РККА-лағы репрессиялар (1937—1938): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{subst:L}} {{главная|Сталин репрессиялары}} Файл:5marshals 01.jpg|thumb|300px|Тәүге биш [[Советт..." исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

09:35, 5 май 2021 өлгөһө

1937—1938 йылдарҙа РККА-лағы репрессиялар — РККА һәм РКВМФ команда һәм етәкселек составына ҡарата күләмле сәйәси репрессиялар («таҙартыуҙар»), уларҙы ҡайһы бер тикшеренеүселәр СССР-ҙағы Сталин шәхесе культының тура эҙемтәһе булған «Оло террор» сәйәсәтенең өлөшө, сағылышы тип билдәләйҙәр. Ысынында репрессиялар 1936 йылдың икенсе яртыһында башлана, әммә 1937 йылдың май-июнендә М. Н. Тухачевскийҙы һәм башҡа ете юғары дәрәжәләге хәрбиҙәрҙе ҡулға алғандан һәм хөкөм иткәндән һуң репресиялар ҡолас йәйеп үткәрелә; 1937—1938 йылдарға репрессияларҙың юғары нөктәһе тура килә, ә 1939—1941 йылдарҙа кинәт туҡтатылғандан һуң, улар күпкә әҙерәк интенсивлыҡ менән дауам ителә. Репрессиялар сәйәси мотивтар буйынса эштән бушатыуҙа, ҡулға алыуҙа һәм уйлап сығарылған эштәр буйынса хөкөм итеүҙә кәүҙәләнә.

Тәүге биш Советтар Союзы маршалдары (һулдан уңға) ултьралар: Тухачевский (атып үлтерелгән), Ворошилов, Егоров (атып үлтерелгән); торалар: Будённый һәм Блюхер (ҡулға алынған, Лефортов төрмәһендә язалауҙарҙан үлгән).

РККА һәм РКВМФ-тың меңләгән командирҙары һәм яугирҙары законһыҙлыҡ һәм фальсификацияланған ғәйепләүҙер ҡорбандары булалар. Сәйәси репрессияларҙың төп һөжүме юғары звеноның команда составына тура килә: СССР оорона наркомы урынбаҫарҙарына, хәрби округтар (флоттар) ғәскәрҙәре командующийҙарына, уларҙың урынбаҫарҙарына, корпус, дивизия, бригада командирҙарына ҡаршы йүнәлтелә. Идаралыҡтар һәм штабтарҙың команда-етәкселек составы, хәрби-уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылар составы бик ҙур зыян күрә[1]. Һуғыштан алдағы йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла сәйәси репрессияларҙың төп ҡорбандарын «хәрби-фашистик заговоры» һәм "уң троцкист ойошмалары"ның ағзалары тәшкил итә, уларҙың эштәрен СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы ҡарай. Кәрәкле күрһәтмәләр алыу өсөн ғәйепләнеүселәр мыҫҡыллауҙарға, туҡмауҙарға һәм язалауға дусар ителәләр. Тикшереү барышында «дошмандарға» һәм «шпиондарға» ҡарата «физик баҫым сараларын» ҡулланыу СССР-ҙың юғары партия һәм дәүләт етәкселеге тарафынан рөхсәт ителә. «Хәрби-фашистик заговорҙа» ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән командирҙарҙың, начальниктарҙың һәм политработниктарҙың күпселеге юғары язаға — атып үлтереүгә хөкөм ителә. Шул уҡ көндө кисекмәҫтән хөкөм ителмәгән ҡайһы берҙәргә генә һуңынан был приговор холоҡто төҙәтеү-хеҙмәт лагеры менән алмаштырыла[2].

Хронология

1936 йыл

• 6 июль —8-се мехбригада командиры комдив Д. А. Шмидтты ҡулға алыу[3][прим. 1]. • 7 июль —18-се ауыр авиабригада штабы начальнигыы майор Б. И. Кузьмичёвты ҡулға алыу[4][прим. 1]. • 14 август — ЛВО ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары комкор В. М. Примаковты ҡулға алыу[5][прим. 1][прим. 2]. • 15 август — 25-се уҡсылар дивизияһы командиры комбриг М. О. Зюкты ҡулға алыу[6][прим. 1]. • 20 август — Бөйөк Британиялағы хәрби атташе комкор В. К. Путнаны ҡулға алыу[5][прим. 1][прим. 2]. • 2 сентябрь —КВО армия инспекторы комкор С. А. Туровскийҙы ҡулға алыу[7][прим. 1]. • 25 сентябрь — 97-се уҡсылар дивизияһы командиры һәм военкомы, комдив Ю. В. Саблинды ҡулға алыу[8][прим. 1]. • 17 декабрь — 66-сы уҡсылар дивизияһы штабы начальнигы полковник И. Л. Карпелде ҡулға алыу[9][прим. 1].

