Европа берлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
246 юл:
*[[Андорра]] (1991 йылдан алып), [[Монако]] (1963 йылдан алып), [[Сан-Марино]] (1991 йылдан), [[Төркиә]] (1995 йылдан алып) һәм Британия диңгеҙ аръяғы биләмәһе Акротири һәм Декелия (2004 йылдан) Европа берлегенең Таможня союзына инәләр.
*[[Андорра]] (2012 йылдан алып), [[Монако]] (1999 йылдан алып), [[Сан-Марино]] (1999 йылдан) һәм Британия диңгеҙ аръяғы биләмәһе Акротири һәм Декелия (2008 йылдан алып) еврозонаға инәләр һәм кооперация тураһында төрлө килешеүҙәр аша берлек менән мөнәсәбәттәрҙе терәкләйҙәр. Черногория (2002 йылдан алып) һәм өлөшләтә танылған Косово Республикаһы / UNMIK (2002 йылдан алып) әммә ЕБ менән рәсми килешеүҙәрһеҙ милли валюта сифатында евро ҡулланалар. Мальта ордены (2005 йылдан алып) Мальта скудоһы рәсми валюта сифатында ҡалған саҡта евроға почта маркаһы эмиссияһын етештерә.
 
Шулай уҡ берлек иҡтисадында, Рим килешеүенең 4-се өлөшө һәм ике яҡлы килешеүҙәр сиктәрендә, берлектә булмаған һәм Дания, Нидерланд һәм Франция менән айырым мөнәсәбәттәр менән бәйләнгән
илдәр һәм территориялар ҡатнашалар<ref>[https://eur-lex.europa.eu/legal-content/EN/TXT/?uri=CELEX%3A12002E%2FTXT Treaty establishing the European Community (Consolidated version 2002)]//Portal of the Publications Office of the EU</ref>:
*Дания менән ассоциацияланғандар: Гренландия;
*Нидерланд менән ассоциацияланғандар: Аруба, Кюрасао, Синт-Мартен, Бонэйр, Синт-Эстатиус и Саба;
*Франция менән ассоциацияланғандар: Яңы Каледония, Франция Полинезияһы, Франция Төньяҡ һәм Антарктик территорилар, Уоллис һәм Футуна, Сен-Пьер һәм Микелон, Сен-Бартелеми.
 
Ҡайһы бер дәүләттәр-ағзалар территорияларына ҡарата ҡайһы бер дөйөм Европа сәйәсмәне һәм ҡағиҙәләренән ситкә китеү ҡаралған<ref>[https://ec.europa.eu/taxation_customs/business/vat/eu-vat-rules-topic/territorial-status-eu-countries-certain-territories_en erritorial status of EU countries and certain territories]//European Commission</ref>:
*Германиялағы Бюзинген-ам-Хохрайн ҡалаһы һәм Гельголанд архипелагы;
*[[Греция]]лағы Святая гора автономиялы монахлы дәүләте;
*Испаниялағы автономиялы Сеута һәм Мелилья ҡалалары, автономиялы Канар утрауҙары берләшмәһе;
*[[Италия]]ла Ливиньо, Кампионе-д’Италия коммуналары, Лугано күле һыуҙары;
*[[Финляндия]]ла автономиялы Аланд утрауҙары өлкәһе;
*Францияның Гвиана, Гваделупа, Мартиника, Реюньон, Майотта дингеҙ аръяғы департаменттары һәм Сен-Мартен диңгеҙ аръяғы биләмәһе.
 
Шул уҡ ваҡытта берлек иҡтисадынан ситтә башҡа дәүләт-ағзалар территориялары тора:
*Фарер утрауҙары—Данияның автономлы регионы, ул 1973 йылда ЕБ-ға ҡушылыуҙан баш тарта.
*Төньяҡ Кипр — уның менән Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы контроль итә<ref name = "Turkish Cypriot Community">[https://ec.europa.eu/cyprus/about-us/turkish-cypriots_en Turkish Cypriot Community]//European Commission</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==