Христианлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
39 юл:
 
==== «Апологеттар» ====
Апостол уҡыусылары (апостольские мужи) апостолдар (Христос уҡыусылары) менән апологеттар араһындағы быуын. [[Апология]] ({{lang-grc|ἀπολογία}} — оправдание, аҡлау) — христиандарҙы эҙәрлекләүсе императорҙарға атап ебәрелгән яҡлау һүҙе. Христианлыҡты ғәҙел һәм айыҡ аҡылға ҡоролған дин булараҡ яҡлап, апологеттар үҙ теләктәре буйынса, йәки уға ҡаршы дини инаныуҙы аҡыл теленә күсерә, шулай итеп христиан дине тәғлимәте барлыҡҡа килә. Ошондай апалогеттарҙың береһе- ыҙа сиккән (мученик) Самария кешеһе [[Иустин Философ]]. Ул- философ-платоник, 133 йыл тирәһендә христиан динен ҡабул иткәндән һуң [[Рим]]гә бара, унда еретик-гностиктар менән көрәшер өсөн христиан дине тәғлимәтен өйрәнеүсе мәктәпкә нигеҙ һала. Иустин Философ алты уҡыусыһы менән бергә Рим илаһтарына табыныуҙан баш тартҡан өсөн 166 йылда, император [[Марк Аврелий]] хаким иткән заманда, язалана.
 
Никея соборына (325 йыл, император Константин заманында) тиклемге осорҙа христианлыҡ тарихындағы иң ҙур «Диоклетиан эҙәрлекләүҙәре» (302—311 йылдар) ойошторола, уның маҡсаты христиан сиркәүен тулыһынса тар-мар итеү була. Ләкин эҙәрлекләүҙәр христианлыҡтың нығыныуына һәм таралыуына ғына килтерә.