегодня»; проф. Никитенконың «Опыт истории рус. литературы»; Некрасов тураһында «О петербургском сборнике». 1847-1852 йылдарҙа ул үҙенең әҙәби-тарихи мәҡәләләрен баҫтырыуын дауам итә. Бигерәк тә уның тарихи мәҡәләләре араһында Соловьев яҙған «О древнем быте славян вообще и русских в частности», «История России» китабының I, VI, VII, VIII томдарына(1852), «Краткий исторический очерк земских соборов», «О состоянии крестьян в древней России», «По поводу Белевской Вивлиофики, изданной Н. А. Елагиным» китаптарына яҙған рецензиялары ҙур әһәмиәткә эйә.