1937 йыл

  • 23 февраль5 март — Пленум ЦК ВКП(б) Үҙәк Комитеты пленумы. СССР Оборона наркомы К. Е. Ворошилов на заседании Пленума ЦК ВКП(б)Үҙәк Комитеты Пленумында: «…Армияла хәҙерге мәлгә әле ул тиклем күп дошман фашланмаған. Бәхеткә күрә, тип әйтәм, сөнки Ҡыҙыл Армияла дошмандар ғөмүмән күп түгелдер, тигән өмөттәмен. Шулай булырға тейеш тә, сөнки армияға партия үҙенең иң яҡшы кадрҙарын ебәрә; ил иң сәләмәт һәм ныҡ кешеләрҙе ебәрә», — тип әйтә.
  • 29 март — ВКП(б)Үҙәк Комитеты Политбюроһы № 47/10-се ҡарарын ҡабул итә, уның беренсе пунктында: «НКО-ға сәйәси мотивтар буйынса ВКП(б-нан)сығарылған бөтә команда-етәкселек составын РККА сафтарынан сығарырға тәҡдим итергә» — тип яҙыла[10].
  • 12 май — М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһы начальнигы, 2-се ранг командармы ] А. И. Коркты ҡулға алыу[11][прим. 2].
  • 15 май — Мәскәү хәрби округы командующийы урынбаҫары комкор Б. М. Фельдманды ҡулға алыу[12][прим. 2]

[[Файл:May 25 1937 Tukhachevsky recognition.jpg|thumb|250px| Маршал Тухачевскийҙың хәрби-троцкист заговоры менән етәкселек итеүе тураһында таныуы[13].

