Протестантизм: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
119 юл:
Диалектик протестант мәктәбе теологтары: Карл Барт, Пауль Тиллих, Рудольф Бультман, Фридрих Гогартен.
 
==== Йәшәү рәүеше, этикиэтика һәм мораль мәсьәләләре ====
[[Макс Вебер]] «Протестант этикаһы һәм капитализм рухы» (''[[Протестантская этика и дух капитализма]]'') китабында протестантизм йолалары һәм ҡараштарының капиталистик кәсепселек (промысел) һәм эшҡыуарлыҡ азатлығына ыңғай тәьҫир итеүен билдәләй. Протестантизмдың был һыҙаты хәҙерге заманда айырыуса АҠШ-та һәм донъялағы ҡайһы бер илдәрҙә таралған. Вебер, мәҫәлән, тәү осорҙа ''капитал туплау сығанағы'' тип [[аскетизм]] һәм байлыҡ туплауҙы атай. Ғаиләләр, секта һәм общиналарҙағы бер-береңә ышаныс, ''ваҡытты бушҡа уҙҙырмау'' (һәр саҡ эш менән мәшғүл булырға) менән бергә был сауҙа һәм банк эше, һуңыраҡ эре сәнәғәт капиталының үҫеүенә килтерә (был өлкәлә протестанттар күптәргә өлгө булырлыҡ).
 
Протестантизм этикаһы тарихи яҡтан инаныу аша ''аҡланыу'' (оправдание верой) һәм Sola Fide (спасение «только верой») протестант дини тәғлимәтенә бәйле. ''Һөйөү'' инаныу һөҙөмтәһе итеп ҡарала, «схоласттар уйлағанса, һөйөү инаныуҙы булдырмай, ә киреһенсә, ''инаныу'' һөйөүҙе булдыра»{{sfn|Хегглунд|2001|loc=гл. 21. «Лютер»}}.
128 юл:
Тәүрат (Ветхий Завет) менән Яңы Ғәһедтә (Новый Завет) яҙылған эхлаҡ нормаларының берҙәмлеге һәм күсәгилешлеге тураһындағы ҡараш ортодокс протестант теологтарына бөгөн дә хас.
 
Хәҙерге протестантизмда антиномизм идеялары дини ойошмалар эшмәкәрлегендә күренә, улар Хоҙай Ҡануны (Божий Закон һәм Ун ВасятҡаВасыятҡа-[[Десять заповедей]]) нигеҙләнгән әхлаҡ системаһы урынына башҡа системаны уйлап сығара. Антиномизм этикаһындағы әхлаҡи идеалдар үҙҙәре изгелектең урынын алырға ынтыла, улар кешеләрҙе хөрәфәттәрҙән ҡотҡарырға, кеше ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә вәғәҙәләй. Ортодокс (эҙмә-эҙлекле, дин нигеҙҙәренә тоғро) христиан этикаһында бындай ҡараш Изгелек (Благодать, Бәрәкәт, Алланың Рәхмәте) тураһындағы тәғлимәтте яуыз ниәттә гонаһлы тәнде ҡәнәғәтләндереү өсөн файҙаланыу тип иҫәпләнә, һәм ул ҡайһы бер зинаны (боҙоҡлоҡ, фәхеште) ғәфү итеүсе һәм хатта аҡлаусы дини ойошмалар («секталар») эшмәкәрлегендә сағыла<ref>[[Булгаков, Сергей Васильевич|С. В. Булгаков]] Справочник по ересям, сектам и расколам. [http://lib.eparhia-saratov.ru/books/02b/bulgakov/handbook/233.html Антиномизм] {{Wayback|url=http://lib.eparhia-saratov.ru/books/02b/bulgakov/handbook/233.html |date=20120229044810 }}</ref>.
 
Хәҙерге либераль протестант теологтарының бер аҙы ҡайһы бер протестантизм ғына түгел, ә тотош христианлыҡҡа хас мораль нормаларҙы инҡар итә (мәҫәлән, енси тормош мәсьәләләрендә). [[Тәүрат]]тағы васыяттарҙа (заповеди) гонаһлы тормош алып барыуҙы ғәйепләү ҡайһы бер ультралиберал теологтар тарафынан Тәүраттағы васыяттарҙы һайлап алып ҡулланыу тип ҡарала, улар, былай булғас, Тәүраттың бөтә васыяттарын да үтәргә кәрәк ти, шулай итеп, кашрут (кашер, рөхсәт ителгән һәм харам ашамлыҡ тураһында), Суббота (Шаббат, Алла донъяны булдырғандағы етенсе етенсе көн, йәһүдтәр был көндө эш эшләмәй торорға тейеш) һәм енси тәртипте яйлаусы васыяттарҙы бер таҡтаға теҙә<ref name="Баз">[https://www.usatoday.com/news/opinion/editorials/2006-11-19-forum-religion_x.htm Oliver «Buzz» Thomas. When religion loses its credibility]{{ref-en}} // USA TODAY, 19 ноября 2006; русский перевод: [http://www.queerumir.ru/articles/295/1/Kogda-religija-terjaet-doverie/Page1.html Оливер Томас. Когда религия теряет доверие] {{Wayback|url=http://www.queerumir.ru/articles/295/1/Kogda-religija-terjaet-doverie/Page1.html |date=20131004215234 }} {{недоступная ссылка|число=26|месяц=05|год=2013|url=http://www.queerumir.ru/articles/295/1/Kogda-religija-terjaet-doverie/Page1.html|id=20100722}}</ref>.
 
Һуңғы йылдарҙа был идеялар ҡайһы бер Көнбайыш һәм Төньяҡ [[Европа]] илдәрендә, башлыса лютеранлыҡ һәм англиканлыҡ сиркәүҙәре булған илдәрҙә, ныҡ таралды. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер илдәрҙә ([[Африка]], Азия, Латин Америкаһы) был идеялар ошо уҡ дини конфессиялар ойошмаларында яҡлау тапманы, хатта уларға ҡаршы сығыусылар булды<ref>[http://www.mgimo.ru/files2/2013_03/up56/file_12b44212749cbb9bbc4731aed481629a.pdf Каргина И. Г. Метаморфозы христианства на фоне постмодернистского пейзажа / И. Г. Каргина // Политические исследования. — 2012. — № 5. — С. 106—122.]</ref>.
 
== Протестантизм Рәсәйҙә ==
=== Килеп сығыу тарихы ===