Фекерләшеү:Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл:
[[Ҡатнашыусы:Айсар|Айсар]], «донъяға килгән» тип яҙғанымды күпме төҙәтһәң дә, мин «тыуған» тип яҙа алмайым. Яҙып ҡараным, әммә төҙәтереңде белеп тә, күсеп китә алмайым, сөнки халҡыбыҙҙың тел әҙәбе шундай — өйрәнелгән. Әйҙә төҙәтеп ҡыуан, һиңә бүләк ул. Әйткәндәй, [[Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы|Рамаҙан Өмөтбаев]] ағай ҙа, хәҙер Айсар ғүмер буйы шулай тип һөйләп-яҙып йөрөгән тип, теге донъянан тороп исеменең әйтелеш-яҙылышын үҙгәртә алмаҫ. Мин уның менән дә (улы менән бергә эшләнек) шәхсән таныш булдым — бер ваҡытта ла матур шул исемде татарсалатып әйтмәнеләр, ағай китаптарын да Рамаҙан исеме менән сығарҙы (1984 йылдан). Һаҡау тип мәрхүмдең исемен мыҫҡылларға ни хаҡың бар?! [[Кусимова Таңһылыу Хажим ҡыҙы|Таңһылыу Кусимова]] 1976 йылда сығарған исемдәр һүҙлегендә лә Рамаҙан исеме тора (Башҡорт исемдәре. Өфө, 1976). --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 03:21, 15 май 2021 (UTC)
* Ғәфү итегеҙ, яҙғанды яңылыш баҫып юйҙырҙым,фекерем ошолайраҡ ине: Рамазан, Рамаҙан әҙәби телдә лә,һөйләштәрҙә лә киң ҡулланыла бит, мин уны хата ла тип, татарса ла тип иҫәпләмәйем (Рамазан вариантын).Бына мине лә ҫаҡау башҡорт,тип йөрөтәләр ине,( кәмһетеү тип ҡабул итмәнем бер ҡасанда) сөнки үҙ-ара ерле һөйләштә һөйләшергә яратам,диалекттарыбыҙҙы башҡорт теленең матур биҙәктәре тип ҡабул итәм.[[Ҡатнашыусы:Баныу|Баныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Баныу|әңгәмә]]) 11:35, 15 май 2021 (UTC)
**[[Ҡатнашыусы:Баныу|Баныу]], исемдең ике варианты ла бар. Рамазан варианты - татар телле башҡорттарҙа таралған, әҙләп "һаҡау" башҡорттарҙа ла (бигерәк тә йәштәр араһында) осрай. Рамаҙан(Рамазан) исеме, әйтеүемсә, исламдағы изге Рамаҙан айынан алынған, шул айҙа тыуған балаларға ҡуша торған булғандар. Ул варианттың нисек килеп сығыуын аңлар өсөн Башҡортостанда ислам таралыуы тарихын белергә кәрәк. Муллаларҙы йышыраҡ башҡорт ауылдарына татарҙарҙан ебәрә торған булғандар. Тап бына улар дини терминдарҙы үҙ һөйләшендә индергән: "әғүҙу биллаһи" кәлимәһенең "әғүзе биллаһи" тип таралыуы ла шунан килеп сыҡҡан. Хатта әсәйем дә мине бала саҡтан шулай өйрәткән дә, дөрөҫ әйтелешкә күнегеп китә алмай бер булдым--[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 07:14, 15 май 2021 (UTC).
«Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы» битенә кире ҡайтырға.