Сталин Иосиф Виссарионович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
432 юл:
1937—1938 йылдарҙағы «Оло террор» йәки «ежовсылыҡ» совет етәкселегенең быға тиклем булмаған күләмдәрҙә үҙ-үҙен юҡҡа сығарыуға әүерелә; мәҫәлән, 1937 йылғы февраль-март пленумында сығыш яһаған 73 кешенән 56 кеше атып үлтерелә. Шулай уҡ ВКП(б)-ның XVII съезы делегаттарының абсолют күпселеге һәм ошо съезд һайлаған Үҙәк Комитеты составының 78 % һәләк була. НКВД органдары дәүләт террорының төп һөжүм көсө булыуына ҡарамаҫтан, улар үҙҙәре лә иң ҡаты таҙартыу ҡорбандары була; репрессияларҙың төп ойоштороусыһы нарком Ежов үҙе лә таҙартыуҙар ҡорбанына әүерелә.
 
Таҙартыу барышында Сталиндың иң яҡын даирәһендәге кешеләр һәләк була; уның иң яҡын дуҫы [[Енукидзе Авель Сафронович|Енукидзе А. С.]] атып үлтерелә, ә [[Орджоникидзе Серго Константинович|Орджоникидзе Г. К.]] әлегә тиклем асыҡланмаған хәлдәрҙә вафат була.
 
Н. Верт һәм уның «Коммунизмдың ҡара китабы» буйынса авторҙаштары фекеренсә, массауи репрессиялар Сталин дәүерендә дәүләт һәм йәмғиәт менән идара итеү формаһы була<ref>{{книга|автор=Куртуа С., Верт Н., Панне Ж-Л., Пачковский А., Бартосек К., Марголин Дж-Л.|заглавие=[[Чёрная книга коммунизма]]|оригинал=Le Livre Noir du Communisme|место=М.|издательство=Три века истории|год=2001|страницы=257|isbn=2-221-08-204-4}}</ref>.
443 юл:
 
Таҙартыуҙарҙа иң әүҙемдәр Сталиндың иң яҡын даирәһенән булалар, мәҫәлән, Молотов, Каганович, Жданов, Маленков. Сталин террорҙың төп «идарасыһы» була<ref name=autogenerated20130630-6 />. Атап әйткәндә, ул яңғырауыҡлы суд процестары өсөн үҙе шәхсән ғәйепләү телмәрҙәрен яҙа<ref name=autogenerated20130630-6 />. Имеются сотни записок, сделанных рукой Сталин ҡулы менән эшләнгән йөҙләгән яҙмаларбар, уларҙа ул чекистарҙан үлем язаһын күберәк биреүҙе талап итә<ref name=autogenerated20130630-6 />. Хөкөмдө ул ҡыҙыл ҡәләм менән күрһәтә. Ҡайһы бер исемдәр тапҡырына ул: «Тағы өҫтәгеҙ», — тип яҙа. Күп һанлы биттәрҙең аҫҡы өлөшөндә: «Бөтәһен дә атып үлтерергә», — тип яҙыла<ref name=autogenerated20130630-6 />. Ҡайһы бер көндәрҙә Сталин үлем язаһына 3000 халыҡ дошманын тарттыра<ref name=autogenerated20130630-6 />. Мемориал ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 1936—1938 йылдарҙа ғына Сталин һәм ВКП(б) Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзалары исемлектәргә индерелгән 43 768 кешене хөкөм итәләр{{Efn|Цифра ориентировочная: «…Реальное число людей в списках, по нашим подсчётам, — 43 768 (или меньше, так как часть повторов мы могли не обнаружить — например, из-за опечаток)».<br>[http://stalin.memo.ru/images/intro.htm Состав и численность осуждённых по спискам в 1937—1938 гг.]}}, уларҙың күпселеге атып үлтереүгә дусар ителә<ref>[http://stalin.memo.ru/images/intro.htm Состав и численность осуждённых по спискам в 1937—1938 гг.]</ref>, әлеге исемлектәр «[[Сталин исемлектәре]]» булараҡ билдәле. Оло террор осоронда НКВДбашлығы Николай Ежов Сталинға һәр регион өсөн атып үлтереү йәки ГУЛАГ-ка һөрөү буйынса исемлектәр ебәрә, һәм Сталин «таҙартыуҙарҙың» статистик планын билдәләй<ref name=autogenerated20130630-6 />. Урындарҙа, райондарҙа планды үтәү буйынса ярыш бара. Һәм һәр саҡ план үтәлгәндән һуң, урындағы НКВД хеҙмәткәре «пландан тыш язалауға» рөхсәт һорай<ref name=autogenerated20130630-6 />, и каждый раз Сталин разрешал<ref name=autogenerated20130630-6 />.
 
