Фекерләшеү:Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
8 юл:
* Ғәфү итегеҙ, яҙғанды яңылыш баҫып юйҙырҙым,фекерем ошолайраҡ ине: Рамазан, Рамаҙан әҙәби телдә лә,һөйләштәрҙә лә киң ҡулланыла бит, мин уны хата ла тип, татарса ла тип иҫәпләмәйем (Рамазан вариантын).Бына мине лә ҫаҡау башҡорт,тип йөрөтәләр ине,( кәмһетеү тип ҡабул итмәнем бер ҡасанда) сөнки үҙ-ара ерле һөйләштә һөйләшергә яратам,диалекттарыбыҙҙы башҡорт теленең матур биҙәктәре тип ҡабул итәм.[[Ҡатнашыусы:Баныу|Баныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Баныу|әңгәмә]]) 11:35, 15 май 2021 (UTC)
**[[Ҡатнашыусы:Баныу|Баныу]], исемдең ике варианты ла бар. Рамазан варианты - татар телле башҡорттарҙа таралған, әҙләп "һаҡау" башҡорттарҙа ла (бигерәк тә йәштәр араһында) осрай. Рамаҙан(Рамазан) исеме, әйтеүемсә, исламдағы изге Рамаҙан айынан алынған, шул айҙа тыуған балаларға ҡуша торған булғандар. Ул варианттың нисек килеп сығыуын аңлар өсөн Башҡортостанда ислам таралыуы тарихын белергә кәрәк. Муллаларҙы йышыраҡ башҡорт ауылдарына татарҙарҙан ебәрә торған булғандар. Тап бына улар дини терминдарҙы үҙ һөйләшендә индергән: "әғуҙү биллаһи" кәлимәһенең "әғүзү биллаһи" тип таралыуы ла шунан килеп сыҡҡан. Хатта әсәйем дә мине бала саҡтан шулай өйрәткән дә, дөрөҫ әйтелешкә күнегеп китә алмай бер булдым--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 07:14, 15 май 2021 (UTC).
::[[Ҡатнашыусы:Баныу|Баныу]], көнкүреш баҙар кимәлендә "ҫаҡау" тип тәләкәләү менән Википедияла фекерләшеүҙә "Һаҡау" тип әйтеү бер түгел. ''Кәмһетеү'' менән ''мыҫҡыл'' да бер түгел, ''унижение'' менән ''оскорбление'' тип тәржемә ителә улар. Атайым Рамаҙан тигән бик матур һәм мәғәнәле исемле булғанлыҡтан мин "һаҡау" һүҙен үҙемә ҡарата мыҫҡыл тип ҡабул итәм--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 07:35, 15 май 2021 (UTC)
«Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы» битенә кире ҡайтырға.