Скандинавия тауҙары: өлгөләр араһындағы айырма

Скандинавия ярымутрауындағы тауҙар системаһы.
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Скандинавские горы" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:52, 26 апрель 2021 өлгөһө

Скандинавия тауҙары — Скандинавия ярымутрауындағы тауҙар системаһы. Оҙонлоғо яҡынса 1700 км, киңлеге 320 км тиклем. Көнбайыш битләүҙәре телгеләнгән текә ярҙары менән данлыҡлы Норвегия фьордтары барлыҡҡа килтерә һәм туп- тура Төньяҡ диңгеҙгә ҡарап тора. Көнсығыш битләүҙәре талғын ғына түбәнәйеп Швецияның биләмәләрендә тигеҙлеккә күсә. Скандинавия тауҙарының Тронхеймс-фьордтан Финнмарксвидд яҫы таулығына тиклем һуҙылған төньяҡ-көнсығыш өлөшө Хьёлен, йәки Кьёлен тип атала эйә (норв. Kjклюlen - "киль" кеүек)

Тауҙарҙың бейеклеге сағыштырмаса ҙур түгел. Иң бейек нөктә - Галлхёпигген тауы (норв. Galdhiggen).

Бейеклеге —2469 метр. Норвегияның көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.

Швеция биләмәһендә иң юғары нөктә - Кебнекайсе (швед. Kebnekaise). Бейеклеге— 2106 м. Рельефы боронғо боҙлоҡтарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тигеҙләнгән. Хәҙерге ваҡытта Скандинавия тауҙарының боҙлоҡтары Европа материгында иң ҙуры булып тора

Дымлы диңгеҙ климаты һәм рельефенең ныҡ телгеләнеүе бында йылғаларҙың күп булыуын билдәләй. Уларҙың күбеһе ҡыҫҡа, көслө ағымлы булыуы менән билдәләнә, ҡышҡы ваҡытта ла боҙ менән ҡапланмай. Күлдәр күп.

Тау битләүҙәре тайга урмандары, ҡыуаҡтар, торфлыҡтар , шулай уҡ тау тундралары һәм болондар менән ҡапланған.

Тимер мәғдәне, баҡыр, титан, пириттар ятҡылыҡтарын бар. Скандинавия тауҙары 480 миллион йыл элек Каледон йыйырсыҡлығында барлыҡҡа килгән. Скандинавия тауҙарының барлыҡҡа килеүе ордовик аҙағы -урта силурҙа осорона тура килә. Иртә кембрийҙа барлыҡҡа килгән һәм Төньяҡ Американы (Лаврентию) менән Европаны (Балтика) айырып тороусы Япетус океаны киңәйә башлаған. Ордовик башында Балтика менән Лаврентияны этә барып 2000 саҡрым киңлеккә барып еткән. Аҙаҡ Лаврентия, Гренландия, Балтика бер-береһенә яҡынайған һайын океан йәнә ҡыҫыла башлаған. Ахыр сиктә, яҡынса 440 миллион йыл элек Балтика Гренландияға, ә уныһы Лаврентияға ҡарай күсә башлай. Шул ваҡытта ҡомдың ҡырсындың, янартау киҫәктәре ҡалдыҡтарының ғәйәт ҙур массалары иҫ киткес ҙур көс менән ҡыҫыла барып Скандинавия тауҙарының тәүге түбәләрен күтәрә башлай.

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Ерамов Р. А. Скандинавские горы // Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  • Скандинавские горы // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: У-Фактория. Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. 2006.
  • Скандинавские горы // География. Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн. Под редакцией проф. А. П. Горкина. 2006.
  • Скандинавські гори // УСЕ: Універсальний словник-енциклопедія[uk] (укр.)

Һылтанмалар

  • Askheim, Svein. Den Skandinaviske Fjellkjede (норв.). Store norske leksikon (29 января 2014). Дата обращения: 15 апреля 2014.