Фекерләшеү:Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл:
* Гүзәл апай, миңә ғәйеп ташлаһағыҙ ҙа, - бар нәмәне икенсегә, кирегә тиерлек бороп тип ултырағыҙ бит: РамаЗан тип миҫал килтергәндә атайығыҙҙы лы, шәхси танышығыҙ тип маҡтанған РамаҘан Өмөтбаевты ла күҙ уңында тотманым, ә беҙ йырҙарын тыңлап үҫкән РамаЗан Йәнбәковты ғына иҫкә төшөрҙөм, уны совет заманында бер кем дә бер ҡайҙа ла РамаҘан тип һөйләмәне лә, яҙманы ла. Һеҙ бында күп нәмәне бергә һалып болғай башланығыҙ, юл ыңғайы ғына әйткәндә, тел ҡағиҙәләренә диндең, атайығыҙҙың РамаҘан булыуының бер ҡыҫылышы ла юҡ бит;
* «Донъяға килгән» буйынса: заманында педучилищела башҡорт теле уҡығанығыҙҙы, гәзиттә эшләгәнегеҙҙе иҫкә алып шуны ғына әйтә алам: Википедияла кеше тыуа, әҙәби әҫәрҙә, сәхнә тамашаларында - «донъяға килеүе» лә мөмкин. «Кеше тыуа» тигән һүҙбәйләнеште мин уйлап сығарманым, ул телдә күптән нығынған, нейтраль һәм рәсми стилдә киң ҡулланыла. Һеҙҙең «мин «тыуған» тип яҙа алмайым» тигәнегеҙ телдәге стиль ҡағиҙәләре юҡ, булһа ла - уларҙы үтәмәҫкә лә мөмкин тигәнде аңлатмай бит. Шәһәрбаныуға бер төрлө яҙып (википедияға яҙылған мәҡәлә бер кешенеке түгел тигәнерәк фекер), үҙегеҙ шуны тотмай, буштан-бушҡа тауыш-ғауға күтәреп, тырнаҡ аҫтынан сүп эҙләп, бар нәмәне тик үҙегеҙҙең файҙаға ғына бороп ултырмаһағыҙ ине. Маҡтанып, күкрәк ҡағыуығыҙса, «оло кешеһегеҙ бит»... Яҙылғандарҙы «мыҫҡыл» итепме, «маҡтау» итепме ҡабул итеүегеҙ һеҙҙең шәхсән эш, уны бар донъяға ҡысҡырыу мотлаҡ түгелдер ул. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға теләүҙе икенсерәк тә тормошҡа ашарып була бит... --[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Айсар|әңгәмә]]) 10:13, 15 май 2021 (UTC)
*[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]], тырнаҡ аҫтынан кер эҙләү - ул һинең ғәҙәт. "Донъяға килеү" һүҙбәйләнеше лә нейтраль, киң ҡулланыла. "Үлгән" урынына ла "вафат булған" - әҙәби стиль (китап стиле) һанала. Мәҫәлән, ''2018 йылда республикала 3000-дән ашыу сабый донъяға килгән'' тигән мәҡәлә[https://www.bashinform.ru/bash/1111199/]. Филфак бөттөм тип маҡтанғаныңды, төрттөргәнеңде йыш ишетәм, йыш күрәм. Мәгәр телде белеү дипломдан тормай, юғиһә ауылдарҙа филфак бөткәндәрҙән башҡа башҡорт телен белгән кеше булмаҫ ине.Әйтмешләй, ҡарғаны консерватория бөтөртөп һандуғас итеп тә булмай. Хәҙер шул филфакта өйрәнгән ҡағиҙәләр буйынса ғына һөйләргә маташып телде лә ғәрипләп бөттөләр. Беҙ өйҙә бәләкәйҙән тел өйрәнеү мөхитендә үҫтек, атайым тел уҡытыусыһы булды, полиглот ине. Унан тыш, ғүмер буйы тел (төрки телдәр) өйрәнәм. Бының өсөн мөмкинлектәр етерлек. Шуға күрә педучилище ғына бөткәнһең тип әйтергә маташма.Әйткәндәй, Белорет педучилищеһының башҡорт бүлексәһе бик көслө белем бирә ине. Фирҙәүес Хисаметдинова менән бер мәлдә уҡыныҡ. Ул һәр саҡ ошо хаҡта әйтеп килә. Оло кешемен тип күкрәк ҡаҡҡаным юҡ, нахаҡ һөйләмә. Оло йәштәмен тип әйткәнем бар. Был икеһе ике нәмә.--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 11:41, 15 май 2021 (UTC)
«Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы» битенә кире ҡайтырға.