10 май: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
34 юл:
* [[Сәғҙәткирәева Миңлегөл Байғужа ҡыҙы]] (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1968—1978 һәм 1984–2012 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1986 йылдан лаборатория мөдире, 2000 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр. Физика-математика фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
* [[Биккинин Тимерхан Сабит улы]] (1951—2020), дәүләт, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1979 йылдан [[ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты]] секретары, 1981—1986 йылдарҙа — икенсе секретары; 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан агросәнәғәт кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты ректоры; 2001—2011 йылдарҙа Халыҡ мәшғүллеге федераль дәүләт хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса департаменты етәксеһе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1995), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Стәрлетамаҡ районы]] [[Айыусы]] ауылынан.
* [[Күҫәбаев Буранбай Рәфҡәт улы]] (1951), [[мәғариф]], комсомол, [[КПСС|партия]] һәм [[дәүләт]] органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1996—2016 йылдарҙа [[Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Аппаратының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]] [[Иҫке Сибай]] ауылынан.
* [[Лебедев Николай Иванович]] (1951), хужалыҡ эшмәкәре. [[Межгорье (ҡала)|Межгорье]] ҡалаһындағы 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. [[Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)|Халыҡтар дуҫлығы ордены]] кавалеры.
* [[Ырыҫбаев Рафиҡ Рәжәп улы]] (1951—21.11.2020), [[медицина|һаулыҡ һаҡлау өлкәһе]] ветераны, табип-педиатр, йәмәғәтсе. 1980—1999 йылдарҙа [[Сибай]] район-ара туберкулезды дауалау диспансерының баш табибы, 2000 йылдан [[Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы]] инженеры. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/10_май» битенән алынған