== Икенсе донъя һуғышындағы роле ==
 
=== Һуғыштан алдағы тышҡы сәйәсәт ===
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Германия һәм Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү тураһындағы килешеү
Шулай уҡ ҡарағыҙ: СССР һәм Германия араһында дуҫлыҡ һәм сик буйы тураһындағы килешеү
Шулай уҡ ҡарағыҙ: [[Совет-фин һуғышы (1939—1940)]] һәм Прибалтиканы СССР-ға ҡушып алыу
Шулай уҡ ҡарағыҙ: СССР НКВД-һы һәм гестапо конференциялары
 
Большевистик партияһы өсөн яңы ҙур һуғыштың ҡотолғоһоҙлоғо шик аҫтына ҡуйылмай. Мәҫәлән, Каменев Л. Б. яңы тағы ла ҡурҡынысыраҡ, тағы ла һәләкәтлерәк һуғышты көтөргә кәрәклеген 1921 йылда РКП(б)-ның Х съезында «Капиталистик уратыу тураһында» исемле докладында иҫкәртә. Михаил Александров үҙенең «Сталиндың тышҡы сәйәсәт доктринаһы» тигән эшендә, 1925 йылдың 30 майында Коммунистик интернационалдың башҡарма комитетында Сталин шулай уҡ «Европа һуғыш башланасаҡ һәм улар унда, һис шикһеҙ, мотлаҡ рәүештә үҙ-ара һуғышып бөтәсәк» тип белдерә, тип яҙа. XIV съезда (декабрь 1925) Сталин, Германия Версаль солохо шарттары менән килешмәйәсәк, тип белдерә.
 
Гитлер власҡа килгәндән һуң Сталин ғәҙәттәге совет сәйәсәтен үҙгәртә: әгәр ул элек Версаль системаһына ҡаршы Германия менән берләшеүгә, ә Коминтерн буйынса — төп дошман булараҡ социал-демократтар менән көрәшкә (Сталиндың шәхсән «социал-фашизм» теорияһы) йүнәлтелһә<ref name="aapronin">''[[Пронин Александр Алексеевич|Пронин А. А.]]'' [http://www.studfiles.ru/preview/461145/ Советско-германские соглашения 1939 года. Истоки и последствия.] — [[Екатеринбург]]: Изд-во [[Уральский государственный юридический университет|УрГЮА]], 1998. — 136 с. — ISBN 5-7845-0071-6</ref>), хәҙер ул "коллектив хәүефһеҙлек"системаһын булдырыуҙы хәстәрләй, был системаға СССР һәм Германияға ҡаршы элекке Антанта илдәре инә, шулай уҡ коммунистарҙың фашизмға ҡаршы бөтә һул көстәр менән берләшеүе күҙаллана («халыҡ фронты» тактикаһы). Әлеге позиция башта эҙмә-эҙлекле рәүештә үткәрелмәй: 1935 йылда Германия-Польшаның үҙ-ара килешеүенн шөрләп, Сталин йәшерен рәүештә Гитлерға һөжүм итмәү пактына ҡул ҡуйырға тәҡдим яһай, әммә уның тәҡдиме кире ҡағыла<ref name=ahmann>''Рольф Аманн.'' [http://www.pereplet.ru/history/Author/Engl/A/Ahmann/Articles/pakt.htm Пакт между Гитлером и Сталиным. Оценка интерпретаций советской внешней политики, включая новые вопросы и новые исследования]</ref>.
 
1941 йылдың 5 майында хәрби академиялар сығарылыусылары алдындағы сығышында Сталин 1930-сы йылдарҙа ғәскәрҙәрҙе ҡабаттан ҡораллауына һығымталар яһай һәм Германия армияһы еңелмәҫлек армия түгел тигән ышаныс белдерә. Волкогонов Д. А. Был телмәрҙе ошо рәүештә аңлата: «Башлыҡ, киләсәктә һуғыш ҡотолғоһоҙ, тип асыҡ әйтә. Герман фашизмын һис шикһеҙ еңәсәгебеҙгә әҙер булыр кәрәк. Һуғыш дошман территорияһында барасаҡ, һәм еңеүгә аҙ көстәр менән өлгәшәсәкбеҙ».
Шуның менән бергә, Сталин ике төп көнбайыш державалары альянстары араһында оҫта тайпылыу юлдарын эҙләй. Германияның 1939 йылда Англия һәм Франция менән бәрелешеүенән файҙаланып, СССР Көнбайыш Белоруссия һәм көнбайыш Украина территорияларын баҫып ала һәм Финляндия менән һуғыш башлай, бының өсөн 1939 йылдың декабрендә агрессор сифатында Милләттәр лигаһынан сығарыла. Финляндияға ҡуйылған талаптарҙы аҡлау өсөн СССР, Германия Рәсәйгә Финляндия яғынан һөжүм итергә йыйына, тип белдерә.
 
