Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы''' ({{lang-ru|Ражетдинов (Рожетдинов) Зуфар Загафу..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

04:19, 14 май 2021 өлгөһө

Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы (рус. Ражетдинов (Рожетдинов) Зуфар Загафуранович) — (14 май 1926 йыл—15 апрель 2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 12-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ депутаты. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов 1927 йылдың 14 майында БАССР-ҙың (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Таймый ауылында донъяға килгән.

Хеҙмәт юлын 1943 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре сифатында башлай. Һуғышҡа алына, ҡаты яранан һуң икенсе төркөм инвалиды булып ҡала.

Хәрбилек юлын һайлаған егет 1950 йылда Һарытау хәрби училищеһын тамамлай һәм эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәтен дауам итә.

1963—1983 йылдарҙа айырыуса мөһим объекттарҙы һаҡлаусы часть командиры урынбаҫары һәм командиры, эске хеҙмәт полковнигы була.

1983 йылда полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға[2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн», Жуков миҙалдары бар[4].

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Олег атаһы юлын һайлаған: инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ҡыҙҙары Светлана ла Эске эштәр министрлығында медицина-санитария өлкәһендә эшләй[5]

Вафаты

Рәжетдинов Зөфәр Зәғәфуран улы 2020 йылдың 15 апрелендә вафат булған. Сергиевский зыяратында ерләнгән[6].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар