Аблаев Ирек Йомабай улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Аблаев Ирек Йомабай улы''' {{lang-ru|Аблаев Ирек Юмабаевич}}) — (9 май 1946 йыл—..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

17:30, 13 май 2021 өлгөһө

Аблаев Ирек Йомабай улы рус. Аблаев Ирек Юмабаевич) — (9 май 1946 йыл11 ғинуар 2011 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре. Полковник. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001)[1].

Биографияһы

Ирек Йомабай улы Аблаев 1946 йылдың 9 майында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында донъяға килгән.

Хеҙмәт юлын 1963 йылда Ейәнсура районының Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы вазифаһында башлай.

1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Шунан һуң Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итә.

1971 йылдан СССР һәм Рәсәй дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре булып эшләй.

1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының именлек министры урынбаҫары вазифаһында хеҙмәт итә.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Премьер-Министры урынбаҫары[2] — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле[3].

2001—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле кәңәшсеһе.

2011 йылдың 11 ғинуарында Ирек Йомабай улы Аблаев 65-се йәшендә ҡапыл вафат була. Мәскәүҙә Мосолман зыяратында ерләнгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ирек Йомабай улы Аблаев «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл», «СССР Ҡораллы Көстәренә 70 йыл», өс дәрәжә «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә[5]

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ғаиләлә бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр[6]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар