Словения: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
46 юл:
'''Словения''' ({{lang-sl|Slovenija}}), рәсми исеме — '''Словения республикаһы''' ({{lang-sl|Republika Slovenija}}) — Үҙәк [[Европа]]лағы ил. 2004 йылдан [[Европа Берлеге]] ағзаһы. Көнбайышта [[Италия]] һәм [[Адриатик диңгеҙ]], көньяҡта [[Хорватия]], көнсығышта [[Венгрия]] һәм төньяҡта [[Австрия]] дәүләттәре менән сиктәш. Ил [[НАТО|Төньяҡ Атлантик Килешеү Ойошмаһы (НАТО)]] ағзаһы.
Территорияһы — 20 236 км², халыҡ һаны — 2 089 310 кеше (июль 2019 йыл)<ref>{{Cite web|url=https://e-uprava.gov.si/en|title=eUprava in english language|publisher=e-uprava.gov.si|accessdate=2020-03-02}}</ref>. Халыҡ һаны буйынса донъяла 144-се һәм территория буйынса 15-се урынды биләй.
 
Баш ҡалаһы — [[Любляна]]. Дәүләт теле — [[словен теле]].
 
Унитар, парламент республикаһы. 2020 йылдың мартында премьер-министр вазифаһын Янез Янша биләй<ref>{{Cite web|url=https://www.rtvslo.si/radiosi/news/jansa-to-head-slovenia-s-next-government/516102|title=Janša to head Slovenia's next government|publisher=Radio Si|lang=sl-SI|accessdate=2020-03-05}}</ref>.
 
Административ бүленеш: 210 община, шул иҫәптән 11 ҡала.
 
[[Балҡан ярымутрауы]]ның Альп алды өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыштан [[Адриатик диңгеҙе]] һыуҙары менән йыуыла. Көнбайышта [[Италия]], төньяҡта — [[Австрия]], төньяҡ-көнсығышта — [[Венгрия]], көнсығышта һәм көньяҡта [[Хорватия]] менән сиктәш.
 
Йылдам үҫешеүсән иҡтисадлы индустриаль ил. Тулайым эске продукт күләме 2011 йылда 58,979 миллиард [[АҠШ доллары]] тәшкил иткән (йән башына яҡынса 29 179 АҠШ доллары тура килә). Аҡса берәмеге - [[евро]].
 
Илдең бойондороҡһоҙлоғо 1991 йылдың 25 июнендә иғлан ителә. 2004 йылдың 29 мартында Словения [[НАТО]]-ға ҡушыла, 2004 йылдың 1 майында [[Европа берлеге]]нә инә.
 
== Тарихы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Словения» битенән алынған