РККА-лағы репрессиялар (1937—1938): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
325 юл:
* «Благословите женщину» нәфис фильмы (2003)
* «Московская сага» телесериалы (2004)
 
== Тикшеренеү методтары ==
 
«Репрессияланған» термины үҙе тикшеренеү предметы һәм уның менән бәйле проблемаларҙы билдәләгән мөһим төшөнсәләрҙең береһе булып тора. Оҙайлы ваҡыт был төшөнсә бер нисек тә аныҡланмай. 1990-сы йылдарҙан башлап, тарихсылар төрлө фараздар тәҡдим итә башлайҙар, ҡайһы бер тарихсылар[41][42] үҙҙәренең хеҙмәттәрендә эштән сығарылғандар һәм ҡулға алынғандар тураһында айырым һүҙ йөрөтөргә кәрәк тип һанайҙар. О. Ф. Сувениров 1998 йылда был терминдан бөтөнләй баш тартырға һәм уның урынына ҡулға алынғандар, судҡа тиклем азат ителгәндәр йәки суд ҡарары буйынса аҡланғандар, атып үлтереүгә хөкөм ителгәндәр, лагерҙарҙа һәм төрмәләрҙә һәләк булғандар, иҫән ҡалғандар һандары менән эш итергә тәҡдим яһай[91]. Хәҙерге тарихнамәлә был терминдың ҡулланыуы дауам итә, шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр уға аныҡ билдәләмә/определение бирерү яҡлылар. Бөтә тарихсылар дәүләт органдары яғынан сәйәси мотивтар буйынса ниндәйҙер ғәмәлдәр үткәрелгән хәрбиҙәрҙе репрессияланғандар тип һанайҙар. Ошо уҡ ваҡытта төрлө тарихсылар бындай ғәмәлдәр спектрын бер аҙ башҡаса күрәләр. Сувениров, фәнни яҡтан суд органдары тарафынан приговорҙар менән дәлилләнгән «сәйәси мотивтар буйынса хәрбиҙәрҙе юҡ итеү» тип әйтеү күпкә отошлораҡ, тип һанай[92]. Шул уҡ ваҡытта статистик таблицаларҙа «юҡ итеү/истребление» термины аҫтында Сувениров атып үлтергәндәрҙе лә, һаҡ аҫтында вафат булғандарҙы ла, үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы ла, төрмәнәнә иҫән сыҡҡандарҙы ла иҫәпкә ала[93]; тап уларҙы ғалим репрессия ҡорбандары тип һанай. Ошо уҡ ваҡытта Сувениров сәйәси мотивтар буйынса эштән бушатыуҙы шулай репрессия формаһы тип билдәләй [92] һәм репрессияланғандар араһына «сәйәси мотивтар буйынса РККА-нан ҡыуылғандарҙы» индерергә кәрәкмәгенә инана, сөнки уларҙың бөтәһен дә ҡулға алмағандар[91]. Г. И. Герасимов репрессияланғандар иҫәбенә «заговорсылар менән бәйләнештә булғанөсөн РККА-нан сығарылған командирҙар-начальниктар составы кешеләрен» генә индерә[94]. А. А. Печёнкин шулай уҡ репрессияланғандар иҫәбенә милли сығышы буйынса һәм «заговорсылар менән бәйләнеш өсөн» бушатылғандарҙы һәм ҡулға алынғандарҙы индерә[56]. Н. С. Черушев, «армиянан сәйәси мотивтар буйынса бушатыу һәм НКВД органдары тарафынан ошо уҡ сәбәптәр менән ҡулға алыу репрессияларҙың нигеҙендә ята», тип һанай [95]. В. С. Мильбах репрессияланғандарҙы өс төркөмгә бүлә: 1) сәйәси мотивтар буйынса бушатылғандар; 2) ошо бушатылғандарҙың дөйөм һанынан ҡулға алынғандар; 3) юғары язаға хөкөм ителгәндәр, ҡулға алынғандар араһынан төрмәләрҙә һәм лагерҙарҙа вафат булғандар; бынан тыш, ҡулға алынғандарҙы тағы ике төркөмгә айыра: төрлө сроктарға хөкөм ителгәндәр һәм тикшереү барышында азат ителгәндәр [96][97][98]. С. Е. Лазарев фекеренсә, репрессияланғандарға «тик сәйәси