Словения: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
70 юл:
Словенияның территорияһында борон иллирий һәм кельт ҡәбиләләре йәшәй, улар бергәләп Норик короллеген булдыра. Беҙҙең эраның II быуатынан — [[Боронғо Рим]] власы аҫтында (Италия һәм Паннония провинциялары). VI—VIII быуаттарҙа бында [[славяндар]] төпләнә, улар [[аварҙар]] власы аҫтына эләгә. 630 йылда словендарҙың ата-бабалары — карантандар тарафынан «Венд маркаһы» булдырыла. 664 йылдан был дәүләт «[[Карантания]]» атамаһы аҫтында билдәле. IX быуатта карантандарҙың икенсе дәүләт берекмәһе — Блатен кенәзлеге төҙөлә. Шул уҡ быуатта словендарҙың ата-бабалары бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм 1200 йыл ваҡыт дәүеренә һуҙылған [[немецтар]]ҙың власы аҫтына эләгә.
 
1000 йыл тирәһендә BriskiBrižinski spomeniki тигән тәүге словен телендә яҙма документ яҙыла. XIV быуатта заманса Словения территорияһы Габсбургтар власына эләгә һәм артабан [[Австро-Венгрия]] составына керә. Словения өс провинцияға: Краньск, Горишка һәм Штаерскиға бүленгән була.
 
Сауҙа юлдарының күсенеүе һәм Утыҙ йыллыҡ һуғыш XVII быуатта Словенияның иҡтисади тарҡалыуына булышлыҡ итә, әммә XVIII быуатта хужалыҡ үҫеше йәнә әүҙемләшә: төрлө тауарҙар етештереү арта, ауыл хужалығы продукцияһы 60 процентҡа күбәйә. Милли мәғрифәтселек хәрәкәте ойошторола. Был осор Словения Яңырыуы тип билдәле.
 
1809-1813 йылдарҙа Словенияның ҙур өлөшө Иллирий провинциялары составына ингән була. XIX быуатта, айырыуса Австриялағы 1848-1849 йылдарҙағы революция ваҡытында һәм унан һуң, Австрия Приморьеһында Словенияның милли хәрәкәте үҫешә (үҙәге — Крайна).
 
1918 йылда словен ерҙәренең бер өлөшө [[Югославия]] (Словендар, хорваттар һәм сербтар короллеге) составына керә. 1991 йылдың июнендә Словения республикаһы бойондроҡһоҙлоҡ иғлан итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Словения» битенән алынған