Кипр Республикаһы — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Нет описания правки
 
== Халҡы ==
Төп мәҡәлә: '''{{main|Кипр халҡы'''}}
 
Бүлгәндән һуң грек-киприоттарҙың күпселеге көньяҡта йәшәй, ә төрөк-киприоттар — төньяҡта. Дөйөм халыҡ һаны яҡынса 800 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 300 мең — төрөктәр. Шулай уҡ Кипрҙа 17 мең инглиз, 40 меңдән дә кәм түгел урыҫтар (Рәсәй Федерацияһы илсеһе мәғлүиәттәре буйынса)<ref>[https://www.realestate.ru/interview.aspx?id=366 Интервью посла РФ в Республике Кипр] // для газеты www.realestate.ru — 04.10.2011</ref>. 1974 йылғы һуғыштан һуң яҡынса 180 мең грек киприоттары ҡаса йәки мәжбүри рәүештә көньяҡҡа күсерелә. 42 мең тирәһе төрөк киприоттары шулай уҡ ҡаса һәм уларҙы мәжбүри рәүештә төньяҡҡа күсерәләр. Тик Ларнак округы Пила ҡалаһында ғына БМО тәғәйенләгән админстрация ҡарамағында ике халыҡ төркөмө йәшәй.
Кипр Республикаһы контроле аҫтында, 2011 йылдың аҙағындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, халыҡ һаны 838 897 кеше тәшкил итә, уларҙың күбеһе (21,4 %) — сит ил граждандары<ref>[http://www.cystat.gov.cy/mof/cystat/statistics.nsf/All/732265957BAC953AC225798300406903?OpenDocument&sub=2&sel=1&e= Preliminary Results of the Census of Population, 2011]</ref>. 2014 йылдан алып хөкүмәт тарафынан законға төҙәтмәләр индереү һәм махсус дәүләт программаһын булдырыу арҡаһында сит ил инвесторҙарына Кипр гражданлығы хоҡуғы бирелә.
 
БМО-ның мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылға ҡарата Кипр Республикаһында 191 922 иммигрант, йәки ил халҡының 16 %, йәшәй<ref>https://www.un.org/en/development/desa/population/migration/data/estimates2/data/UN_MigrantStockTotal_2019.xlsx</ref>.
 
== Дин ==
{{main|Кипр-ҙа дин}}
Кипр халҡының күпселеге этник гректар — православие, этник төрөктәр — ислам динен тота.
Кипр православие сиркәүе квази-дәүләт учреждениеһы статусына эйә һәм илдең йәмәғәт-сәйәси тормошонда билдәле роль уйнай; Кипр Сиркәүенең предстоятеле — Яңы Юстиниана һәм Кипрҙың Архиепископы. Һәр ауылда тиерлек булған ҡорамдарҙан тыш (500-ҙән ашыу) сиркәүҙең Кипрҙа 9 монастыры бар, был монастырҙар утрауҙағы йыл әйләнәһенә яһалма һуғарылыу ойошторолған бик күп һәм иң уңдырышлы ерҙәргә һәм башҡа төрлө эре мөлкәткә эйә.
Шулай уҡ утрауҙа католик, маронит сиркәүҙәр һәм башҡа йәһүд һәм башҡа дин ғибәҙәтханалары бар.
1960 йылғы Конституция (19 статья) буйынса һәр кеше һүҙ, намыҫ һәм дин азатлығына хоҡуҡлығын раҫлай.. Бөтә диндәр ҙә закон алдында тигеҙ Республиканың ҡанун сығара торған, башҡарма һәм административ акты ниндәй булһа дини институтын йәки дини ойошмаһын дискриминациялай алмай. Һәр кеше дин тотоу иреклегенә хоҡуҡлы, ул үҙенең динен үҙ аллы йәки күмәкләп өйрәнә ала. Республика Конституцияһында бындай азатлыҡтың берҙән-бер сикләүҙәр бар һәм улар Республиканың һәм уның граждандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Бөтә ошо ҡарарҙар утрауҙа рәсми рәүештә танылған дин юҡлығын раҫлай. Улар шулай уҡ халыҡ аҙсылығын тәшкил иткән ике дини төркөмдөң (католиктар һәм марониттар) хоҡуҡтарын яҡлуын гарантиялай.
 
== Сәнәғәт ==
Тулайым милли вал продукттың сәнәғәт өлөшө 18 % тәшкил итә. Сәнәғәт продукцияһының 1/3 ҡиммәте сеймал табыу сәнәғәтендә булдырыла һәм эшкәртеүсе сәнәғәттә. Ваҡ предприятиелар өҫтөнлөк ала. Күп кенә эре предприятиелар, бигерәк тә тау-сеймал табыу сәнәғәте, сит ил капиталы ҡулында (башлыса инглиз капталы). Баҡыр рудаһы (тимер күләме буйынса 16,3 мең т, экспорт), тимерле пириттар (57,6 мең т, экспорт), хромиттар (41,3 мең т), асбест (23,3 мең т, экспорт), тоҙ, гипс, мрамор етештерелә. 2010 йылда тау-сеймал табыу сәнәғәтенең тулайым продукцияһы 90,4 млн евро тәшкил итә, тармаҡтағы халыҡтың мәшғүллеге — 585 кеше.
 
Электростанциялар (204 мең кВт дөйөм ҡеүәте) ситтән килтерелгән нефттә эшләйҙәр; 1971 йылда электр энергияһын етештереү 564 млн кВт∙ч тәшкил итә. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте үҫешкән (шарап етештереү — 49,4 мең т 1971 йылда, зәйтүн майы — яҡынса 1 мең т, емеш һәм йәшелсә консервалары һәм башҡалар), тәмәке, туҡыма, күн аяҡ кейеме сәнәғәте. Цементты етештереү (303 мең т 1971 йылда). Ваҡ һөнәрселек етештереү үҫешкән (керамиканан, тимерҙән әйберҙәр).
 
Кипр сәнәғәте күп экспорт йүнәлештәрҙә етештерә: фармацевтик продукцияһы, эсемлектәр һәм аҙыҡ-түлек, [[электроника]], эшкәртеүсе сәнәғәте продукцияһы, машиалар һәм ҡоролмалар, металдар һәм химия тармағы продукцияһы. Шулай уҡ Кипр мебель, [[кейем]], күн әйберҙәр һәм автомобилдәр өсөн аксессуарҙар экспортлай.
 
 
=== Административ-территориаль бүленеше ===
20 610

үҙгәртеү