  • 22 май — Волга буйы хәрби округы командующийы Советтар Союзы Маршалы М. Н. Тухачевскийҙы[14][прим. 2] һәм СССР Осоавиахимының Үҙәк советы рәйесе комкор Р. П. Эйдеманды ҡулға алыу[12][прим. 2]. 26 майҙа Примаков, Путна һәм Фельдман менән осраштырғандан һуң Тухачевский тәүге таныу күрһәтмәләрен бирә һәм үҙен РККА-ла хәрби заговор әҙерләүҙә ғәйепле тип таный, йәғни, власты ҡолатыу һәм СССР-ҙа хәрби диктатураһын урынлаштырыу уның маҡсаты була. Уңышҡа өлгәшеү өсөн, йәнәһе, Германия һәм, бәлки, Япония сенән буласаҡ һуғышта РККА-ның еңелеүен әҙерләү планлаштырыла.
  • 28 май — Киев хәрби округының элекке командующийы 1-се ранг командармы И. Э. Якирҙы ҡулға алыу[14][прим. 2].
  • 29 май —Белорус хәрби округы командующийы, 1-се ранг командармы И. П. Уборевичты ҡулға алыу[14][прим. 2].
  • 31 май — ПУРККА начальнигы һәм Оборона наркомының 1-се урынбаҫары 1-се ранг комиссары ] Я. Б. Гамарниктың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы[прим. 3]. Черушевтың тикшеренеү буйынса, вазифаһынан бушатылған Гамарник ҡулға алыуҙан хәүефләнгән һәм шуға күрә үҙ-үҙен атып үлтергән[15].
  • 14 июнь —Сталин ҡатнашлығында нарком эргәһендә Хәрби советтың сираттан тыш киңәйтелгән улытырышы. Сталин был ултырышта телмәр тотоп ҡына ҡалмай, бәхәстәрҙә бик әүҙем ҡатнаша. Сталин Ҡыҙыл Армияла «хәрби-фашистик заговорҙың» фаш ителеүе тураһында белдерә, йәнәһе, унда күренекле совет хәрби етәкселәре ҡатнашҡан, Сталин заговорсыларҙы, ҡоротҡостарҙы, һәм шпиондарҙы фашлау буйынса кампания йәйелдерергә талап итә, уның һүҙҙәренсә, улар бөтә дәүләт структураларында, шул иҫәптән Ҡораллы көстәрҙә лә күпләп оялаған.
  • 7 июнь — Оборона Халыҡ Комиссариаты № 072-се бойороҡ сығара, уға ярашлы РККА-ның шәхси составына армияла контрреволюцион хәрби фашистик ойошмаһы булыуы, уның ахырғы маҡсаты совет ҡоролошон юҡҡа сығарыу, совет власын һәм эшсе-крәҫтиән хөкүмәтен ҡолатыу һәм СССР-ҙа капитализмды тергеҙеү булған, тип иғлан ителә; был бойороҡ буйынса фетнәнең «юғары етәкселегенә» 10 кеше ингән: Гамарник, Тухачевский, Якир, Уборевич, Корк, Примаков, ОКДВА командующийы урынбаҫары комкор М. В. Сангурский, Б. М. Фельдман, Путна һәм Эйдеман[16].
  • 11 июнь — Тухачевский, Уборевич һәм Якир, Корк, Б. М. Фельдман, Эйдеман, Примаков һәм Путналарҙың шпионажда, Ватанға хыянат итеүҙә һәм террористик акттар әҙерләүҙә ғәйепләү эше СССР Юғары судының Махсус суд присутствиеһының ябыҡ ултырышында ҡарала. 23 сәғәт 35 минут та хөкөмиғлан ителә — бөтә һигеҙ кешене атып үлтереүгә хөкөм итәләр.
  • 12 июнь —НКО-ның 96-сы бойороғо сыға, уға ярашлы РККА-ның шәхси составына Ҡыҙыл Армиялағы «хәрби-фашистик заговоры» етәкселәренә үлем хөкөмө сығарылыуы тураһында иғлан ителә. Фетнәселәрҙең маҡсаттары 072-се бойороҡтағы кеүек ҡала, әммә етәкселер араһында 9 кеше исемләнә — үҙ-үҙенә ҡул һалған Гамарник һәм процеста хөкөм ителгән 8 кеше; әммә улар араһындағы Сангурский «юҡҡа сыға»[17].
  • 13 июнь — НКО-ның 96-сы бойороғо «Правда» гәзитендә баҫтырыла[18].
  • 21 июнь —НКО-ның һәм НКВД-ның берлектәге бойороғо сыға — 082-се, уға ярашлы килгән контрреволюцион һәм ҡоротҡос фашистик ойошмаларҙа ҡатнашҡан, әммә үҙ ғәйебен таныған, үҙ енәйәттәре тураһында һөйләү һәм үҙҙәренең фекерҙәштәрен күрһәтеү шарты менән, ҡулға алыныуға һәм енәйәти эҙәрлекләүгә дусар ителмәйәсәк тип иғлан ителә[19].
  • Июнь — округтар һәм флоттарҙың хәрби советтарына офицерҙарҙы хеҙмәттән бушатырға һәм ҡулға алыуҙы санкциялау хоҡуғы бирелә[20].
  • 31 июль — ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы «обкомдарҙы, крайкомдарҙы и ЦК милии компартиялар Үҙәк Комитеттарына» эштән бушатылған, шул иҫәптән сәйәси мотивтар буйынса ВКП(б)-нан сығарылған офицерҙарҙы хужалыҡ наркоматтары предприятиеларына һәм учреждениеларына эшкә урынлаштырыуҙы тәьмин итеүҙе йөкмәтә [21].
  • 11 август — НКВД-ның 00485-се бойороғо сыға, уға ярашлы 1937 йылдың 20 ноябренә Поляк хәрби ойошмаһы менән бәйле булған кешеләрҙе ҡулға алырға ҡуша; тәү сиратта, Ҡыҙыл Армия һәм оборона предприятиелары һәм цехтар хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡулға алынырға тейеш була[22].
  • 17 октябрь —НКО-ның 0163-сө бойороғо сыға, уға ярашлы хәрби советтарға офицерҙарҙы эштән бушатыу тыйыла, ә сәйәси мотивтар буйынса ситләтеүҙә телеграф буйынса оборона наркомы менән килешеү талап ителә [23].

