Протестантизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
140 юл:
1524 йылда Бөйөк Мәскәү кенәзлеге менән [[Швеция]] араһында солох килешеүе төҙөлгәс, Рәсәйгә Швеция, Дания, һуңыраҡ Англия менән Голландиянан Лютер тәғлимәтен яҡлаусылар килә башлай. Сауҙагәрҙәр менән бергә төрлө оҫталар («умельцы») килә, уларҙы Василий III дәүләт хеҙмәтенә махсус рәүештә саҡырта. Улар, башлыса, протестант аптекарҙар, рәссамдар, һөнәрселәр була. Уларҙың барыһына ла үҙ өйҙәрендә англикан, лютеран һәм реформат сиркәүе дини йолаларын үткәрергә ирек бирелә<ref name=autogenerated4>[http://www.renewlife.ru/?p=2211 Российская цивилизация: Этнокультурные и духовные аспекты: Энц. Словарь. М.:Республика,2001. — С.326-332.]</ref>.
 
Һуңыраҡ [[Иван IV]] Грозный заманында медиктар, тупсылар («пушкарники»), алтын һәм көмөш эҙләүселәр («искатели злату и серебру»), зәрҡәндәр (ювелиры), рәссамдар һәм башҡа белгестәр килә, бер аҙҙан уларға хәрбиҙәр ҙә өҫтәлә. Европанан Рәсәйгә [[Фёдор I Иоаннович|Фёдор Иоаннович]], [[Борис Годунов]]та (дини һуғыштар арҡаһында төрлө илдәрҙән ҡасҡындарҙы Рәсәй дәүләтенә ҡабул итә), [[Михаил Фёдорович]] (1613—1645) һәм [[Алексей Михайлович]] (1645—1676) күпләп саҡыра. Рәсәйгә протестант илдәренән юғары квалификациялы белгестәрҙе [[Пётр I]] лә шулай уҡ әүҙем саҡыра, ул хаким иткән осорҙа илгә бик күп белгес- математик, химик, физик ғалимдар, һәм шулай уҡ карап төҙөүселәр, руда эҙләүселәр, диңгеҙселәр, таусытау заводчиктарзаводчиктары, хәрби белгестәр килә. Бик күп протестанттар дәүләттә иң юғары вазифаларҙы биләй, Рәсәйҙең иң юғары ҡатламына инә<ref name=autogenerated4 />. Христиан-протестанттар [[Екатерина II]] (1763, 1789 йылдан) заманында көньяҡ һәм Волга буйы ерҙәрен эшкәртә башлау өсөн күпләп килә, батшабикә күсеп килеүселәргә бик күп өҫтөнлөктәр бирә, уларҙы хәрби һәм граждан хеҙмәтенән, 30 йылға һалымдан азат итә, бынан тыш сит илдән күсеп килеүселәргә тулы тулы дини ирек бирелә<ref name=autogenerated4 />.
 
Рәсәйҙә протестанттар һаны бигерәк тә Ливония һәм Швеция менән һуғыштан һуң күбәйә. 1721 йылғы Ништадт килешеүе буйынса Швеция Рәсәйгә [[Лифляндия]] (Латвияның бер өлөшө), Эзель утрауы менән бергә Эстляндия, [[Ингерманландия]] (хәҙерге Санкт-Петербург тирәләй ерҙәр) һәм Выборг менән [[Финляндия]]ны бирергә мәжбүр була. Яңы Рәсәйгә ҡушылған ерҙәрҙә дини ирек һаҡланырға тейеш була: "Ҡалдырып кителгән (шведтар тарафынан) ерҙәрҙә дини көсләү булмаясаҡ, киреһенсә, Евангелие дине, сиркәүе һәм мәктәптәре, һәм уға ҡараған башҡа әйберҙәр Швеция дәүләтендә нисек булған, шул хәлдә тотоласаҡ, уларҙа (был ерҙәрҙә) грек (православ) сиркәүе йолалары киләсәктә шулай уҡ ирекле һәм бер ниндәй ҡамасауһыҙ башҡарыла алырға тейеш " (''«В уступленных землях не имеет быть введено принуждение в совести, а напротив того Евангелическая вера, церкви и училища, и что к тому принадлежит, на том основании, на котором при последнем Свейском правительстве были, оставлены и содержаны будут с тем однако ж, чтобы в них и вера греческого исповедания впредь также свободно и без всякого помешательства могла быть отправлена»''). Рәсәй империяһына яңы ерҙәрҙе ҡушыу XIX быуат башына тиклем бара, яңы ҡушылған ерҙәрҙән кешеләр Рәсәйһең башҡа өлкәләрендәге буш ерҙәргә күсеп ултыра башлай. Был процесс XX быуат башына тиклем бара<ref name=autogenerated4 />. 1940 йылда Латвия, Литва һәм Эстония СССР-ға ҡушылғандан һуң протестанттарҙы, башлыса, көсләп башҡа өлкәләргә күсереү бара, яңы урындарҙа протестант сиркәүҙәре барлыҡҡа килә башлай<ref>{{Cite web |url=http://www.zabkrai.info/2009-08-05-11-59-03/66-2009-05-13-11-29-06.html |title=Истоки протестантизма в России. Доцент кафедры религиоведения РАГС, кандидат философских наук Лопаткин Ремир Александрович |accessdate=2013-08-30 |archiveurl=https://web.archive.org/web/20130927011628/http://www.zabkrai.info/2009-08-05-11-59-03/66-2009-05-13-11-29-06.html |archivedate=2013-09-27 |deadlink=yes }}</ref>.