мотивтар буйынса бушатылғандарҙы һәм ҡулға алынғандар» ҡарай[99]. Шулай итеп, бөтә авторҙарсәйәси мотивтар буйынса ҡулға алынғандарҙы репрессияланғандар тип һанай, авторҙарҙың күпселеге — сәйәси мотивтар буйынса эштән бушатылғандарҙы. Өҫтәүенә, Сувениров был категорияға — үҙ-үҙенә ҡул һалғандарҙы, А. А. Гуляев вазифанан сәйәси мотивтар буйынса ситләштергәндәрҙе индерә [100], ә Герасимов репрессияланғандар иҫәбенә артабан вазифаһында тергеҙелгәндәрҙе индермәй. СССР Ҡораллы көстәре репрессиялар осоронда өс хәрби ойошманан тора — РККА (ҡоро ер һәм һауа ғәскәрҙәре, 1937 йылдың 30 декабренә тиклем шулай уҡ диңгеҙ ғәскәрҙәре), РКВМФ 1937 йылдың 30 декабрендә айырым наркомат итеп үҙгәртелә, быға тиклем РККА составына инә һәм диңгеҙ ғәскәрҙәре тип атала — ВМС), НКВД буйһоноуындағы сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр (ГУПВО. Тикшеренеүселәрҙең күпселеге үҙҙәренең эштәрендә репрессияларҙы тик РККА һәм РКВМФ хәрбиҙәренә ҡағылышлы тикшерә[43][101][102]. М. И. Мельтюхов, шулай уҡ НКВД ғәскәрҙәрендәге репрессияларҙы өйрәнергә кәрәк, тип һанай [42]. НКВД ғәскәрҙәренге репрессиялар тураһында төрлө тарихсыларҙа мәғлүмәттәр бар[104]. Сувениров шулай уҡ 1937 йылға тиклем запасҡа сыҡҡан офицерҙар репрессияларына иғтибарын [104] Сувениров[104] һәм Н. М. Яҡупов[105], ул осорҙа СССР Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итмәгән Граждандар һуғышы эшмәкәрҙәренә ҡарата репрессияларҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк, тип һанайҙар.
Тағы ла бер хәл ителмәгән мәсьәлә — репрессияланған хәрбиҙәрҙең ҡайһы төркөмөдәрен тикшерергә. Тарихсыларҙың күпселеге репрессияларҙы офицерҙарға ҡарата ғына тикшерәләр[106][107]. Сувениров ҡына тикшеренеү сиктәренә кесе начсоставты, ҡыҙылармеецтарҙы һәм ҡыҙыл флотсыларҙы индерергә кәрәк тип һанай [108].
Проблеманың хронологик сиктәре лә төрлө эштәрҙә төрлөсә алына. Сувениров осорҙо 1920-се йылдарҙың уртаһынан 1941 йылға тиклем ҡарай[109]; автор, репрессиялар 1936 йылдан алып әүҙемләшә, тип билдәләй[110]. Черушевтың бер нисә китабында 1935—1941 йылдар осорондағы репрессиялар тураһында мәғлүмәттәр бар[111][107][112]. Мильбах, ҡайһы бер округтарҙа һәм флотта репрессиялар 1935—1936 йылдарҙа башланған, тип иҫәпләй[113][114][115]; уның эштәрендә айырым аспекттар буйынса тикшеренеүҙәр 1939—1941 йылдарға тиклем алып барыла[116][117][118] Ошо уҡ вағытта авторҙар, 1937—1938 йылдарға репрессияларҙың юғары нөктәһе тура килә, тип килешәләр; монографиялар исемдәрендә лә ошондай хронологик сиктәр йыш күҙәтелә. ческие
Ғалимдар тикшергән иң мөһим проблемалар: СССР Ҡораллы көстәренең һуғышҡа һәләтлеге[119][120][121][122][106]; репрессиялар сәбәптәре[123][124]; репрессиялар масштабтары[41][125][126][127][128][106]; кем һәм нисек репрессияларҙы башҡарған[119][123][106]; Ҡораллы көстәрҙә реаль заговорҙың булыу-булмауы һәм репрессияларҙың кәрәклеге[129][130][131]; выдвиженцтар сифаттары[132][133][134][135][136][122].
 
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==