Европа берлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
394 юл:
 
===Европа Советы ===
ЕБ-нең дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарынан торған юғары сәйәси орган. Европа советы ағзалары булып Европа советы рәйесе һәм Европа комиссияһы рәйесе тора. Европа советын ойоштороу нигеҙе Франция президенты Шарль де Голльдың Европа союзы дәүләттәре лидерҙарының формаль булмаған саммиттарын үткәреү тураһындағы идеяһы була. Рәсми булмаған саммиттар 1961 йылдан алып үткәрелә, 1974 йылда Париждағы саммитта был тәжрибә Валери Жискар д'Эстена тәҡдиме буйынса рәсмиләштерәнә.
 
Совет ЕБ-нең үҫешенең төп стратегик йүнәлештәрен билдәләй. Сәйәси интеграцияның генераль линияһын булдырыу - Европа советының төп миссияһы. Министрҙар Советы менән бер рәттән Европа советы Европа интеграцияһының төп килешеүҙәрен үҙгәртеүҙә сәйәси вазифа менән дә билдәләнгән. Уның ултырыштары йылына дүрт тапҡырҙан да кәм булмай — йәки Брюсселдә, йә был ваҡытта Европа союзы Советын етәкләгән дәүләт-ағза булып торған рәйеслек иткән дәүләттә уҙғарыла. Ултырыштар ике көн дауам итә. Совет ҡарарҙары уларға ҡушылған дәүләттәргә мотлаҡ ҡағыла.
 
== Иҫкәрмәләр ==