1938 йыл

  • Ғинуар —ВКП(б) Үҙәк Комитетының ғинуар пленумы принял постановление «Коммунистарҙы партиянан сығарыуҙа партойошмаларҙың хаталары, ВКП(б)-нан сығарылғандарҙың апелляцияларына формаль-бюрократик ҡараш һәм әлеге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә[24], әлеге ҡарар ғәҙелһеҙ сығарылған офицерҙарҙы партияла тергеҙеү һәм РККА-ға ҡайтарыу буйынса кампанияла ыңғай роль уйнай [25].
  • 20 ғинуар —ВКП(б) Үҙәк Комитетының ғинуар пленумы ҡарарҙары сиктәрендә Е. А. Щаденко тарафынан УН 9/19/974-се директива баҫтырыла, унда РККА-нан яңылыш эштән сығарылғандарҙы кире ҡайтарыу маҡсатында 1937 йыл дауамындағы эштән бушатыуҙар һәм бушатыуға тәҡдим ителгән исемлектәрҙе ҡабаттан ҡарарға ҡушыла [26].
  • 8 июнь —РККА-ның Баш хәрби советы ОКДВА-нан киләһе милләтле командирҙарҙы һәм политработниктарҙы эштән сығарырға ҡарар итә: немецтар, поляктар, латыштар, эстондар, кореяҙар, финдар, литвалар, төрөктәр, румындар, венгрҙар һәм болгарҙар, ә шулай уҡ округтың команда-сәйәси кадрҙарын «халыҡ дошмандарынан» таҙартырға[27].
  • 22 июнь — Баш хәрби советы Ленинград хәрби округы комначполитсоставын «сик буйы округында хеҙмәткә яраҡһыҙ кешеләрҙән» таҙартыуҙы ҡыҫҡа срокта тамамларға ҡуша[28].
  • 24 июнь — Баш хәрби советы сик буйы хәрби округтарҙан киләһе милләтле офицерҙарҙы эштән бушатырға ҡуша: немецтар, поляктар, латыштар, эстондар, кореяҙар, финдар, литвалар, төрөктәр, румындар, венгрҙар һәм болгарҙар, ә шулай уҡ әлеге милләтле офицерҙарҙы, ҡайҙа хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, уларға компромат материалдары булған осраҡта, НКВД органдарына тапшырырға[29]. НКО 200/ш директиваһын ҡабул итәуның тексы әлегә тиклем асыҡланмаған; тарихсылар фекеренсә, ул РККА-нан бойондороҡһоҙ дәүләтселек булған милләтле начкомсоставты РККА-нан сығарырҡа тәҡдим итә. Ғәҙәттә бындай милләттәргә поляктар, немецтар, румындар, латыштар, литвалар, финдар, эстондар, кореялар һәм башҡалар ҡарай [30][31]
  • 27 июнь — Баш хәрби советы Л. З. Мехлистың ДКФ, ЗабВО һәм СибВО-нан «совет власына ҡаршы көрәшкән бөтә колчковсыларҙы» сығарыу тәҡдимен ҡабул итә[32].
  • 17 ноябрь — СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(б) Үҙәк комитеты «Ҡулға алыуҙар, прокурор надзоры һәм тикшереүҙе алып барыу тураһында» исемле ҡарар ҡабул итә, уға ярашлы НКВД тройкалары бөтөрөлә[33]. Ҡарар НКВД һәм юстиция органдары эшендәге үҙгәрештәргә һәм законлыҡты тәьмин итеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ [34][35][36].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Назван Ворошиловым на февральско-мартовском (1937) пленуме ЦК ВКП(б) в числе 8 заговорщиков из РККА
