Сталин Иосиф Виссарионович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
512 юл:
1942 йылдың 28 июлендә Сталин оборона наркомы сифатында 227-се бойороҡҡа ҡул ҡуя, әлеге бойороҡ Ҡыҙыл Армияла тәртипте ҡатыландырыуға йүнәлтелә, етәкселектең бойороғонан тыш ғәскәрҙәрҙең сигенеүен тыя, фронттар составына штраф батальондары һәм армиялар составына штраф роталары индерә, ә шулай уҡ армиялар составына тотҡарлыҡ итеүсе отрядтары.
Заградотрядтарҙы Сталин уйлап тапмаған; бындай ысулдарҙы большевиктар Граждандар һуғышында ҡулланалар. Тикшеренеүселәр В. Краснов һәм В. Дайнес, Сталиндың 227-се бойороғо Троцкийҙың Көньяҡ фронты буйынса 1918 йылдың 24 ноябрендәге 65-се бойороғон ҡабатлаай, тип раҫлайҙар. 65-се бойороҡ әлегә тиклем үҙенең аяуһыҙлығы менән хайран ҡалдыра; ул дезертирҙарҙы ғына түгел, ә уларҙы йәшереүселәрҙе атып үлтереүҙе һәм өйҙәрен яндырыуҙы талап итә.
 
=== Бөйөк Ватан һуғышында боролош ===
Сталинград алышында башланған боролош 1943 йылдың ҡышындағы һөжүм барышында дауам итә. Курск алышында Бөйөк Ватан һуышында ғына түгел, бөтә Икенсе донъя һуғышында боролош тамална. 1943 йылдың 11 февралендә Сталин Дәүләт оборона комитетының атом бомбаһын булдырыу буйынса эштәрҙе башлау тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
[[Файл:Tehran Conference, 1943.jpg|thumb|250x250px|Сталин, [[Франклин Делано Рузвельт|Ф. Д. Рузвельт]] һәм [[Уинстон Черчилль|У. Черчилль]] [[Тегеран конференцияһы]]нда]]
 
=== Һуғыштың тамамланыуы ===
1945 йылдың 4 — 11 февраляендә Сталин участвует союздаш державаларҙың Ялта конференцияһында ҡатнаша, унда һуғыштан һуңғы донъя ҡоролошо тураһында һүҙ бара.
Черчилль, киләсәккә сәйәси фекерҙәрҙе күҙ уңында тотоп, Рузвельтты Ҡыҙыл Армияһынан алдараҡ Берлин, Прага һәм Вена кеүек мөһим ҡалаларҙы үҙ көстәре менән яуларға кәрәк тип, ә шулай уҡ демаркацион линияһын Көнсығышҡа табан алыҫыраҡ этергә өндәй. Ҡайһы бер сәйәси эшмәкәрҙәрҙән башҡа, ошо уҡ фекерҙә британ фельдмаршалдары А. Ф. Брук һәм Б. Л. Монтгомери ныҡыйҙар. Әммә союздаш көстәренең баш командующийы генерал Д. Д. Эйзенхауэр һәм башҡа хәрбиҙәр, хәрби-стратегик һәм тактик фекерҙәрҙән сығып, быға ҡаршы сығалар [165][166]. Һөҙөмтәдә 1945 йылдың яҙына ҡарата Берләштерелгән штаб начальниктары штабында АҠШ һәм Бөйөк Британия союздаш көстәренең артабанғы планы буйынса яңғырауыҡлы ҡапма-ҡаршылыҡтар булып үтә[167].
1945 йылдың 27 мартында пресс-конференцияла репотерҙарҙың береһе Эйзанхауэрҙан: «Нисек һеҙ уйлайһығыҙ, кем беренсе булып Берлинға инә: урыҫтармы әллә беҙме?» — тип һорағас, Эйзенхауэр, ниндәй булһа ла прогноздарҙан баш тартһа ла, шулай ҙа, «Берлин уларҙан — 33 миль һәм 250 миль беҙҙән алыҫлыҡта ята», һәм «Ҡыҙыл Армияға немец ғәскәрҙәренең төп көстәре ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, уны бик ҡыҫҡа уҙыш көтә», — тип әйтә. Ошо уҡ ваҡытта американ бригада генералы О. Брэдли, союздаш ғәскәрҙәре Берлинды штурмлау осрағында, 100 мең кеше юғалтасаҡ, тип фаразлай [168].
Дж. Боффа, генерал Эйзенхауэр пландарына айырмалы рәүештә «Черчилль һәм британ генералдары нисек кенә булһа ла урыҫтарҙан алда Берлинға барып етергә ынтылдылар» тип билдәләй:
 
