Теа Луиза Стьернесунн: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
 
== Спорт карьераһы ==
Тау саңғыһы спортсыһы Теа Луиза Стьернесунн [[2016]] һәм [[2017 йыл]]дарҙағы юниорҙар донъя чемпионатында Норвегия вәкиле булараҡ сығыш яһай. 2016 йылда ул команда беренселегендә бронза призер була, ә бер йыл үткәндән һуң уның гигант слаломдағы шәхси ярышта күрһәткән иң яҡшы һөҙөмтәһе 8 урын була.
 
[[2018 йыл|2018 йылдың 27 октябрендә]] Зельденда үткән Донъя Кубогы тау саңғыһы ярыштарындағы Зельден этабында норвег спортсыһы Теа Луиза Стьернесунн дебют яһай — гигант слаломда икенсе тапҡыр шыуып төшкәндә 2-се ваҡытты күрһәтә һәм финиш протоколында 9-сы булып ҡала. Донъя Кубогы этаптарында Теа Луиза Стьернесунн параллель дисциплиналарҙа иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә: [[2020 йыл]]дың ғинуарында Сестриерҙағы параллель гигант слаломда ул 7-се, ә шул уҡ йылдың ноябрендә Цюрста үткәрелгән ярышта — параллель слаломда 6-сы була.