Лютеранлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
8 юл:
== Этимологияһы ==
«Лютеран» терминын беренсе тапҡыр 1520 йылда [[Мартин Лютер|Лютерға]] һәм уның көрәштәштәренә ҡаршы бәхәстә (полемикала) Иоганн Экк ҡуллана. Был билдәләмәне ул үҙенең оппоненттарын кәмһетеү өсөн ҡуллана. Ваҡыт үтеү менән был һүҙ нейтраль мәғәнәлә ҡулланыла башлай. Лютер үҙе был атамаға ҡаршы була, "Ризалыҡ Китабы"нда (Книга Согласия) ул осрамай. XVII быуат башында термин киң билдәле булмай— теолог Филипп Николаи [[Нидерландтар|Голландияла]] немец протестанттарын шулай тип атағанға аптырай. Был атама [[Утыҙ йыллыҡ һуғыш]] тамамланғандан һуң ғына (1648) тарала башлай. Белгестәр был йүнәлеште «Евангелие христианлығы» һәм «Евангелие христиандары» терминдары менән атау дөрөҫөрәк була тип иҫәпләй.<ref>[[Герман Зассе]], «На том стоим», Фонд Лютеранское наследие, Duncanville, США, 2000, ISBN 1-58712-015-1</ref>.
 
== Тарихы ==
 
== Дини тәғлимәте ==
Дини тәғлимәте (конфессия) тулыһынса ''Татыулыҡ китабы''нда (Книга Согласия) бәйән ителгән. Лютерандар үҙҙәрен теист-тринитарийҙар (Изге Троицаны таный) тип иҫәпләй һәм Тәрелә язаланған [[Иисус Христос]] (Ғайса Мәсихтең) тамуҡҡа (йәһәндәмгә) төшөп, күккә олғашҡан, ваҡыттар аҙағында яңынан терелеп, Тереләр һәм Үлекләрҙе хөкөм итеү өсөн килергә тейешле, Иисус Христостың Алла-кеше тәбиғәтен таный. Доктринала беренсел гонаһ концепцияһы мөһим урын алып тора, уны бары тик ''Алла Изгелеге'' (Бәрәкәте,Рәхмәте, Sola Gratia) аша еңеп була, ''Ул'' Инаныу аша бирелә (лат. Sola Fide). Шуның менән бергә, лютерандар Ҡотолоуҙа Азатлыҡтың ролен инҡар итеп, дөньяуи эштәрҙәә иректе инҡар итмәйҙәр, шуға улар алдан бөтә нимәне билдәләнеп ҡуйыуы (фатализм, яҙмыш) яҡлы түгел, йәки Алла бөтәһен дә белә, ләкин бөтә нимәне лә алдан билдәләп ҡуймай. Иман (инаныу) дөрөҫлөгөн билдәләүсе төп һәм берҙән-бер критерий тип улар [[Библия]]ны (лат. Sola Scriptura- Изге Китап) һанай. Лютерандар өҫтәмә авторитет тип Сиркәү Аталары Изге Васыяты һәм башка традицион сығанаҡтарға мөрәжәғәт итә, улар лютерандарҙыҡы булмауы ла мөмкин, тик улар (Килешү Китабы кеүек үк) Библияға (Изге китапҡа) ни дәрәжәлә тура килеүенә ҡарап дөрөҫ була һәм үҙҙәре генә иман сығанағы булып тормауын айырым билдәләйҙәр. Христиан дине тәғлимәтен булдырған дин белгестәре, шулай уҡ Лютерҙың үҙенең хеҙмәттәренә лә ҡарата хөрмәт менән, ләкин тәнҡит күҙлегенән ҡарау, кемгәлер айырып табынмау лютерандарға хас ҡараш.
 
 
Лютерандар ике Тылсымлы ғәмәлде (Таинство) таный: Суҡындыру һәм Евхаристие (махсус суҡындырылған сөсө икмәк һәм шарап менән «Христос менән берләшеү», причастие) (шул ук ваҡытта Аугсбург Аппологияһы буйынса Тылсымлы йолалар- исповедь (тәүбә) һәм рукоположение, арт. XIII). Суҡындыру юлы менән кешеләр христиан булалар. Улар дин тотоуҙа нығына. Көнбайыш традицияһы буйынса лютерандарҙағы причастие үҙенсәлеге- руханиҙар ғына түгел, барлыҡ дингә ышаныусылар ҙа потир (оҙон аяҡлы һауыт, кубок) менән шарап эсә (символик «Христос ҡанын ауыҙ итә», причащаются). Был сиркәүгә айырым ҡарашҡа бәйле, унда руханиҙар бары тик пастор (вәғәз уҡыусы) ғына, йәки үҙ общиналарында бары махсус профессионал ғына һәм башҡа диндарҙарҙан бер нимә менән дә өҫтөн түгел. Лютеран сиркәүе шулай итеп үҙенең апостолдар ваҡыты менән бәйләнешен күрһәтә. Был бәйләнеш, мәҫәлән, православие динендәге кеүек туранан-тура тапшырылған бәйләнеш тип түгел, ә рухи бәйләнеш тип аңлатыла. Лютеран сиркәүендә Тылсымлы тип танылмаған ғәмәлдәр: конфирмация (тейешле йәшкә еткәс, сиркәү общинаһына ҡабул итеү йолаһы, миропомазание), никах, сиркәүҙә ерләү йолаһы башҡарыу (отпевание) һәм ординация (руханиҙар ҡатламына ҡабул итеү йолаһы).
 
== Таралыуы ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лютеранлыҡ» битенән алынған