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Один из будущих фигурантов на процессе по делу Тухачевского. Арестован в связи с делом Антисоветского объединённого троцкистско-зиновьевского центра как участник армейской «военно-троцкистской организации». Основные подсудимые по этому делу были приговорены к смертной казни и расстреляны ещё 25 августа 1936 года. Тем не менее до мая 1937 года арестованные Путна и Примаков не называли никаких новых имён
  3. Үлгәндән һуң хәрби-фашистик заговорҙың лидерҙарының береһе тип иғлан ителә
Сығанаҡтар
  1. Мильбах В. С. Политические репрессии командно-начальствующего состава Рабоче-Крестьянской Красной Армии и Флота на Востоке страны в 1936—1939 гг. Автореферат диссертации на соискание учёной степени доктора исторических наук. Иркутск, 2005
  2. Сувениров, 1998, с. ?
  3. Сувениров, 1998, с. 392
  4. Сувениров, 1998, с. 459
  5. 5,0 5,1 Сувениров, 1998, с. 379
  6. Сувениров, 1998, с. 405
  7. Черушев Н., Черушев Ю., 2012, с. 116
  8. Черушев Н., Черушев Ю., 2012, с. 274
  9. Сувениров, 1998, с. 432
  10. Гуляев, 2013, с. 225
  11. Сувениров, 1998, с. 375
  12. 12,0 12,1 Сувениров, 1998, с. 380
  13. Куртуа С., Верт Н., Панне Ж-Л., Пачковский А., Бартосек К., Марголин Дж-Л. Черная книга коммунизма = Le Livre Noir du Communisme. — М.: «Три века истории», 2001. — С. 199. — 864 с. — ISBN 2-221-08-204-4.
  14. 14,0 14,1 14,2 Сувениров, 1998, с. 373
  15. Черушев. 1937 год, 2003, с. 46
  16. Приказы НКО. 1937 — 22 июня 1941 г., 1994, с. 16—18
  17. Черушев. 1937 год, 2003, с. 29—31
  18. Черушев. 1937 год, 2003, с. 29
  19. Приказы НКО. 1937 — 22 июня 1941 г., 1994, с. 18
  20. Военный совет при НКО. 1-4 июня 1937 г., 2008, с. 543
  21. Сталин и Главное управление госбезопасности, 2004, с. 283
  22. Сталин и Главное управление госбезопасности, 2004, с. 302
  23. Приказы НКО. 1937 — 22 июня 1941 г., 1994, с. 31—32
  24. Коммунистическая партия Советского Союза в резолюциях и решениях съездов, конференций и пленумов ЦК. — М.: Госполитиздат, 1953. — Т. 2.. — С. 849—858. — 1204 с. — 300 000 экз.
  25. Комал, 1990, с. 25
  26. Репрессии в Красной Армии (30-е годы), 1996, с. 290, 292
  27. Главный военный совет РККА, 2004, с. 84—85
  28. Главный военный совет РККА, 2004, с. 104
  29. Главный военный совет РККА, 2004, с. 109
  30. Сувениров, 1998, с. 311
  31. Мильбах, 2007, с. 61
  32. Главный военный совет РККА, 2004, с. 110
  33. Органы госбезопасности в ВОВ, 1995, с. 3—8
  34. Сувениров, 1998, с. 275
  35. Черушев, 2006, с. 8—9
  36. Мильбах, 2007, с. 86—87

