Әзербайжан театры — версиялар араһындағы айырма

13 байт өҫтәлгән ,  5 месяцев назад
Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Mfakhundov.jpg" рәсеме урынына Mirza_Fatali_Akhundov_2.jpg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: File renamed: [[:c:COM:
ә (clean up using AWB)
(Вики-Һаҡлағыстың CommonsDelinker ҡатнашыусыһы "Mfakhundov.jpg" рәсеме урынына Mirza_Fatali_Akhundov_2.jpg рәсеме күсерҙе. Ҡатнашыусы яҙған сәбәп: File renamed: [[:c:COM:)
 
=== Әзербайжан милли театрының барлыҡҡа килеүе. XIX быуат аҙағы—XX быуат башы ===
[[Файл:MfakhundovMirza Fatali Akhundov 2.jpg|мини|228x228пкс|Мирза Фатали Ахундов]]
Әзербайжан милли театры XIX быуаттың икенсе яртыһында беренсе әзербайжан драматургы, күренекле аҡыл эйәһе һәм философ Мирза Фатали Ахундовтың комедиялары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әзербайжан телендә тәүге профессиональ театр спектакле [[1873 йыл]]дың [[10 март|10]] ([[23 март|23]]) [[март]]ында ҡуйыла. Реаль училище педагогы Гасанбек Меликов-Зардаби һәм училище уҡыусыһы Наджафкулибәк Вәзиров спектакль ҡуйыуҙың инициаторы була. Баҡы йәмәғәт йыйылышы сәхнәһендә реаль училище уҡыусылары М. Ф. Ахундовтың «Ленкоран ханлығы вәзире» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнай. 1873 йылдың [[17 апрель|17 апрелендә]] Баҡы йәмәғәт йыйылышының шул уҡ залында икенсе спектакль — М. Ф. Ахундовтың «Гаджи Ҡара» («Һаран кеше мажаралары»)<ref>Азербайджанский театр за 100 лет. А. А. Алиева. Азербайджанское государственное издательство. 1974 г.</ref> комедияһы сәхнәләштерелә. Тәүге тамашаларҙан һуң профессиональ театр ойоштороу туҡталып ҡала, бер ни тиклем ваҡыт Баҡыла спектаклдәр ҡуйылмай. Зардаби «Экинчи» гәзитен ойоштороу менән мәшғүл була , ә Наджафбәк Вәзиров Рәсәйгә уҡырға китә. Шуша ҡалаһында [[1881 йыл]]да реаль мәктәбен, ә [[1894 йыл]]да — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башланғыс мәктәп асыу, шулай уҡ музыка белгесе Харрат Гулуның музыка мәктәбендә эшләй башлауы һәм уға йәш йырсыларҙы йәлеп итеүе урындағы интеллигенцияла театрға ихтыяж тыуҙыра. Мәҫәлән, [[1892 йыл]]дан Шушала йәйге каникул көндәрендә йәш уҡытыусылар һәүәҫкәрҙәр спектаклдәрен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай. Тәүге йылдарҙа репертуаҙа, нигеҙҙә, М. Ф. Фатали әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйыла<ref>Становление и развитие азербайджанского театра. Ингилаб Керимов 1991 г.</ref>.
 
2162

үҙгәртеү