Гитлерҙың һөжүменә тиклем Советтар Союзы Нацистик Германия менән хеҙмәттәшлек итә. Хеҙмәттәшлек буйынса күп һанлы документаль раҫлауҙар бар: дуҫлыҡ һәм әүҙем сауҙа килешеүҙәрҙән алып берлектәге парадтар һәм НКВД һәм гестапо конференцияларына тиклем<ref name=Coatney>''Louis Robert Coatney.'' [http://www.ibiblio.org/pub/academic/history/marshall/military/wwii/special.studies/katyn.massacre/katynlrc.txt The Katyn massacre]</ref>. Дуҫлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйғанға тиклем Сталин Риббентропҡа әйтә<ref>{{книга|часть=Приложение. Документ № 23. Из записи бесед И. фон Риббентропа с И. В. Сталиным и В. М. Молотовым |заглавие=1941-й год. Книга вторая |ссылка=http://www.alexanderyakovlev.org/fond/issues-doc/1012187 |ответственный=Сост.: [[Решин, Леонид Евгеньевич|Л. Е. Решин]], [[Безыменский, Лев Александрович|Л. А. Безыменский]], В. К. Виноградов |место=М. |издательство=МФД |год=1998 |серия=Россия XX век |isbn=5-89511-012-6}}</ref><ref>{{книга|автор=|заглавие=Россия и Германия: в годы войны и мира (1941—1995)|ответственный=Ред.: [[Проэктор, Даниил Михайлович|Д. М. Проэктор]], [[Прудков, Олег Николаевич|О. Н. Прудков]], [[Случ, Сергей Зиновьевич|С. З. Случ]], [[Лезер, Йохен|Й. Лезер]], {{не переведено|Якобсен, Ханс-Адольф|Х.-А. Якобсен|de|Hans-Adolf Jacobsen}}|место=М.|издательство=Гея|год=1995|страницы=80|страниц=566|isbn=5-85589-005-8}}</ref>:
{{начало цитаты}}
Әммә, әгәр, көтөлгәнгә ҡаршы, Германия ауыр хәлгә тарыһа, ул совет халҡы Германияға ярҙамға килеренә һәм Германияны быуырға бирмәҫенә ышанырға тейеш. Советтар Союзын көслө Германия ҡыҙыҡһындыра һәм Германияны ҡолатыуға юл ҡуймаясаҡ…
{{конец цитаты}}
 