Әҙәбиәт

  • Близниченко С. С. «Антисоветский военно-фашистский заговор» на Днепровской военной флотилии в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2013. — № 5. — С. 40—61.
  • Близниченко С. С. «Антисоветский военный заговор» на Амурской Краснознамённой военной флотилии в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 2. — С. 50—77.
  • Близниченко С. С. «Антисоветский военный заговор» на Тихоокеанском флоте в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2011. — № 12. — С. 26—46.
  • Близниченко С. С. «Антисоветский военный заговор» на Тихоокеанском флоте в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 1. — С. 79—97.
  • Близниченко С. С. «Военный заговор» на Северном флоте в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 6. — С. 136—159.
  • Близниченко С. С. «Военный заговор» на Северном флоте в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 7. — С. 166—188.
  • Близниченко С. С. «Военный заговор» на Северном флоте в 1937-1938 годах // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 8. — С. 131—149.
  • Близниченко С. С. Кожанова А. К.: «Двести семей комсостава флота в одну ночь как корова языком слизала...» (Заговор на Черноморском флоте) // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 4. — С. 33—61.
  • Близниченко С. С. Кожанова А. К.: «Двести семей комсостава флота в одну ночь как корова языком слизала...» (Заговор на Черноморском флоте) // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 5. — С. 64—87.
  • Близниченко С. С. Сивков А. К.: «Вы сделали из меня шпиона, таких методов следствия я не предполагал, и это вам партия не простит...» («Военный заговор» на Балтийском флоте в 1937-1938 годах) // Военно-исторический архив. — М., 2012. — № 9. — С. 131—166.
  • Бобренев В. А., Заика Л. М. Заговор против законности // Коммунист вооружённых сил. — 1990. — № 15. — С. 69—74.
  • Бобренев В. А., Заика Л. М. Заговор против законности // Коммунист вооружённых сил. — 1990. — № 16. — С. 77—81.
  • Викторов Б. А. Без грифа «Секретно»: Записки военного прокурора. — М.: Юридическая литература, 1990. — 336 с. — (Возвращение к правде). — 200 000 экз. — ISBN 5-7260-0215-6.
  • Волкогонов Д. А. Триумф и трагедия/Политический портрет И. В. Сталина. — М.: Изд-во АПН, 1989. — Т. 1. Ч. 2.. — 336 с. — 300 000 экз. — ISBN 4-7020-0025-0.
  • Волкогонов Д. А. Триумф и трагедия/Политический портрет И. В. Сталина. — М.: Изд-во АПН, 1989. — Т. 2. Ч. 1.. — 432 с. — 300 000 экз. — ISBN 4-7020-0025-0.
  • Герасимов Г. И. Действительное влияние репрессий 1937-1938 гг. на офицерский корпус РККА // Российский исторический журнал. — Балашов Саратовской области, 1999. — № 1. — С. 44—52.
  • Ҡалып:Книга:Политические репрессии комначсостава, 1937—1938. ЛВО
  • Гуляев А. А. Роль военного совета Киевского военного округа в политических репрессиях в РККА (1937-1938 гг.) // Общество и власть в СССР и постсоветской России. Материалы Всероссийских научных чтений, посвящённых памяти профессора Э. Н. Бурджалова. Сборник научных трудов (17 мая 2013 г.) : Сб. / Под общ. ред. Э. М. Щагина, Д. О. Чуракова. — М.: Буки Веди, 2013. — С. 220—226. — ISBN 978-5-4465-0386-5.
  • Ҡалып:Книга:Трибунал для флагманов
  • Ивкин. В. И., Уколов А. Т. О масштабах репрессий в Красной армии в предвоенные годы // Военно-исторический журнал. — М.: «Красная Звезда», 1993. — № 1. — С. 56—59.
  • Кантор Ю. З. Война и мир Михаила Тухачевского. — М.: Издательский дом «Огонёк»; «Время», 2005. — 576 с. — (Серия «Диалог»). — 3000 экз. — ISBN 5-89947-007-0.
  • Комал Ф. Б. Военные кадры накануне войны // Военно-исторический журнал. — М.: «Красная Звезда», 1990. — № 2. — С. 21—28.
  • Короленков А.В. Ещё раз о репрессиях в РККА в предвоенные годы // Отечественная история. — 2005. — № 2. — С. 154—162.
  • Ҡалып:Книга:Социокультурный состав советской военной элиты 1931—1938 гг. и её оценки в прессе русского зарубежья
  • Мельтюхов М. И. Репрессии в Красной Армии: итоги новейших исследований // Отечественная история. — 1997. — № 5. — С. 109—121. Архивировано из первоисточника 24 ғинуар 2013.
  • Мильбах В. С. Политические репрессии комначсостава ЗабВО и 57-го особого корпуса (1937-1938). — Иркутск: Иркутский государственный технический университет, 2002. — 268 с.
  • Ҡалып:Книга:Политические репрессии комначсостава, 1937—1938. ОКДВА
  • Ҡалып:Книга:Политические репрессии комначсостава, 1937—1938. ТОФ
