Литва: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
117 юл:
XVI—XVII быуатта Литвала поляк өлгөһө буйынса Шляхет демократияһы урынлаштырыла. Был шляхталарға (дворяндар) дәүләт менән идара итеү өсөн киң мөмкинлектәр асыла. Был процесс менән бер үк ваҡытта идара итеүсе ҡатламда полонизация (поляк мәҙәниәтенә күсеү) процессы башлана. Был поляк теленә күсеү, поляк мәҙәниәтен ҡабул итеү, оҡшашлыҡ кеүек күренештәрҙә сағыла. Түбәнге ҡатламдарға полонизация тәьҫире теймәй.
== Рәсәй империяһы составында ==
XVIII быуатта емерткес һуғыштар һәм дәүләт көрсөгө һөҙөмтәһендә Речь Постолитая көсһөҙләнә һәм [[Рәсәй империяһы]] йоғонтоһона эләгә. 1772, 1793 һәм 1795 йылдарҙа Речь Постолитая тарҡала һәм [[Рәсәй]], [[Пруссия]] һәм [[Австрия]] йоғонтоһона эләгә. Бөйөк Литва кенәзлеге Рәсәй империяһына ҡушыла.
 
Польша-Литва дворяндары дәүләтселеген тергеҙеү өсөн 1812 йылда Наполеон яғында булалар, шулай уҡ бер нисә тапҡыр восстаниебаш (1830-1831, 1863-1864) күтәрәләр, әммә һәр ваҡыт еңеләләр. Литвала поляк йоғонтоһон бөтөрөү өсөн рус власы деполонизация (поляк мәҙәниәтен бөтөрөү) һәм русификация (рус мәҙәниәтен индереү) компанияһын башлай. 1869 йылда латин хәрефтәое менән яҙыу һәм баҫыу тыйыла. Литва халҡы, айырыуса католик руханиҙары русификацияға ҡаршы булалар: [[кириллица]] баҫмалары һанға һуғылмай, ә латин хәрефтәре менән баҫылып сыҡҡан китаптар күрше Пруссиянан законһыҙ рәүештә ташыла. 1904 йылда Литвала латиницаны тыйыу ғәмәлдән сығарыла.
 
== Литва иҡтисады ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Литва» битенән алынған