Апрель башында [1945 йылдың], шулай итеп, Сталин ҡулында ике бер-береһен инҡар иткән документ барлыҡҡа килә: Эйзенхауэрҙың хаты һәм совет разведкаһының Монтгомери ғәскәрҙәре Берлинға һөжүм әҙерләүе тураһындағы белдермәһе. Сталин Эйзенхауэрҙың лояллеген бик юғары баһалай, әммә шулай ҙа мәкерлеккә барырға була. Американ генералына биргән яуапта ул уның пландарын хуплай һәм бер үк ваҡытта, Берлин «үҙенең элекке стратегик әһәмиәтен юғалтты» һәм ошоноң менән бәйле совет ғәскәрҙәре ҡаланы яулау өсөн икенсе дәржәләге көстәр төркөмөн ебәрәсәге тураһында белдерә. Ысынында ул әле генә Германияның баш ҡалаһына был һуғыштағы аҙаҡҡы эре һөжүмде үткәреү буйынса директиваға ҡул ҡуя. Совет кешеләре өсөн Берлинды алыу еңеүҙең тейешле нөктәһе булырға тейеш була. Эш абруйҙа ғына түгел. Берлиндың уларҙың ҡулында булыуы, СССРГермания яҙмышын хәл иткәндә башҡаларҙы үҙенең фекеренә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итеүҙең гарантияһы була ала ине.[169]
[[Файл:Attlee, Truman and Stalin at Potsdam.jpg|thumb|[[Потсдам конференцияһы]]|250x250пкс]]
{{В Викитеке есть тексты по теме: «И. В. Сталиндың 1945 йылдың 9 майындағы сығышы»}}
 
Тикшеренеүсе Кынин Г. П. шулай уҡ, сталин инглиз-американ союздаштарының пландары тураһында белеп, юрый, совет ғәскәрҙәренең төп һөжүме «майҙың икенсе яртыһына тәғәйенләнгән» тип яңылыш мәғлүмәт бирә (ысынында һөжүм, 2-се Белорус фронты әҙерләнеп өлгөрмәүгә ҡарамаҫтан, 16 апрелдә башлана.
1945 йылдың 1 апрелендәге үҙенең Рузвельтҡа яған хатында Черчиль асыҡтан-асыҡ: «…сәйәси яҡтан беҙгә Германияла беҙгә мөмкин тиклем көнсығышҡараҡ барыр кәрәк, һәм, ошо осраҡта, Берлин беҙгә яҡыныраҡ булһа, беҙ уны шис шикһеҙ яуларға тейешбеҙ», — тип яҙа.. Генерал Эйзенхауэр Черчилдең хәүефләнеүенә: «Әлбиттә, ниндәйҙер бер мәлдә ҡаршылашыу бөтә фронт буйынса ҡапыл юҡҡа сығарылһа, беҙ алға ынтыласаҡбыҙ, һәм Оюбек һәм Берлин беҙҙең мөһим маҡсаттар иҫәбендә буласаҡтар», — тип яуап бирә.
Ҡыҙыл Армия 1945 йылдың 16 апрелендә Берлин операцияһын башлағас, Черчилль инглиз-американ ғәскәрҙәре ул мәлдә бер нисек тә берлинға барып етә алмауын аңлап, Любекты яулауға уй-фекерен туплай.
 
1945 йылдың 12 апрелендә Ф. Д. Рузвельт вафат булғандан һәм шундуҡ АҠШ президенты вазифаһына Трумэн тәғәйенләнгәндән һуң Гитлерға ҡаршы коалиция эсендә АҠШ сәйәсәте үҙгәрә. Трумэн, Сталиндан алыҫлашып, күп кенә мөһим хәрби һәм сәйәси мәсьәләләр буйынса уға ҡаршы сығыш яһай башлай. Шундай уҡ курсты Черчилль, дә ала һәм, шулай итеп, Ҙур тройка эсендәге көстәр ҡуйылышын үҙгәртә. Үҙ сиратында Сталин сәйәси көрсөктән сығыу өсөн ниндәй булһа ла көйләү юлдарын эҙләргә маташмай[170].
Лондон университеты профессоры Орландо Файджес Discovery Civilisation телеканалы эфирында совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы еңеүендә, 1941 йылға ҡарата совет дәүләте һуғышҡа әҙер булмауын иҫәпкә алып, Сталиндың ҡаҙаныштарын инҡар итә [171] [171].
 
{{Шулай уҡ ҡарағыҙ|Сталин исемлектәре}}