Лютеранлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
33 юл:
== Хәҙерге хәле ==
Бөгөн үҙен донъяла 85 миллион кеше лютеран тип иҫәпләй. Ләкин географияға бәйле, тарихи һәм '''догматик''' сәбәптәр арҡаһында лютеранлыҡ берҙәм сиркәү түгел. Бер нисә ҙур сиркәү берләшмәһе бар, улар бер-берһенән догматик һәм практик мәсьәләләрҙә бик ныҡ айырыла — Бөтә донъя лютеран федерацияһы, Халыҡ-ара лютеран советы, Конфессиональ [[Евангелие]] лютеран конференцияһы, һәм тағы бер нисә бер ниндәй ҙә берләшмәгә инмәгән лютеран деноминацияһы бар. Хәҙерге заманда рәсми иң ҙур лютерандар деноминацияһы— [[Швеция]] сиркәүе (6,9 миллион тирәһе кеше)<ref>{{Cite web|url=https://www.svenskakyrkan.se/default.aspx?id=1374643|title=Svenska kyrkan|author=|website=|date=|publisher=|lang=sv|accessdate=2017-11-08}}</ref>. Лютерандар башҡа апостолдар менән бәйләнеште таныған башҡа сиркәү төркөмдәренә ҡарағанда күп төрлөрәк. Лютеранлыҡта «юғары сиркәү» йүнәлеше лә бар, улар үҙҙәрен (бер нигеҙһеҙ түгел) реформаланған католиктар тип таный.
 
=== Либераль деноминациялар ===
Формаль күпселекте тәшкил иткән либералдар Евангелие сиркәүендә тороуҙы яҡшы традиция тип иҫәпләй. Уларҙың күбеһе сиркәүгә бик һирәк йөрөй, йәки бөтөнләй йөрөмәй.<ref>. Церковь в скандинавских странах / О. В. Чернышёва, Ю. Д. Комаров; Отв. ред. А. А. Кислова ; АН СССР. — {{М.}}: Наука, 1988. — 174 с. — (Научно-популярная литература. История и современность). — ISBN 5-02-008930-3.</ref>. Ҡайһы бер либераль общиналарҙа дини хеҙмәт башҡарғанда йорт хайуандары ла янда була (был бөтә тере йәндәрҙең дә бер һәм мөһим булыуы менән аңлатыла)<ref>{{Cite web|url=http://www.deol.ru/nature/drug/1/2nov.htm|title=«Сколько у вас домашних питомцев?» — Опрос, проведённый социологами службы «Мнение»|author=|website=Журнал „Друг“|date=|publisher=|accessdate=2017-11-07}}</ref>. Либераль деноминациялар Бөтә донъя лютерандар федерацияһына берләшкән. Был берләшәмәгә Европаның «иҫке» дәүләт (йәки элек дәүләт) сиркәүҙәре инә. Либераль йүнәлеш сиркәүгә, Библия тексына ҡарамай, бөтә кешеләрҙе лә ҡабул итә, ә Библия тексын һүҙмә-һүҙ уҡыу хәҙерге заман йәмғиәтендәге бик күп ҡатлам кешеләрен сиркәүҙән яҙҙырыуҙы аҡлай ( был яҡтан Швеция Сиркәүе эҙмә-эҙлекле эшләй). Шул уҡ ваҡытта либералдар ВЛФ-та (Бөтә донъя лютерандар федерацияһы) күпселек тәшкил итмәһә лә, улар күҙгә салынып торған һәм йоғонтоло төркөм.
 
=== Конфессиональ деноминациялар ===
Конфессиональ лютерандар консервативыраҡ, улар ҡатын-ҡыҙ руханиҙарҙы һәм бер енесле никахтарҙы, англиандар һәм кальвинситар менән
бергә Евхаристияла ҡатнашыуҙы (интеркоммнион) танымай. Либералдар менән бәхәс ваҡытында улар Библия һәм Татыулыҡ Китабына таяна. Конфессиональ сиркәүҙең күбеһе Халыҡ-ара лютерандар советына инә. Консервативыраҡ булғандары Конфессиональ Евангелистик-лютерандар конференцияһына ҡарай.
 
=== Бәхәсле мәсьәләләр ===
Лютерандар араһында иң ҙур бәхәс тыуҙырған яңылыҡтар: либераль лютерандарҙа ҡатын-ҡыҙҙар [[ординация]]һы (донъяла иң тәүге ҡатын-ҡыҙ епископ- лютеранка [[Мария Йепсен]]) һәм бер енесле никахтарға ризалыҡ биреү. Протестант реформация уны енси боҙоҡлоҡ итеп түгел, ә донъяуи ҡан ҡәрҙәш булмаған социаль ғаилә партнерлығы итеп ҡарай<ref>{{Cite web|lang=ru|url=https://smolenskoe-spb.ru/smolenskoe-luteranskoe/|title=Смоленское лютеранское кладбище {{!}} Официальный сайт|website=Смоленские кладбища|accessdate=2020-08-10}}</ref>. Лютеран епископ Гуннар Стаалсет католиктарҙың [[презерватив]] ҡулланыуҙы тыйыуын тәнҡитләп сыҡты<ref>{{Cite web|url=http://www.religio.ru/arch/27Aug2001/news/1926.html|title=Лютеранский епископ критикует Папу за запрет презервативов|author=|website=Новости мира религий|date=2001-08-27|publisher=|accessdate=2017-11-08}}</ref>.
 
==Лютерандарҙың башҡа конфессиялар менән үҙ-ара бәйләнеше ==
Лютеране, башҡа протестанттар кеүек үк, Контрреформация ваҡытында [[католицизм|католик]] сиркәүе тарафынан бик ҡаты эҙәрлекләнә.
 
[[1999 йыл]]да Бөтә донъя лютерандар федерацияһы вәкилдәре менән Католик сиркәүе вәкилдәре Берҙәм аҡлау тураһында декларацияға ҡул ҡуйҙы (Декларацияла католиктар менән лютерандар таныған дөйөм Ҡотолоу доктринаһы ҡабул ителә- «добрыми делами посредством веры», бығаса католиктарҙа ул «верой и добрыми делами», ә лютерандарҙа «только верой» була).
 
Лютеран һәм реформат сиркәүҙәре [[1973 йыл]]да Лейенберг конкордатын төҙөй, шулай итеп, Евхаристие ваҡытында берләшеү рөхсәт ителә.
 
== Таралыуы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лютеранлыҡ» битенән алынған