[[Икенсе донъя һуғышы]] 1939 йылда башлана һәм 1941 йылдың июненә тиклем ике йыл тиерлек Гитлер һәм Сталиндың рәсми дуҫлығы билдәһе аҫтында бара<ref name="hitlerstalin">{{Cite web|url=http://www.izvestia.ru/pobeda/article3103943/|title=Договаривались ли Генералиссимус и Гитлер о войне с союзниками?|author=|website=|date=2007-05-09|publisher=Известия|accessdate=2019-11-25|archiveurl=http://archive.is/WgFzR|archivedate=2013-06-29}}</ref><ref name="krovyu">''Олег Хлебников.'' [http://www.novayagazeta.ru/data/2009/092/22.html Скреплённые кровью]{{Wayback|url=http://www.novayagazeta.ru/data/2009/092/22.html|date=20100822044337}} // [[Новая газета]], № 92, 24 августа 2009 г.</ref><ref>{{Книга|автор=Norman Davies |год=1996 |isbn=978-0-19-820171-7 |страниц=1428 |издательство=Oxford University Press |заглавие=Europe: A History |ссылка=https://books.google.com/books?id=jrVW9W9eiYMC&pg=RA1-PA1001&lpg |язык=en}}</ref>. 1939 йылдың декабрендә үҙенең 60 йыллығына Сталин Риббентропҡа яуап бирә:
{{начало цитаты}}
Министр әфәнде, һеҙгә рәхмәтемде белдерәм. Германия һәм Советтар созының ҡан менән беркетелгән дуҫлығы оҙайлы һәм ҡаҡшамаҫ булыуына шик юҡ<ref name="hitlerstalin"/><ref name="krovyu"/><ref>[http://lib.ru/HISTORY/FELSHTINSKY/sssr_germany1939.txt Оглашению подлежит: СССР-Германия 1939—1941 (Документы и материалы)] / Сост. [[Фельштинский, Юрий Георгиевич|Ю. Г. Фельштинский]]. — М.: [[Московский рабочий]], 1991. — ISBN 5-239-01154-0</ref>.
{{конец цитаты}}
1940 йылда Советтар Союзының бөтә экспортының 52 % Германияға йүнәлтелә<ref name="autogenerated20130630-1">{{Cite web|url=https://echo.msk.ru/programs/staliname/613969-echo/|title=Интервью / Пакт Молотова-Риббентропа / Сергей Случ|author=Случ Сергей|publisher=Эхо Москвы|lang=ru|accessdate=2019-11-25}}</ref>. 1940 йылдың 1 авгусында Юғары Советы сессияһында Молотов, Советтар Союзынан төп ярҙамды Германия көнсығыштағы ышаныс тойғоһо рәүешендә ала, тип әйтә<ref name=autogenerated20130630-1 />. Шуның менән бергә илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр хәүеф-хәтәрһеҙ булмай. И. Хоффман 1940 йылдың ноябрендә Сталин Германияға Румыния, Югославия, Болгария, Греция, Венгрия һәм Финляндияға совет йоғонтоһо зонаһын киңәйтеү буйынса үҙенең талаптарын тапшыра, тип белдерә<ref>{{cite web|url=http://gkaf.narod.ru/kirillov/ref-liter/hoffman.html|title=Хоффман И. Подготовка Советского Союза к наступательной войне. 1941 год.|author=|website=|date=|publisher=|accessdate=2012-03-16|archiveurl=https://web.archive.org/web/20110726055131/http://gkaf.narod.ru/kirillov/ref-liter/hoffman.html|archivedate=2011-07-26}}</ref>. Был талаптар Германия хөкүмәте арафынан сиктән тыш дошманлыҡ тойғоһо менән ҡабул ител һәм 1941 йылдың 22 июнендә Советтар Союзына һөжүм итеүҙең төп сәбәбе булып тора.
 
Ҡайһы бер тарихсылар Сталинды шәхсән Советтар Союзының һуғыш әҙерлекһеҙ булыуында һәм айырыуса һуғыш башындағы бик ҙур юғалтыуҙарҙа ғәйепләйҙәр һәм Сталинға күп кенә сығанаҡтар 1941 йылдың 22 июнендә һуғыш башланасағын атайҙар, тип күрһәтәләр<ref name=autogenerated20130630-6 /><ref>''Яременко В. А.'' [http://ricolor.org/history/rsv/how/22_06/ Неуёмные амбиции Сталина. О них надо помнить в любом историческом споре о дне 22 июня.] // Военно-промышленный комплекс, № 25 (191), 4—10 июля 2007 г.</ref>. Шул уҡ ваҡытта сығанаҡтарҙа төрлө һөжүм итеү даталары һәм төрлө бомбаға тотоу нөктәләре күрһәтелә: үҙ ваҡытында разведка Германия 1941 йылдың апрелендә үк СССР-ға һөжүм итә, тип хәбәр итә. 1941 йылдың 16 июнендә В. Н. Меркулов Сталинға «Старшина» (ысын исеме Харро Шульце-Бойзен) исеме аҫтындағы Берлин резидентураһы агентынан алынған мәғлүмәтте еткерә: Мәскәүҙә немец авиацияһы яғынан, тәү сиратта, «Свирь-3» элект станцияһы һәм автомобиль һәм авиация запчастарын етештергән заводтар бомбаға тотоласаҡ. Шульце-Бойзендың документында шулай уҡ Альфред Розенбергүҙенең күмәк кеше алдындағы «Советтар Союзы» картанан юйырға саҡырҙы һәм ашығыс рәүештә СССР территорияһында буласаҡ рейхскомисариаттар менән идара итеү өсөн кадрҙар һайлай башаны тип яҙыла. Әммә 30 апрелдә үк «Старшина» исемле агенттан алдағы ай-ай ярым эсендә һөжүм көтөлә тигән хәбәр һәм яңы бомбаға тотоу нөктәләре исемлеге килгәнгә күрә, Сталин 17 июндә киләһе йокмәткеле резолюция яҙа<ref name="Топтыгин">{{книга|автор=[[Топтыгин, Алексей Васильевич|А.В.Топтыгин]] |заглавие=Неизвестный Берия |год=2002 |издательство=ОЛМА-Пресс |страницы=100—101}}</ref>:
 
 
 
{{Шулай уҡ ҡарағыҙ|Сталин исемлектәре}}