  • Минаков С. Т. 1937. Заговор был!. — М.: Яуза: Эксмо, 2010. — 320 с. — (1937. Большой террор). — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-39223-0.
  • Минаков С. Т. Сталин и заговор генералов. — М.: Яуза, Эксмо, 2005. — 720 с. — (Русские тайны). — 4100 экз. — ISBN 5-699-09149-1.
  • Минаков С. Т. Сталин и его маршал. — М.: Яуза, Эксмо, 2004. — 640 с. — (Русские тайны). — 5000 экз. — ISBN 5-699-05916-4.
  • Печёнкин А. А. Военная элита СССР в 1935-1939 гг.: репрессии и обновление. — М.: ВЗФЭИ, 2003. — 172 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93877-036-X.
  • Печёнкин А. А. Высший командный состав Красной армии в годы второй мировой войны. — М.: Прометей, 2002. — 294 с. — 1000 экз. — ISBN 5-94845-012-0.
  • Печёнкин А. А. Сталин и Военный совет. — М.: ВЗФЭИ, 2007. — 160 с. — 1000 экз. — ISBN 5-93877-058-0.
  • Подустов Ф. Н. Репрессии в Томском артиллерийском училище накануне и в годы Великой Отечественной войны // Вестник Томского государственного педагогического университета. — Томск: Издательство ТГПУ, 2000. — № 4. — С. 105—111.
  • Ҡалып:Книга:Сталин, НКВД и репрессии 1936—1938
  • Смирнов А. А. Крах 1941 — репрессии ни при чём! «Обезглавил» ли Сталин Красную Армию?. — М.: Яуза, Эксмо, 2011. — 480 с. — (Великая Отечественная: Неизвестная война). — 4000 экз. — ISBN 978-5-699-47257-4.
  • Степанов А. С. О масштабах репрессий в Красной Армии в предвоенные годы (документы). // Военно-исторический журнал. — 1993. — № 2, 3, 5.
  • Степанов М. Г. Проблема политических репрессий в Вооружённых силах СССР в период «Большого террора» 1937-1938 гг.: краткий обзор отечественной историографии // Исторические, философские, политические и юридические науки, культурология и искусствоведение. Вопросы теории и практики. — Тамбов, 2008. — № 1. — С. 67—70. Архивировано из первоисточника 29 октябрь 2013.
  • Сувениров О. Ф. Всеармейская трагедия // Военно-исторический журнал. — М., 1989. — № 3. — С. 39—47.
  • Сувениров О. Ф. За честь и достоинство воинов РККА // Сост. Афанасьев А. В. Они не молчали : Сб.. — М.: Политиздат, 1991. — С. 372—387. — ISBN 5-250-01110-1.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2007. — № 10. — С. 73—94.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2007. — № 11. — С. 45—63.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2007. — № 12. — С. 77—99.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 1. — С. 18—40.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 2. — С. 71—92.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 3. — С. 13—25.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 4. — С. 39—54.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 5. — С. 45—64.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 6. — С. 29—57.
  • Сувениров О. Ф. Сопротивление личного состава РККА партийно-государственному истреблению военных кадров (1937–июнь 1941) // Военно-исторический архив. — М., 2008. — № 8. — С. 21—34.
  • Ҡалып:Книга:Трагедия РККА 1937—1938
  • Суржик Д. В. «К старому соперничеству военных лет добавлялось новое, связанное с современным противостоянием групп военачальников». Факторы боеготовности Красной армии: «чистки» и «болезни роста» в новых военно-исторических трудах // Военно-исторический журнал. 2016. № 8. С. 69-76.
  • Черушев Н. С. 1937 год. Был ли заговор военных?. — М.: Вече, 2007. — 576 с. — (Военные тайны XX века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-9533-2213-3.
  • Ҡалып:Книга:1937 год: элита Красной Армии на Голгофе
  • Ҡалып:Книга:Из ГУЛАГа — в бой
  • Ҡалып:Книга:Удар по своим. Красная Армия: 1938—1941
  • Ҡалып:Книга:Расстрелянная элита РККА
  • Шубин А. В. Лазарев С. Е. Советская военная элита 1930-х годов // История государства и права. 2017. № 12. С. 48-51.
  • Юмашева Ю. Ю. Высший командный состав советских вооружённых сил в годы Великой Отечественной войны (опыт коллективной биографии). — М., 1996. — 41 с. — 500 экз. — ISBN 5-244-00525-1.
  • Ҡалып:Книга:Трагедия полководцев

Тарихи сығанаҡтар

Һылтанмалар

  • Сувениров О. Ф. Погибли в годы беззакония // Военно-исторический журнал. — М., 1993. — № 2 3, 5—12.
  • Статистика антиармейского террора // Военно-исторический архив / Подготовил Черушев Н. С.. — М., 1998. — № 2. — С. 105—117.
  • Статистика антиармейского террора // Военно-исторический архив / Подготовил Черушев Н. С.. — М., 1998. — № 3. — С. 39—51.