Лех Валенса: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
11 юл:
[[1961 йыл]]да профессиональ училищены тамамлай. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем автомеханик булып эшләй, 1967 йылдың июленән [[Гданьская судоверфь|Гданьск судоверфендә]] электрик булып эшләй. 1980 йылда Көнсығыш Европала беренсе булып ирекле, дәүләт контролендә булмаған — [[Солидарность (профсоюз)|Теләктәшлек]] профсоюзын ойоштора.
 
=== «Теләктәшлек» ===
[[Файл:Strajk sierpniowy w Stoczni Gdańskiej im. Lenina 22.jpg|thumb|Забастовка комитеты рәйесе Лех Валенса 1980 йылдың авгусында [[Гданьская судоверфь|Гданьск судоверфендә]].]]
Әүҙем профсоюз эшмәкәрлеге өсөн Валенаны эштән сығарыу менән рәттән 1980 һәм 1981 йылдарҙа аҙыҡ-түлектең етешмәүе һәм хаҡтарҙың арта барыуы забастовкаларға килтерә, йәмғиәттең төрлө ҡатламдарында «Теләктәшлек» киң хуплау таба һәм хөкүмәттең бер нисә ташлама яһауына, шул иҫәптән эшселәргә профсоюздарҙы ирекле рәүештә ойоштороу хоҡуғын биреүгә килтерә. Августа Валенса возглавил [[Межзаводской забастовочный комитет (Польша)|Завод-ара забастовка комитетҡа]] етәеселек итә һәм [[Мечислав Ягельский|вице-премьер Ягельский]] менән [[Гданьск килешеүе]]нә ҡул ҡуя.
 
1981 йылдың 13 декабренә ҡарай төндә Польша Халыҡ Республикаһының Министрҙар Советы рәйесе, Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы Үҙәк Комитетының Беренсе секретары, генерал [[Ярузельский, Войцех|Войцех Ярузельский]] [[Военное положение в Польше (1981—1983)|хәрби хәл]] индерә һәм «Теләктәшлекте» закондар тыш тип иғлан итә. Хәрби хәл индерелеүҙең тәүге көндәрендә үк Валенса менән бергә 3 меңдән ашыу активисты тотоп ябалар һәм сит илгә сығарыу үҙәктәренә ебәрәләр. 1982 йылдың 14 ноябрендә Валенса тотолған активистарҙың күбеһе менән бергә иреккә сығарыла.
{{|en}}
 
1983 йылда Нобель Тыныслыҡ премияһын, миҙал ала, миҙалын [[Ченстохов]]тағы [[Ясна Гура]] монастыренә тапшыра<ref>[https://www.nytimes.com/1983/12/13/world/walesa-takes-nobel-medal-to-polish-shrine.html Walesa Takes Nobel Medal To Polish Shrine - The New York Times<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>
 
1986 йылдың 30 сентябрендә Валенса рәйеслегендә «Теләктәшлектең» Ваҡытлы советы булдырыла. Төбәк профсоюз үҙәктәрен ҡайтанан тергеҙеү башлана. Властар формаль рәүештә санкционировали легализацию «Теләктәшлекте» легелләштереүгә рөхсәт бирмәй, ләкин дөйөм алғанда ҡаршылыҡтар ҙа тыуҙырмай. 1987 йылдың 25 октябрендә активистар төркөмө «Теләктәшлектең» Милли башҡарма комитетын ойоштора. Уға Валенса етәкселек итә. Был структура оппозицияның властар менән һөйләшеүҙәр алып барыуға әҙер булған өлөшөн бергә туплай. Ул ваҡытта күп кенә активистар «[[Борющаяся Солидарность|Көрәшеүсе Теләктәшлек]]» яҡлы була һәм режим менән бер ниндәй компромиссһыҙ көрәшеү өсөн сығыш яһай.
 
[[Забастовочное движение в Польше 1988 года|1988 йылдың яҙы-йәйендәге күләмле забастовка хәрәкәте]] һөҙөмтәһендә Польша етәкселеге «Теләктәшлек» менән килешеүҙәргә табан курс алырға мәжбүр була. 1988 йылдың 25 авгусында эске эштәр министры [[Кищак, Чеслав|Чеслав Кищак]] Польша епископаты вәкиле аббат [[Оршулик, Алоизий|Алоизий Оршулик]] алдында Валенса менән осраша. 1988 ([[Магдаленкала әңгәмәләр]]) һәм 1989 ([[Круглый стол (Польша)|Түңәрәк өҫтәл]]) йылдарҙа хөкүмәт менән һөйләшеүҙәрҙә Валенса төп ролде уйнай. Был һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһе — стала легализация «Теләктәшлекте» легалләштереү һәм 1989 йылдың июнендә [[Парламентские выборы в Польше (1989)|ярымирекле парламент һайлауҙарын]] үткәреү, уларҙа «Теләктәшлек» Сенаттағы 100 урындың 99-ын яулай.
 
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса коммунистар власты тулыһынса юғалтмаһа ла (президент булып Ярузельский ҡала, көс министрлыҡтары Польша Республикаһы Партия Ойошмаһы ҡулында ҡала), уларға оппозицияға властың байтаҡ өлөшөн бирергә тура килә, йәмғиәт һайлауҙарҙы режимдың еңелеүе тип ҡабул итә. 1989 йылдың 7 авгусында Валенса «Теләктәшлектең» хөкүмәткә етәкселекте үҙ ҡулдарына алырға әҙер булыуы тураһында белдерә. Валенсаның Берләшкән крәҫтиән һәм Демократик партияларҙың (күп йылдар буйы коммунистик режим яҡлылар) етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барыуы килеп тыуған хәлдә уларҙың «Теләктәшлекте» хупларға мәжбүр булыуына килтерә. 7 сентябрҙә Польшала власҡа беренсе тапҡыр власҡа «Теләктәшлек» вәкиле Валенсаның кәңәшсеһе [[Мазовецкий, Тадеуш|Тадеуш Мазовецкий]] етәкселекгендәге коммунистик булмаған хөкүмәт килә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лех_Валенса» битенән алынған